6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ТатьянаСоциум // Әхлаҡ

Кем кейәү, ә кем кәләш һуң
18.01.05


       Бөгөн Мәскәүҙең 4 - се ЗАГСында никахлашырға ҡарар ҡылға н сәйер парҙы көтәләр. Был эште "йәштәр" беҙ ғәмәлдә күреп ө йрәнгән кәләшһеҙ генә атҡарырға булған. Сәғәт 12 - лә "зәң гәр" мөхиттә билдәле пар: "Квир" гей - журналы мөхәррире Эду ард Мишин һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Эдвар д Мурзин үҙ мөнәсәбәттәрен законлаштырырға йыйына.
       - Беҙ паспорттарыбыҙҙы алып, башҡа ғәҙәти парҙар менән бе ргә үҙ сиратыбыҙҙы көтәсәкбеҙ, - ти Мурзан әфәнде. - Законға һылтанып, беҙҙең теләгебеҙгә ҡаршы киләсәктәр, әлбиттә. Беҙ , үҙ сиратыбыҙҙа, законға үҙгәрештәр индереүгә ирешеү өсөн м өмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
       Эдвард Мурзин үҙе таныуынса, уның үткән йыл бер енес кеше ләренең мөнәсәбәтен законлаштырыу тураһындағы инициативаһы й әмғиәттә был тиклем шау - шыу тыуҙырыр тип уйламаған - йәнәһ е, бер аҙ һөйләнерҙәр, асыуланырҙар һәм оноторҙар:
       - Ул ғына ла түгел, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында халыҡ араһында мин башҡа бер нимә менән дә шөғөлләнмәйем тигән фе кер тыуҙырылды. Белгегеҙ килһә, мин республика Эске эштәр министрлығы эргәһендә кеше хоҡуғын һаҡлау буйынса йәмәғәтсел ек советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарам, торлаҡ - ком муналь хужалыҡ проблемалары менән дә шөғөлләнәм, "Вечерний Н ефтекамск" гәзитендә эшмәкәрлегемде дауам итәм.
       Үҙенең бөгөнгө никахын Эдвард Мурзин хоҡуҡ һаҡлау акцияһы булараҡ баһалай:
       - Мин ғәҙәти булмаған енси йүнәлештәгеләрҙең хоҡуғын сик ләүгә ҡаршымын. Мин ундай кешеләр менән аралашҡаным бар: ула р беҙҙең йәмғиәттә үҙҙәрен бәхетһеҙ тоя.
       Әммә халыҡ һайланыусыһы һәр ваҡыт үҙенең әйтелгән категор ияға ҡыҫылышы булмауын ҡабатлауҙан туҡтамай. Ошо арала ул ат ай булырға әҙерләнә: уның 28 йәшлек ҡатыны Ольга ауырлы.
       - Мин балалар яратам һәм биш балам булыуын теләйем, - ти Мурзин.
       "Зәңгәр" туй үтәсәк ЗАГСҡа "йәштәр" үҙҙәренең башланғысын хуплаусыларҙың барыһын да саҡыра.
       Бөгөн гомосексуаль никахтар үҙен әхлаҡи яҡтан иркен тойоу сы Голландияла ғына түгел, әйтәйек, Канадала, АҠШ - тың ҡайһ ы бер штаттарында ла рөхсәт ителгән.Күрәһең, былай ҙа халыҡ һаны туҡтауһыҙ ҡыҫҡарыусы Рәсәй генә етмәйҙер был исемлектә ...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал