6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Юлаевсылар тағы ла ЦСКА - ға биреште
17.01.05


       Өфө хоккей клубы өсөнсө тапҡыр Мәскәү армеецтарына биреш те. Башҡортостандың баш ҡалаһында барған осрашыу ҡунаҡтарҙың ышаныслы еңеүе менән тамамланды.
       ЦСКА атлетик һәм йылдам команда, уның составында талантлы хоккейсылар уйнай. Көйәрмәндәр Николишин, Сапрыкин, Жердев, Фролов фамилияларын бик яҡшы белә. Юлаевсыларҙың армеецтарҙ ы еңергә мөмкинселектәре булманы түгел, әммә был көндө уңыш тулыһынса ҡунаҡтар яғында ине. Бынан тыш хужалар Пермь "Моло т"ын менән сағыштырғанда етди уйнаусы команда менән осрашҡас , өйрәнелгән хоккей уйнауҙан туҡтаны. Алға барыу бурыстарын үҙ өҫтөнә алырға тейеш булған беренсе звеноның уйынын да яҡш ыларҙан тип әйтеп булмай. Күптәр был осрашыуҙы һөжүм итеүсел әр - ЦСКА уйынсыһы Александр Фролов һәм "Салауат Юлаев" форв арды Игорь Волков араһында үҙенсәлекле ярыш булыр тип көткәй не, әммә егеттәрҙең бәхәсенә башҡа, шулай уҡ билдәле уйынсыл ар ҙа ҡушылды.
       Николаев тәүге тапҡыр беҙҙең һаҡсылар үҙ биләмәһендә шайб аны юғалтып һөжүм итеүселәрҙе ҡаплап өлгөрмәгәндән һуң артҡа сигенде. Артабан иһә Олег Кваша менән Олег Сапрыкин уны бөт өнләй юҡҡа сығарып ҡуйҙы, 0:1.
       Икенсе шайба тулыһынса беҙҙең ҡапҡа һаҡсыһының намыҫында. Николай Жердев дискты алыҫтан тороп ырғытты һәм ҡапҡаға инд ерҙе. 0:2 - һәм Жердев Волковты снайперҙар бәхәсендә ҡыуып е тте - уларҙың икеһе лә 14 - әр гол индерҙе. Киләһе гол Дмитр ий Упперҙыҡы. Бында Николаевты ғәйепләүе ҡыйын, әммә трибуна лар һаҡсыны алмаштырыуҙы талап итеп ҡысҡыра башланы. "Салауа т Юлаев" ҡапҡаһына өсөнсө периодта Йони Пуурула торҙо. Әммә фин һаҡсыһы ла үҙ биләмәләрен имен көйө һаҡлай алманы - Сапр ыкин тағы бер шайба индереп иҫәпте 0: 4 - кә еткерҙе.
       Ниһайәт юлаевсы Александр Зевахин ҡаршы яҡ ҡапҡаһына бер гол индерә алды. Осрашыу иҫәбе 1:4.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал