6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // БР Дәүләт Йыйылышында

Башҡорт парламентарийҙары льгота менән файҙаланыусылар яҡлы
24.01.05


       Башҡорт парламенты депутаттары Дәүләт Думаһындағы коллег аларына Рәсәйҙең граждандарҙы социаль яҡлау тураһында һорауҙ аға ҡағылышлы закондарға индерелгән төҙәтмәләрҙе яңынан ҡара рға тәҡдим итмәксе. Беренсе сиратта һүҙ ҡайһы берәүҙәр "122 - се ФЗ" тип кенә йөрөткән, льготаларҙы аҡса менән алмаштыры у тураһында закон хаҡында бара, әлбиттә.
       Һәм бына республиканың закон сығарыусылары ошо "122 - ФЗ" тарафынан ҡыйырһытылғандарҙы, йәғни, тыл хеҙмәткәрҙәрен һәм сәйәси золом ҡорбандарын яҡлап сығырға ҡарар итте. Хәтереге ҙгә төшөрөп үтәм, льгота менән файҙаланыусыларҙың был катего рияһына, һуғыш ветерандары менән бер рәттән компенсация төбә к бюджетынан түләнә. Беҙҙең парламентарийҙар бының менән риз а түгел. Улар был кешеләр түләүҙе федераль үҙәктән алырға хоҡуҡлы, тип иҫәпләй. Бынан тыш уларға бер тапҡыр түләнә то рған аҡса күләме 600 һумдан да кәмерәк булырға тейеш түгел, ә тылда эшләп Еңеү көнөн яҡынлаштырыусыларға айына 800 һум түләргә тәҡдим ителә. Әммә Мәскәүҙә Башҡортостан депутаттары ның был тәҡдиме менән килешерҙәрме, юҡмы тигән һорау тыуа. Хатта "ыңғай" тауыш бирергә уйлаған ваҡытта ла был һорауҙы ң тиҙ арала хәл ителеренә ышаныс самалы.
       Әлегә республика парламентарийҙары үҙҙәренең льготаларын сикләргә уйлай. Ололар трамвай һәм троллейбуста аҡса түләп й өрөгәндә беҙгә йәмәғәт транспорты менән бушлай файҙаланыу би к үк дөрөҫ түгел, ти улар, һәм үҙҙәренең инициативаһы буйынс а был льготанан баш тартырға уйлай. Минеңсә, насар ниәт түг ел. Барыһына ла бер тауыштан быны яҡларға ғына ҡала. Көтөргә күп ҡалманы. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының киләһе ултырыш ы 27 ғинуарға билдәләнгән.

Сергей Захаров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал