6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

"Керәшен һыуыҡтары" тамамланды
26.01.05


       Ял көндәре менән бергә йыл да ғинуар аҙағында тыныс Бөрө ҡалаһында үткән "Керәшен һыуыҡтары" ла артта тороп ҡалды. П опуляр музыка һәм бейеү фестивале көндәрендә был ҡаласыҡ рес публиканың үҙенсәлекле мәҙәни баш ҡалаһына әүерелә, урында ғы халыҡтың тормошон сағыу фейерверктай яҡтырта, онотолмаҫ б айрам булып хәтерҙә ҡала. Йыл да бөрөләр мөғжизә көтә: яңы ф естиваль ниндәй яңы исемдәр бүләк итер
       Йола буйынса, фестивалдең һуңғы көнө ҡаланың Мәҙәниәт йор то алдында күңелле йәрминкәнән башлана.
       Мәҙәниәт йортона тамашасылар аҡрынлап йыйыла башлай, ә й әш таланттар хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнә: сараға БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов һәм БР мәғариф минис тры Зөһрә Рәхмәтуллина ла килергә тейеш. Икенсе ҡатта урында ғы етештереүселәр продукцияһы күргәҙмәһе йәйелдерелгән: ит и зделиелары, матур итеп биҙәлгән торттар һ.б. Бөрө ликер - а раҡы заводы, әйткәндәй, фестивалдең спонсоры етештергән һәр төрлө шарап һәм "Крещенские морозы" араҡыһы ла бар.
       Күргәҙмәне Бөрө ҡалаһының "Реноме" матурлыҡ һәм сәләмәтле к салоны ойошторған прическалар байрамы биҙәне.
       Төп конкурсҡа килгәндә, быйыл ул көслө тауыштар күплеге м енән айырылып торҙо. Инструмент ансамблдәре лә башҡа йылдар менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ сығыш яһаны.
       Өфө сәнғәт училищеһы студенты Злат Русский "Вокал соло" н оминацияһында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ошо уҡ но минацияла икенсе урынды Өфөнән Арина Трофимова, өсөнсө урынд ы - Мәләүездән Екатерина Баскакова яуланы.
       Билдәле "Шарманка" йырын башҡарыусы, Бөрө дәүләт педагоги я институтының сит телдәр факультеты студенты Рөстәм Солтано в гран - приға лайыҡ тип табылды.
       Ҡалған ике номинацияға килгәндә, "Музыкаль төркөмдәр" йүн әлешендә иң яҡшыһы тип Өфөнән "Орион" төркөмө билдәләнде. Бө рөнән "Мини - макс" төркөмөнә беренсе дәрәжә диплом, икенсе дәрәжә диплом Белореттан "Стандарт" төркөмөнә, Благовещендан килгән "4 - й вариант" төркөмөнә икенсе дәрәжә диплом тапшы рылды.
       "Бейеү коллективтары" номинацияһында жюри гран - приға ла йыҡтар юҡ тип билдәләне. Беренсе урында Өфөнөң "Грация" анса мбле, икенсе урында шулай уҡ Өфөнән килгән "Мон - арт" шоу - балеты, өсөнсө урын - Бөрөнөң "Вдохновение" бейеү театрында .

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал