6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Яғыулыҡ - энергетика комплексы

Йылылыҡ һәм яҡтылыҡ кәрәкһә, бюджетты ҡыҫҡартырға тура киләс әк
26.01.05


       Ниһайәт, оҙайлы яңы йыл байрамдарынан һуң рәсәйлеләр бер ни тиклем айныны. Мин үткән йыл йомғаҡтарына һәм яңы йыл пе рспектиаларына айныҡ һәм объектив ҡараш ташлау мөмкинлеге ет еүен күҙ уңында тотам. Классиканы иҫкә төшөрөп, Обломовтарҙ ың йортонда барыһы ла буталды тип әйтергә була: 2004 - се кә биҫә йылы - барлыҡ астрология күҙаллауҙары буйынса иң ҡара й ыл үҙенең исемен тулыһынса раҫламаны. 2005 йыл, йәғни уның б ашы ла кире эмоциялар буйынса үҙенән алда килгән йылдан бер ҙә ҡалышырға теләмәй. Льготаларҙы аҡса менән алмаштырыуҙан иҫебеҙгә килеп өлгөрмәнек, тағы бер яңылыҡ: Башҡортостанда б еренсе февралдән алып электр һәм йылылыҡ энергияһына тарифта р күтәрелә. Башҡортостан Республикаһының был турала ҡарарына 2005 йылдың 13 ғинуарында ҡул ҡуйылды. Хәйер, шунда уҡ влас ть органдарын хаҡтарҙың тағы ла күтәрелеүендә ғәйепләргә кәр әкмәй: беренсенән, тарифтар артыуы Рәсәйҙең башҡа күп кенә төбәктәрендә лә күҙәтелә, икенсенән, республикала йылылыҡ һә м электр энергияһына хаҡтар РФ күп кенә субъекттары, башлыса Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда ла бер ни ти клем кәмерәк булды. Тимәк, Башҡортостанды электр энергияһы һ әм йылылыҡ менән тәьмин итеүселәрҙең береһе булған "Башкирэ нерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте баһалауынса, был ҡарар пред приятиеның хаҡтар сәйәсәтен бары тик уртаса Рәсәй хаҡтарына яраштыра. Был ваҡыт эсендә төбәктәрҙә лә хаҡтарҙың бер урын да тормауын билдәләргә кәрәк, тимәк, беҙ элеккесә башҡалар м енән сағыштырғанда кәмерәк түләйәсәкбеҙ.
       Хәйер, быны аңлау ҙа хәлде еңеләйтмәй: ғаилә бюджетын хәҙ ер яңыса, түләүҙәрҙе арттырып бүлергә тура киләсәк.
       Беренсе февралдән алып газ плиталары ҡуйылған йорттарҙа й әшәүсе ҡала халҡы бер кВт - сәғәткә 83 тин түләйәсәк, был бө гөнгө менән сағыштырғанда 10 тингә күберәк. Электр плитаһынд а бешеренеүселәр, ауыл халҡы кеүек үк, бер кВт - сәғәт өсөн 58 тин түләйәсәк. Әйткәндәй, әгәр фатирығыҙ электр менән йыл ытыла икән, күберәк - 1,03 һум сығарып һалырға тура киләсәк. "Киловаттарҙы" төндә яндырыу арзаныраҡҡа төшөүен дә онотмағ ыҙ. Тик был ваҡытта инде йортта ике тарифлы счетчик торорға тейеш. Күптәрҙе уның хаҡы ҡурҡыта. Тик юҡҡа ғына, счетчикты энергетиктар һеҙгә бушлай ҡуйып бирәсәк. Ул саҡта инде эконо мия ла һиҙеләсәк: автомат - машинаны ебәр ҙә, әйҙә төнө буйы кер йыуһын. Йылылыҡты ла арттырырға мөмкин, төндәр һалҡынай тты...
       Ойошма һәм предприятиеларға килгәндә инде, уларға электр энергияһы ҡиммәткәрәк төшәсәк. Киловатт - сәғәт өсөн хаҡ та тотонолған энергия һәм көсөргәнеш күләменә ҡарап иҫәпләнәсәк .
       Бер һүҙ менән әйткәндә, хаҡтар үҫеүенән бер ҡайҙа ла ҡасы п булмай икән, тимәк түләргә тура киләсәк. Тик уларҙы тотҡар ламаҫҡа тырышығыҙ - һуңынан түләп бөтөрөргә эш хаҡы ла етмәҫ .

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал