6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Яңы йылда Башҡортостан эшкәртеүселәрен яңы бурыстар көтә
17.01.05


       Әлеге ваҡытта күп кенә министрлыҡ һәм ведомстволар үткән йылда башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһай. Ошо көндәрҙә, мәҫәл ән, Башҡортостан эшкәртеүселәре үҙәренең үткән йылғы эшмәкәр легенә анализ яһаны. Ғәҙәттә күп сәғәттәргә һуҙылған докладт ар булмауын билдәләргә кәрәк - эшкәртеү сәнәғәте предприятие һы етәкселәренең сығышы ҡыҫҡалығы һәм эшлекле булыуы менән а йырылып торҙо.
       Бер сәғәт эсендә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республиканың аҙ ыҡ - түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларының бер йылд ағы эшмәкәрлегенә ыңғай һығымта яһаны, көнүҙәк һоруҙарҙы тик шереп, тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе билдәлә п өлгөрҙө.
       Эшкәртеүселәр ыңғай эш йомғаҡтарына ҡарамаҫтан, үҙ мөмкин селектәрен тулыһынса файҙаланмауҙарын таныны. Мәҫәлән, кәңәш мәлә ҡатнашыусы БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Ша мил Вәхитов тармаҡтың минустары араһында һатып алыуҙың түбән хаҡтары һәм түләү ваҡыттын оҙаҡҡа һуҙыуҙы, килешеү шарттары н үтәүҙә яуаплылыҡтан ҡасыуҙы атаны.
       Мәҫәлән, Шишмә шәкәр заводы шәкәр сөгөлдөрөнөң хаҡын билд әләүҙә бер ни тиклем буталсыҡ формула файҙалана башлаған, ун да сөгөлдөр ауырлығын юғалтыу, сеймалды һаҡлау, транспорт ме нән ташыу һ. б. иҫәпкә алына. Һөҙөмтәлә былар барыһы ла сейм ал оҙатыусылар кеҫәһенән тотоп ҡалына. Иҫәпләшеүҙәрҙең хәйлә кәр схемаһы "Уфамолагропром"да ла бар: ул һөттө бары тик һөт төң майлылығы һәм аҡһымдың нисбәтенән сығып ҡына һатып ала. Һөҙөмтәлә бахыр колхозсылар аҡһым түбән кимәлдә тигән сәбәп менән һөттәрен түбән хаҡҡа тапшырырға мәжбүр була. "Башҡорт ит союзы"нда ла был йәһәттән хәлде бик яҡшыларҙан тип әйтеү е ҡыйын.
       Әммә эшкәртеүселәр торғаны бер яуыздар һәм бахыр крәҫтиән дең һуңғы тиненә тиклем тартып алырға маташа тип уйларға яра май. Мәҫәлән, ауыл хужалығы предприятиеларының хәсрәт - етәк селәре лә етерлек. Улар үҙ мөмкинселектәрен кәрәгенән тыш ар тыҡ баһалап, яҙғы сәсеү эштәренә аванс ала, ә көҙөн инде ула рҙың килешелгән бурысты үтәй алмауҙары асыҡлана. Бынан тыш й ыш ҡына ауыл хужалығы предприятиелары яҙын бер эшкәртеүсе пр едприятиенан кредит алып, көҙөн үҙ продукцияһын төптө икенсе гә, йә иһә республиканан тыш алыпһатарҙарға һатып ебәрә. Был һуңынан хужалыҡтарҙың үҙендә лә, аҙыҡ - түлек сәнәғәте пред приятиеларында ла баш ауырыуы булдыра.
       Шулай, 2003 йылда "Шишмә" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән ал ған аванстарын һаман түләп бөтөрә алмаусылар араһында Хәйбул ла районы ( бер миллион һумдан ашыу), Көйөргәҙе (биш миллион һумдан ашыу), Бүздәк ( миллион һумға яҡын), Бишбүләк ( 600 мең һум) райондары бар. Татлы тамыр ҡайтарыу өлкәһендә лә о шондай уҡ хәл күҙәтелә. Бүздәк районының ауыл хужалығы тауар ҙары етештереүселәре, мәҫәлән, тейешле 6,3 миллион һумдан 2, 6 миллионын ғына түләгән, шишмәләр - 3,1 миллион һумдан 1,2 миллион һум, Кушнарен һәм Благовар райондарында түләнмәгән б урыс 900 мең һум йыйылған.
       Агробизнестың төп фондтарын файҙаланып, шул уҡ ваҡытта ул арҙың үҫешенә средство индермәй, "ҡаймағын" ғына алып ятыусы күп кенә инвесторҙарға ҡағылышлы проблемалар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Был проблеманың эҙһеҙ үтмәүен билдәләп үтергә кәрә к: республика баҙарына әүҙем рәүештә күрше төбәктәрҙән ит һә м һөт продукцияһы индерелә башланы.
       Бөгөн байтаҡ эшкәртеүсе предприятиелар сеймал етешмәүе ке үек проблеманан да зыян күрә. Әммә ул хәл итмәҫлек мәсьәлә т үгел: бары тик халыҡтан үҙҙәренән артҡан ауыл хужалығы проду кцияһын һатып алыуҙы әүҙемләштерергә генә кәрәк. Бөгөн респу бликаның шәхси секторында миллион баштан ашыу һыйыр малы һәм сирек миллиондан ашыу сусҡа иҫәпләнә.
       Берҙән - бер проблема предприятиеларҙың халыҡтан алынған сеймал өсөн иҫәп - хисапты ваҡытында ойоштороуҙа тора. Яңы й ылда эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларына ошо һорау менән етд и шөғөлләнергә тура киләсәк тә инде.
       Әммә нисек кенә булмаһын, эшкәртеүселәр бер ни тиклем юға лтылған позицияларын кире ҡайтарыуына шикләнергә тура килмәй . Уларҙың яңы технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе, юғары сифатл ы, конкуренцияға һәләтле тауарҙар етештереүе ошоға дәлил бул ып тора.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал