6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Бөтә республика менән наркотиктарға ҡаршы
24.01.05


       Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы буйынса Наркотикт ар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй Федерацияһының Фе дераль хеҙмәт идаралығында үткән киңәйтелгән ултырышында вед омствоның үткән йылда башҡарған эштәренә йомғаҡ яһалды һәм а ғымдағы йылдың тәүге яртыһына төп бурыстар билдәләнде.
       2004 йылда республиканың Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы тарафынан 163 килограмм наркотик, шул иҫәптә н 30 килограмдан ашыу героин тартып алынған. 778 енәйәт эше асылған, уларҙың 82 проценты - ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт тәр буйынса. 342 енәйәт эше судтарға йүнәлтелгән, 257 кеше х өкөм ителгән, 972 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылға н.
       Был енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеүселәргә төп трассаларҙың р еспубликабыҙ аша үтеүе, улар аша "ағыуҙың" Рәсәйгә үтеп инеү е проблемаларҙы арттыра. Наркополиция бурыстарының береһе - наркотиктарҙың республика биләмәләренә үтеп инеү юлын табы у һәм уларҙы ябыу. Үткән йыл эсендә дәүләттең наркотиктарҙы контролдә тотоу хеҙмәткәрҙәре ошондай ике тиҫтәнән ашыу кана лды ябыуға иреште.
       Оператив, тикшереү, оператив - техник һәм эҙләү хеҙмәттәр е, эксперт - криминалистика бүлегенең үҙ - ара тығыҙ һәм бер ҙәм эш алып барыуҙары ике енәйәтсел төркөмдөң эшмәкәрлеген асыҡлау һәм илдә беренселәрҙән булып Рәсәй Уголовный Кодексы ның 210 - сы статьяһы буйынса енәйәт эшен судҡа тапшырырға м өмкинселек бирә.
       "Мәк" оператив - профилактик операция сиктәрендә 181 енә йәт эше асылды. 500 килограмдан ашыу наркотик тартып алынған , туғыҙ "плантация" асыҡланған, составында наркотик матдә бу лған 40 тоннанан ашыу үҫемлек юҡ ителгән.
       Наркополиция күңел асыу учреждениелары наркотиктар һатыу урынына әйләнмәһен өсөн барыһын да эшләй. Был йәһәттән, "Клу б" операцияһы сиктәрендә республиканың 140 күңел асыу урында ры тикшерелгән, сарала "Город без наркотиков" йәмәғәт ойошм аһы, йәштәр сәйәсәте буйынса комитет һәм наркология диспансе ры вәкилдәре ҡатнашҡан.
       Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу хеҙмәте идаралағы эшмәкәрлегенең тағы бер йүнәлеше булып наркоманияны профил актикалау тора. Идаралыҡ наркотиктар ҡулланыуға ҡаршы телета пшырыуҙар һәм мәҡәләләр әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Мәғариф, һа улыҡ һаҡлау, эске эштәр органдары, киң мәғлүмәт саралары, йә мәғәт ойошмалары менән бергә ул 2004 йылда 180 - дән ашыу ко нференция, "түңәрәк өҫтәл" һәм семинарҙар, 130 төрлө профила ктика операциялары үткәргән. Белем биреү учреждениеларында был темаға 350 - гә яҡын дәрес үткәрелгән, мәғариф өлкәһенд ә эшләүселәр өсөн 17 методик ҡулланма сығарылған.
       Киләһе йылда наркотик ҡулланыуға ҡаршы көрәшеүселәр алдын да агентлыҡ селтәрен киңәйтеү бурысы тора. Бөгөн бер операти в хеҙмәткәргә уртаса бишәр агент тура килә. Быйыл иһә уларҙы ң һанын унға тиклем арттырырға планлаштырыла. Был бик мөһим, сөнки агенттар ни тиклем күберәк булһа, ойошҡан енәйәтсел т өркөмдәргә ҡаршы көрәш тә шул тиклем үк һөҙөмтәлерәк буласаҡ .
       - Йыл да республикала наркотиктар әйләнешенән был "ағыу" менән һатыу итеүселәр биш миллиард һумға яҡын табыш ала, - тип һөйләй Башҡортостан Республикаһы буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй Федерацияһының Федер аль хеҙмәт идаралығы начальнигы Әмир Ниғмәтйәнов. - Ағымдағы йылда наркотиктарға бәйле енәйәтселектең иҡтисади нигеҙен ҡ аҡшатыуға ҙур көс бүленәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә тиклем беҙ был йәһәттән әллә ни уңышҡа өлгәшә алғаныбыҙ юҡ.
       - 2005 йылдың Башҡортостанда Наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы тип иғлан ителеүе беҙҙең эшкә өҫтәмә этәргес булып торасаҡ, - тип билдәләне Әмир Ниғмәтйән ов.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал