6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ТатьянаСоциум

Хаттар күңелде йылыта
18.01.05


       Фронттан ҡайтҡан өсмөйөш хаттар... Өлкән быуын вәкилдәре нән кем генә хатты ебәреүсенең адресы урынына "полевая почт а" тип яҙылған өсмөйөштәрҙе иҫләмәй икән Ваҡыт үтеү менән у лар һарғая, ҡағыҙы ла иҫкерә төшә, хәрефтәре лә саҡ - саҡ ҡы на күренә. Күп осраҡта был хаттар атыш туҡтап торған арала ябай йә химик ҡәләм менән яҙылған. Бөгөн улар һуғышта ҡатнаш ыусыларҙың ғаиләләрендә үтә лә ҡиммәтле аманат булып һаҡлана . Тарихтың тере шаһиттары булып торған был хаттарҙы йышыраҡ музейҙарҙа, быяла аҫтында күрергә була.
       Бөгөн, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына әҙерлек барғанда фронт хаттарына айырым ҡараш тыуа. Хәйер, ул ваҡыт ҡа ҡағылышлы барлыҡ материалдар ҙа үтә мөһим: шаһиттарҙың иҫ тәлектәре, фотолар, кинохроника кадрҙары беҙҙе йыраҡ тарихҡа алып ҡайта. Ысын документтар ҡулланылып төшөрөлгән фильм һ әм телетапшырыуҙарҙың барыбыҙ өсөн дә бик ҡәҙерле булыуын о шоноң менән аңлатырға кәрәктер, моғайын. Беҙҙең ғаиләлә лә б улған ундай өсмөйөш хаттар, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡланмағ ан...
       Илебеҙҙең хәрби почта идаралығы хеҙмәткәрҙәре һуғыш йылд арында айына 70 миллионға яҡын хат теркәлеүен һанап сығарған . Фронттан һәм фронтҡа хаттар аттар, автомашиналар, поездарҙ а, йәйәү почтальондар аша ла оҙатылған.
       Хәрби почта һуғыш башланғандан алып бушлай эшләгән. Хат һ әм открыткаларҙа "Красноармеец хаты" һәм "Алып барып еткереү бушлай" тигән махсус штамптар ҡуйылған.
       Бөгөн дә Ватанды һаҡлаусылар һәм уларҙың яҡындары араһынд а яҡшы элемтә булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Армиянан хаттар һәр ваҡыт маркаһыҙ ебәрелә. Ә быйылғы йылдан башлап "срочни к" - хәрби хеҙмәткәрҙәр "Воинская корреспонденция" тип яҙылғ ан яңы өлгөлө махсус конверттарҙа туғандары һәм яҡындарына х атты бушлай ебәреү мөмкинселегенә эйә булды. Быйыл бындай ко нверттар 60 миллион данала баҫыласаҡ. Илдең барлыҡ биләмәләр ендә лә уның хаҡы бер төрлө - ете һум 10 тин торасаҡ.
       Был йәһәттән аңлатма биреүҙәрен һорап беҙ БР Федераль поч та хеҙмәте идаралығына мөрәжәғәт иттек. Унда яңы өлгөлө конв ерттар һатыуҙа әлегә юҡ, әммә яҡын арала сығасаҡ, тип яуап б ирҙеләр. Һалдаттар уның менән тәү сиратта тәьмин ителәсәк.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал