6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хайуандар донъяһында

Күргәҙмәлә Чубайс, Бейли - Виктория де Арчия һәм Макс ҡатнаш ты!
26.01.05


       Эйе - эйе, мин бер ҙә яңылышмайым: ерән мөғжизә Чубайс - бик матур диңгеҙ сусҡаһы, шотланд бесәйе Бейли - Виктория де Арчия - ҙур ғаилә әсәһе һәм сиам болинезы Макс - улар барыһ ы ла тиҫтәләгән башҡа "коллегалары" менән ошо көндәрҙә Химик тар мәҙәниәт һарайында булып үткән бесәй, кәрлә йорт ҡуяндар ы һәм диңгеҙ сусҡалары ҡатнашҡан " Раштыуа әкиәте" тип аталғ ан күргәҙмәлә ҡатнашты.
       "Ниндәй Раштыуа булһын, уның үткәненә ҡасан инде", - тип әйтер бәлки берәй моңһоҙо. Ә дөрөҫөн әйткәндә, сараға бынан да тап килгәнерәк исем уйлап табыуы мөмкин түгел - күргәҙм әнән йыйылған аҡсаны уны ойоштороусылар Көньяҡ - Көнсығыш Аз ияла цунамиҙан зыян күреүселәр иҫәбенә күсерергә йыйына.
       Байрамды ойоштороусы - Башҡортостан Республикаһының Фелин ология федерацияһы (БРФФ). Бөгөнгө көнгә ул бесәй, кимереүсе ләр, шулай уҡ эттәрҙең бәләкәй декоратив тоҡомдарын үрсетеү өлкәһендә алдынғы ойошма булып тора. БРФФ менеджеры Алена Ца регородцева әйтеүенсә, федерация 1997 йылдан башлап эшләй, ә 2000 йылдан алып Бөтә Рәсәй бесәйҙәр ойошмаһының тулы хоҡуҡ лы ағзаһы булып тора, әйткәндәй, уның үҙәк президиумы Герман ияның Эссен ҡалаһында урынлашҡан.
       - Бөгөнгө күргәҙмә бер ни тиклем ашығыс килеп сыҡты, әлби ттә, - ти Алена, - был Көньяҡ - Көнсығыш Азияла булған ҡот о сҡос бәләгә беҙҙең яуабыбыҙ тип аңларға кәрәк. Ярҙамыбыҙ - и хлас күңелдән.
       Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар бик күп булманы, әлбиттә, бында ла сараның ашығыс рәүештә әҙерләнеүе һиҙелде. Өҫтәүенә миҙге лдең тап ошо ваҡытында ялбыр йөнлө бесәйҙәрҙең йөнө ҡойола башлай икән, был да уларҙың күргәҙмәлә ҡатнаша алмауына бер сәбәп булды. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, байрам бына тигән б улды. Айырыуса бала - саға ҡыуанысының сиге юҡ ине. Ғөмүмән, ошондай осрашыуҙарҙан һуң тормош та сағыуыраҡ төҫтәрҙә балҡ ый башлағандай тойола.
       Был күргәҙмәгә эләгә алмаһағыҙ, ҡайғырмағыҙ. Тиҙҙән, 24 парелдә, Өфөлә тағы бер экспозиция үткәреләсәк, унда инде ре спублика ғына түгел, күрше төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡа тнашасаҡ.

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал