6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

"БАШвестЪ"тың яңы дизайны - Яңы йылға иң ҙур бүләк
13.01.05


       Яңы йыл менән, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Яңы йыл бүләкһеҙ бу ламы ни, тиһегеҙме Байрам уңайы менән "БАШвестЪ" үҙенә һәм үҙенең уҡыусыларына бына тигән бүләк әҙерләне - күреүегеҙсә, беҙ Яңы, 2005 йылға яңы дизайн менән керәбеҙ. Беҙ бик шат, ә һеҙ
       Шулай уҡ шатһығыҙҙыр, тигән уйҙа ҡалабыҙ, беҙҙең яңылығыб ыҙ матур, заманса ғына түгел, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ өсөн бик уңайлы ла. Хәҙер беҙ яңылыҡтарҙы элеккесә блоктарға бүлмәйб еҙ, бөгөнгө көндән алып яңы мәғлүмәт гәзитте асыу менән күҙг ә ташлана. Барлыҡ яңылыҡтар ағымы сайтҡа инә, шул уҡ ваҡытта статьялар архивы ла эшләй. Әйткәндәй, "Поиск" уңайлылыҡ өсө н интернет - биттең уң юғары мөйөшөнә күсерелде.
       Гәзиттең тағы бер яңылығы - "ял зонаһы"н беҙ яңылыҡтар бл огынан һуң "БАШвестЪ"тың подвалына күсерҙек. Бында һеҙ төрлө мауыҡтырғыс һәм фәһемле мәғлүмәттәр таба алаһығыҙ. Бынан ты ш тиҙҙән тағы бер "Ял" рубрикаһы эшләй башлаясаҡ, ул һеҙҙе Ө фө театрҙары, кинотеатрҙары, төнгө клубтары, дискотекалары - бер һүҙ менән әйткәндә, буш ваҡытты күңелле һәм файҙалы ите п үткәрергә мөмкин булған урындар менән таныштырасаҡ.
       Бынан тыш 2005 йылдың тәүге айҙарында "Һине эҙләйем" тип аталған рубрика ла асырға планлаштырабыҙ. Унда беҙ һеҙгә юға лтҡан кешегеҙҙе табырға, рухы һәм мауығыуҙары буйынса яҡын б улғандарҙы таныштырырға , хатта бәлки икенсе яртығыҙҙы ла та бырға ярҙам итербеҙ тип ышанабыҙ.
       Планда "БАШвестЪ йөҙҙәре" кеүегерәк исем аҫтында тағы бер яңы рубрика асырға ниәтебеҙ бар. Был бүлектә уҡыусы үҙе өсө н ҡыҙыҡлы булған журналист менән танышырға, уның контакт те лефондарын, авторҙың электрон адресын алып, бәйләнешкә инә а ласаҡ.
       Бына ошондай ҡыуаныслы яңылыҡтар хәбәр итәбеҙ. Һеҙ ҙә ҡән әғәт ҡалырһығыҙ, тигән өмөттәбеҙ. Әгәр яңы дизайн буйынса ни ндәйҙер һорау, тәҡдим йәки шелтәләр бар икән, беҙҙең адрес э леккесә.
       "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының генераль директоры, "БА ШвестЪ" электрон гәзитенең баш мөхәррире Виктор Журавлев е тәкселегендә коллектив һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлай һәм барлыҡ теләктәрегеҙҙең дә тормошҡа ашыуын теләй. Даими уҡыусыларыб ыҙға, штаттан тыш хәбәрселәребеҙгә йыл дауамында беҙҙең мен ән бергә булғандары өсөн ҙур рәхмәт.

"БАШвестЪ"тар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал