6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Боҙҙа мотоуҙыш

Өфө "Башҡортостаны": дүртенсе "алтынға" беренсе аҙым яһалды
26.01.05


       Ғәбдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубының боҙ өҫтөндә мотоуҙыш буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яулаусы " Башҡортостан" командаһы был титулды дүртенсе тапҡыр ҙа яулар ға ниәтләүен белдерҙе. Был үткән ял көндәрендә Өфөнөң "Строи тель" стадионында, юғары лига командалары араһында үткән ил беренселегенең беренсе этабы ваҡытында асыҡланды.
       Ярыштар 19 ғинуарҙа Октябрьский ҡалаһында вафат булған б илдәле башҡорт мотоуҙышсыһы Ринат Мәрҙәншиндың иҫтәлегенә бе р минут тын ҡалыу менән башланып китте.
       Артабан боҙ өҫтөнә төп геройҙар сыҡты. Әйтергә кәрәк, был көндө Өфөгә донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионаттары призерҙар ы килде. Улар араһында донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа чем пионы Дмитрий Буланкин, быйылғы Рәсәй чемпионы, команда ярыш тары буйынса донъя чемпионы, донъя чемпионатынының бронза пр изеры Николай Красников, команда ярыштары буйынса Рәсәй чемп ионы Илья Дроздов, донъя чемпионы - 2003 Виталий Хомицевич һ әм башҡалар бар ине.
       Чемпионатта Благовещендан "Амур" командаһының ҡатнашмауын көтөлмәгән хәл тип әйтергә була. 2004 йылдың көмөш призерҙа ры старт взносын түләмәү арҡаһында ярышта ҡатнаша алманы. Ул арҙы Өфө егеттәре Сергей Балтачев, Станислав Архипов, Антон Коврижин һәм Андрей Шишеговтан торған икенсе команда алмашты рҙы.
       Ярыштың ике көнө эсендә "Башҡортостан" 55 мәрәй йыйҙы. Ка менск - Уральск ҡалаһынан килгән "Юность" командаһы 50 мәрәй менән икенсе, өсөнсө урында 39 мәрәй йыйып Сарансктың "Мордо вия" командаһы бара.
       Алда бик көсөргәнешле һәм етди ярыштар тора. Нисек кенә б улмаһын, өфөлөләр дүртенсе "алтынға" тәүге ышаныслы аҙымдары н яһаны. Уның яҙмышы икенсе һәм өсөнсө этапта - 29 - 30 ғину арҙа Луховицала һәм 5 - 6 мартта Стәрлетамаҡта хәл ителәсәк .

Елена Евтеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал