6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ТатьянаХоҡуҡ // Кеше хоҡуҡтары

Кеше хоҡуғын һаҡлау буйынса Йәмәғәт советы булдырылды
13.01.05


       Башҡортостан Эске эштәр министрлығы эргәһендәге эске эшт әр органдары эшмәкәрлегендә кеше хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса Й әмәғәт советының тәүге ултырышы булып үтте. Уны булдырыу ту раһында приказға республиканың эске эштәр министры Рафаил Ди ваев 2004 йылдың беренсе декабрендә ҡул ҡуйғайны.
       - Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, тәртип һаҡлауҙан тыш, эске э штәр органдары кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын да һаҡларға тей еш. Хоҡуҡи дәүләтте шунһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел , - тине Совет рәйесе, БР эске эштәр министры урынбаҫары Фәт хлислам Тоҡомбәтов. - Әммә был йәһәттән милицияның етешһеҙле ктәре күп булыуын танырға кәрәк.
       Был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн тик ошо проблема менән г енә шөғөлләнеүсе косультатив - кәңәшмә органы булдырырға ҡар ар ителде. Советтың составы бик күп төрлө - унда Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, республиканың власть органдары, й әмәғәт берекмәләре, хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре инде. Был үҙ сиратында һәр мәсьәләне төр лө яҡлап тикшереп, объектив ҡарар ҡабул итергә мөмкинселек б ирәсәк.
       - Республиканың эске эштәр министры тарафынан бик ҡыйыу а ҙым яһалды, айырыуса һуңғы ваҡиғаларҙы иҫәпкә алғанда, - тип билдәләне Совет рәйесе урынбаҫары, БР Дәүләт Йыйылышы депут аты Эдвард Мурзин.
       Совет Эске эштәр министрлығы һәм йәмғиәт араһын тоташтыры п тороусы быуын ролен үтәйәсәк. Ул граждандарға милиция эшмә кәрлеген контролдә тоторға, закон боҙоу осраҡтары тураһында хәбәр итергә ярҙам итәсәк. Совет ағзаларына кеше хоҡуғын һа ҡлауға бәйле инициативаларҙы хәл итеү, граждандарҙың хоҡуғын боҙоу осрағында ғәҙеллекте тергеҙеүгә йүнәлтелгән бурыстар йөкмәтелгән. Совет эшенең төп принциптары тип Фәтхлислам Тоҡ омбәтов асыҡлыҡ һәм конструктив хеҙмәттәшлекте атаны.
       Милиция һәм Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың бергәләп эшләүе ғәҙәти т үгел, - тип таныны ултырышта ҡатнашыусылар, - әммә аңлы хеҙм әттәшлек иткән ваҡытта Совет ярҙамында эске эштәр органдарын ың халыҡ алдында абруйын күтәрергә, милиция эшмәкәрлеге тура һында объектив фекер булдырырға мөмкин буласаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал