6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // БР Дәүләт Йыйылышында

Депутаттар ғинуар аҙағында йыйыласаҡ
14.01.05


       Ғинуар айының аҙағында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай деп утаттары 2005 йылғы яҙғы сессияның беренсе ултырышына йыйыла саҡ. Уның ҡайһы көндө үтеүе һәм сарала нисә һорау ҡарарға пл анлаштырылыуы тураһында әлегә аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ. Был деталдәргә парламент спикеры һәм уның урынбаҫарҙарынан тыш профилле комитет етәкселәре лә ингән Президиумда аныҡлыҡ инд ереләсәк.
       Буласаҡ ултырыштың төп темаларының береһе булып республик аның кеше хоҡуғы буйынса яңы вәкилен тәғәйенләү торор, моға йын. Бөгөн был вазифаны башҡарыусы Сыңғыҙ Ғәзизов, вәкәләт в аҡыты тамамланыу сәбәпле, отставкаға китә. Был поста ул һиге ҙ йыл дауамында хеҙмәт итте һәм, закон буйынса, уны башҡа ке ше алмаштырырға тейеш.
       Конституцияға ярашлы, вәкил кандидатураһын Башҡортостан П резиденты тәҡдим итә. Әммә республика башлығы кемде тәҡдим и тере әлегә тиклем билдәһеҙ. Был постҡа кандидатты тәғәйенләү һәм уны бушатыу тураһында ҡарар халыҡ тарафынан һайланған д епутаттарҙың тауышынан тора.
       Яҙғы сессия осоронда халыҡ һайланыусылары етмештән ашыу з акон проекты ҡарарға ниәтләй. Конституция суды һәм Профсоюзд ар федерацияһы ҡайһы бер закондарға төҙәтмә индереү тураһынд а тәҡдим менән сығыш яһаны. Дәүләт Йыйылышы парламентарийҙар ы ла үҙҙәренең закон сығарыу хоҡуғы менән файҙаланып ҡалды, улар депутат статусы тураһында законға үҙгәрештәр һәм өҫтәмә ләр индерергә тәҡдим итә. Шулай ҙа һорауҙарҙың иң күп өлөшө, ә был закон проекттарының 80 процент самаһы тигән һүҙ, парл амент комитеттары һәм республика Хөкүмәте ҡарамағына сығарыл ған.
       2006 йылдың 1 ғинуарынан алып Рәсәй Федерацияһы, уның су бъекттары һәм урындағы үҙидара органдары араһындағы вәкәләтт е сикләү тураһындағы федераль закон үҙ көсөнә инәсәк. Быға б әйле башҡорт парламентарийҙары көҙ көнө үк республиканың адм инистратив - территориаль ҡоролошо үҙгәреүенә ҡағылышлы зако н ҡабул итте. Әммә эш бының менән генә тамамланмай. Әле муни ципаль һәм башҡа милекте сикләү, шулай уҡ муниципалитеттарҙы ң вәкиллек органдарының оптималь һанын билдәләү тураһындағы һорауҙар хәл ителмәй ҡала. Яҙғы сессия осоронда депутаттар ш улай уҡ ошо проблемаларҙы ла хәл итергә ниәтләй.
       Республиканың "Алкоголизм, наркомания һәм токсикоманияны иҫкәртеү тураһында" законы иң мөһим мәсьәләләр рәтендә ҡала. Ниңә икәнен аңлатып тороуҙың кәрәге юҡтыр тип уйлайым. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса йылына бер кешегә һигеҙ литрҙан ашыу спиртлы эсемлектәр ҡул ланылыуы йәмғиәттең һәм милләттең түбән тәгәрәүе тураһында һөйләй. Башҡортостанда был күрһәткес йылына 10,5 литрға бары п баҫты. Бынан тыш, беҙҙең республикала 50 меңдән ашыу кеше наркотиктар ҡуллана.
       Республика парламентының тиҙҙән үҙ наградаһы барлыҡҡа ки ләсәк. Әлеге ваҡытта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет гра мотаһы тураһында Положение Закондар сығарыу, дәүләт төҙөлөшө һәм суд - хоҡуҡ һорауҙары буйынса комитетта ҡарала. Депутат тарға хәҙер был грамотаның ниндәй ҡаҙаныштар өсөн һәм кемгә тапшырыласағын хәл итергә ҡалды.

Сергей Захаров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал