6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ял

Йортоғоҙ эргәһендә лә йондоҙ осратыуығыҙ ихтимал - "БАШвестЪ" быны раҫлай
27.01.05


       Ҡала өҫтөнә бик ҙур ҡойон ташлана һәм бер нисә минут э сендә юлында тап килгән барыһын да юҡҡа сығара. Йорт тәҙрәлә ре барыһы бер юлы селпәрәмә килеп ватыла, светофорҙар йолҡон оп оса, урамдағы кешеләр тураһында әйтәһе лә түгел. Күпер өҫ төндәге машиналар ҡағыҙ караптар кеүек еңел генә елпеп һыу ө ҫтөнә осоп төшәләр. Артабан иң ҡурҡынысы башлана - күп ҡатлы матур йорттар, арка, күперҙәр, магазиндар, скверҙар бер нис ә секунд эсендә балаларҙың ҡомдан эшләгән йорттары кеүек ҡор о саң өйөмөнә әүерелә.
       Экран ҡараңғылана. Кадр артындағы тыныс тауыш: "Әгәр ҙә Ю питерҙағы дауыл - ғәрәсәттәрҙең Ҙур Ҡыҙыл Тап тип аталғаны беҙҙең планетаға килһә, еребеҙҙе ошондай хәл көтөр ине. Бәхе ткә ҡаршы, был мөмкин түгел". Башҡа тамашасылар кеүек үк мин дә еңел һулап ҡуям. Әл дә Еребеҙ бар!
       Өфө ҡала планетарийында администратор булып Ирина күптән түгел генә эшләй башлаған һәм, үҙе таныуынса, эшен күңелһеҙ ҙәрҙән тип һанамай - бында һәр ваҡыт үҙең өсөн ниндәйҙер яңы лыҡ асаһың, ти ул.
       - Бында космос серҙәрен һәм Ҡояш системаһының бар планета юлдаштарын белеүселәр эшләй, тип уйларға ярамай. Ысынында и һә беҙ көн дә үҙебеҙ өсөн Йыһан киңлегенең яңы серҙәрен асаб ыҙ.
       Ирина әйтеүенсә, бөгөн планетарийҙа һигеҙ программа эшләй , уларҙың икәүһе Санкт - Петербург планетарийынан һатып алын ған, улар - беренсе - бишенсе синыф уҡыусылары өсөн тәғәйенл әнгән "Урман өҫтөндәге йондоҙҙар" һәм "Сер исеме". Ирина айы рыуса һуңғыһына иғтибар бирергә кәңәш итте.
       Мотлаҡ барасаҡмын, былай ҙа планетарийға йыш юл төшөп тор май, ә инде был килгәндә ҡараған "Ҡояш системаһының ете мөғж изәһе" мине бында тағы ла күп тапҡырҙар киләсәгемә инандырҙы .
       Ҙур булмаған ярым түңәрәк залдағы "ярым ятҡан" кәнәфиҙәрҙ ә урын алабыҙ. Тамашасыларҙы дөм ҡараңғыла ҡалдырып ҡапыл ут һүнә. Баш өҫтөндә күп һанлы йондоҙҙар емелдәй башлай, ә үҙә к урында Марстағы ғәрәсәтте һәм уның Ерҙә булған ваҡытта нин дәй хәлдә төшөрә алыу мөмкинлеген һүрәтләгән экрандар эшләй башлай. "Ужастик" фильмдарың бер яҡта торһон - ролик аҙағына яҡынлашҡас ҡына еңелерәк һулайһың һәм Ерҙең сағыштырмаса йә ш икәнлеген һәм кеше йәшәү өсөн шарттар булыуын аңлап ҡыуан ыс тойғоһо кисерәһең. Беҙҙә Юпитерҙағы кеүек үҙ юлында барыһ ын да ҡырыусы атмосфера ғәрәсәттәре үтмәй, һыу ҙа Марстағы һ ымаҡ күҙ асып йомған арала туңмай, ҡышын температура 140 гра дусҡа тиклем төшмәй. Әммә был "етешһеҙлектәргә" ҡарамаҫтан б ашҡа планеталарҙа ла бәлки тормош барҙыр, марсиандар тураһын да яҙған фантастар бәлки уларҙы уйлап та сығармағандыр тигән уй тыуа.
       Әгәр ҙә инде беҙҙең Ҡояш системаһы тураһында "бында һәм х әҙер" һөйләгәндә, барыһын да шик аҫтына алыусы ғалимдар Юпит ерҙың юлдашы Европала тормош булыуы ихтималлығын мөмкин тип таба. Баҡһаң, Европала егерме километр боҙ ҡатламы аҫтында й ылы океан бар икән. Унда тереклектең иң ябай формалары булһа ла барҙыр тип өмөтләнергә ҡала.
       - Беҙҙең Йыһан тураһында белем биреү программалары төрлө йәштәге тамашасыларға тәғәйенләнгән, - тип һөйләй Ирина. - Е геттәр ҡыҙҙары менән, ата - әсәләр балаларын алып килә. Шарш амбы - кесе йома - йома - мәктәп уҡыусылары өсөн эшләйбеҙ. Бында улар Ай, Ҡояш, комета һәм планеталар менән танышыу кө тә. Шәмбе һәм йәкшәмбе көнө барлыҡ теләүселәрҙе көтәбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал