6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Иҫк Яңы йылда Милли йәштәр театрында грузиндар мандарин бәре ште
17.01.05


       Ғәҙәттә иҫке Яңы йылды мин дуҫтарым йәки туғандарым менә н ҡаршылай инем. Был юлы иһә Милли йәштәр театрында үткән "к апустник"ка барырға булдым һәм, әйтергә кәрәк, бер минутҡа л а үкенмәнем.
       Башта Игор Пановтың өгөтөнә бирелеп "спиртәҙерлек" үтергә тура килде: ул да булһа стаканға ниндәй эсемлек - минераль һыу йәки араҡы, икенсе вариантта - шампань шарабы йәки лимон ад ҡойолоуын билдәләүгә ҡоролған уйын. Минең һайлауым уңышлы булды - стаканға минераль һыу һалынған ине. Ә инде ҡатыраҡ эсемлек "һайлаусылар"ға ҡабымлыҡ артынан фойеның икенсе яғын а йүгерергә тура килде.
       Артабан мин шыршы янына - Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу эргәһенд ә күңел асырға йүнәлдем. Улар миңә бала сағымды иҫкә төшөрөр гә ярҙам итте. "Актер булмаһаң да костюм кейеп фотоға төшөрг ә бурыслыһың" тигән яҙыуға ла битараф ҡала алманым. Ҡыш баба й, Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары костюмына ҡарағанда башыма сәлл ә урап, Көнсығыш халатында фотоға төшөүҙе хуп күрҙем.
       Иң ҡыҙығы театр залында, Мөсәлим Ҡолбаевтан иҫке Яңы йыл ға арналған тамаша көтә ине, әлбиттә.
       Кем арҡаһында беҙ Яңы йыл байрамдарында туйғансы мандарин ашайбыҙ Грузиндар арҡаһында, әлбиттә. Улар бөгөн дә сәхнәг ә буш ҡул менән сыҡманы, тамашасыларҙы мандарин менән һыйла ны.
       Артабан тамашаны быйылғы миҙгелдең суперхиты "Муха - Цоко туха" дауам итте.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал