6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ТатьянаИҡтисад // Юбилейҙар

Туймазы бетон ташыусы машиналар заводы һынатмай
17.01.05


       Һеҙҙең фил күргәнегеҙ бармы Зоопаркта йәшәүсе йә иһә ци рк тамашаһында ҡатнашыусы түгел, ә икенсе, ысын булмаһа ла үҙенең оҙон томшоғо менән был көслө һәм аҡыллы хайуанға оҡш аған машинаны күҙ уңында тотам мин. Шаярмай ғына әйтһәк, һүҙ Туймазы машина төҙөүселәре етештергән бетон насосы тураһынд а бара, ул үҙенең "томшоғо" ярҙамында бер өлөш бетонды кәрәк ле бейеклеккә күтәреү һәләтенә эйә. Ә бейеклеге баш әйләндер ерлек - 33,37 метр, сиратта - 42 метр!
       Бөгөн "Туймазы бетон ташыусы машиналар заводы" асыҡ акцио нерҙар йәмғиәте үҙенең 25 йәшен билдәләй. Заводта 1600 - гә яҡын кеше эшләй. Предприятие илдең бетон транспорты етештере үсе иң ҙур заводтары иҫәбенә инә. Туймазы ҡалаһында етештер елгән тауар продукцияһының 14 проценты уның өлөшөнә тура кил ә. 25 йыл эсендә завод 26 меңдән ашыу бетон транспорты машин алары һәм башҡа изделиелар етештергән. Предприятиела сығарыл ған техника Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә уңышлы файҙаланы ла. Уны Ҡаҙағстан, Белоруссия, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Литва һәм Латвия, шулай уҡ Көнсығыш Европа, Азия илдәре лә һатып ала.
       Барыһы ла 1973 йылдың август айында, илдең элекке етәксел еге, Советтар Союзының Төҙөлөш, юл һәм коммуналь машиналар т өҙөү министрлығы Туймазыла бетон ташыусы машиналар заводы тө ҙөү тураһында ҡарар ҡабул итеүҙән башлана. Был ҡарарҙың файҙ аһына нигеҙҙәр етерлек була, уларҙың иң мөһиме - Яр Саллыһын дағы Кама автомобилдәр заводына яҡын урынлашыу.
       Төҙөлөш 1976 йылдың яҙында башлана. Генераль подрядсы ите п "Туймазынефтестрой" тресы билдәләнә. Төҙөлөш барыусы заво дты Петр Иванов етәкләй, уға был ваҡытта 33 йәш була. Петр Федотович ышанысты аҡлай - заводты төҙөп бөтә, артабан 20 йы л дауамында уға етәкселек итә. Бетон ташыусы машиналар менән бер рәттән Туймазы төҙөлөш машиналарының тәжрибә - эксперим ент заводы төҙөлә. 1977 йылдың 5 ноябрендә бетон ташыусы ма шинаның тәүге тәжрибә өлгөһө - СБ - 113 сығарыла. Ике йылда н төп цехтар блогы файҙаланыуға тапшырыла. 1980 йылдың 28 ғи нуарында министрлыҡтың ике заводты бергә ҡушыу тураһында при казы сыға. Ошо дата Туймазы бетон ташыусы машина заводы тари хының башланғыс нөктәһе итеп алына ла инде.
       1994 йылдың ноябрь айында завод асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә. Ошо йылда заводтың етәкселеге лә алмашына. Петр Иванов Туймазы ҡала хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә, уның урынына быға тиклем баш инженер булып эшләүсе Валерий Хазов килә.
       Заводта төп иғтибар етештерелгән продукцияның юғары сифат лы булыуына бүленә. Комплектлаусы изделиеларҙың байтаҡ өлөшө билдәле немец һәм итальян фирмаларынан ҡайтарыла. Һәр яңы м оделде эшләү барышында донъяла булған ҡаҙаныштар, ҡулланыус ының талаптары иҫәпкә алына. Сығарылған машиналар ышаныслы к онструкцияһы, юғары файҙаланыу үҙенсәлектәре, хеҙмәтләндереү ҙә ябай булыуҙары менән айырылып тора.
       Үткән ике йыл эсендә генә заводтың тауар продукцияһы күлә мендә экспорт өлөшө 9,7 проценттан 15 процентҡа тиклем артҡа н. Предприятие "Арка Золотой Звезды" һәм "Факел Бирмингема" юғары халыҡ - ара наградаларға лайыҡ булды. "КамАЗ" акционер ҙар йәмғиәте менән оҙайлы йылдар дауам иткән хеҙмәттәшлек һө ҙөмтәһендә заводтың мөмкинселектәре лә һиҙелерлек киңәйҙе.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, завод үҙенең юбилейын лайыҡлы һөҙ өмтәләр менән ҡаршылай. 2004 йылда 649 миллион һумлыҡ тауар продукцияһы етештерелгән. Үтән йылға ҡарата үҫеш 45,3 процен т тәшкил иткән. Экспорт күләме 47 процентҡа артҡан. Башҡа ет ештереү һәм финанс күрһәткестәре лә күҙгә күренеп яҡшырған. 13,7 миллион һумдан ашыу килем алынған.
       Заводтың ҡала тормошона индергән өлөшө лә баһалап бөткөһө ҙ. Сирек быуат эсендә 100 мең квадрат метр торлаҡ, ике балал ар комбинаты, заманса типография, ҡаҙанлыҡ, мунса - сауна са фҡа индерелгән. Завод ҡалала берҙән - бер булған 100 урынлыҡ шифахана - профилакторий төҙөнө. Эшсе кадрҙар әҙерләү өсөн урта профессиональ техник училище асылды, әлеге ваҡытта уға лицей статусы бирелгән. Завод үҙенең киләсәге тураһында ҡайғ ырта, тимәк уның перспективаһы бар тигән һүҙ.
       Наградалар исемлеге лә тулылана. 2003 йылда Мәскәүҙә үткә н "Стройтех - 2003" Халыҡ - ара төҙөлөш күргәҙмәһендә заво дҡа төҙөлөш һәм ремонт өсөн махсус автомобилдәр етештергән ө сөн диплом тапшырылды. Үткән йыл АБН 75/32 бетон насосы респ убликаның "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" һәм "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" Бөтә Рәсәй программа - конкурсында дипло мант исемен яуланы. Быйыл туймазылар мотлаҡ рәүештә тағы нин дәй ҙә булһа яңылыҡ уйлап табасағына шик юҡ, сөнки завод эшс әндәре бар көсөн биреп эшләй һәм ижади фекер йөрөтөргә лә о нотмай.
       Юбилей тантанаһында ҡатнашып, алдынғыларға наградалар та пшырған ваҡытта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов та т ап ошондай фекер әйтте.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал