6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

"Урал" галереяһында күргәҙмә ойоштороп, әсәһе улына Раштыуа бүләге әҙерләгән
13.01.05


       Рус халыҡ әкиәттәре сюжеты "яңыса", акварель буяуҙар менә н төшөрөлгән һүрәттәр, хатта ағасҡа уйып биҙәктәр һалыу - бы лар барыһы ла Елена Ермолаеваның яратҡан ижад төрҙәре ( ул 1 995 йылдан алып Өфөнөң 57 - се мәктәбендә эшләй). Елена Миха йловна үҙе әйтеүенсә, уның ҡул аҫтында буласаҡ рәссам - педа гогтар - талантлы балалар тәрбиәләнә. Педагог стажы менән ғо рурланырға урыны бар уның - 25 йыл бер урында. Елена Михайло внаның тәрбиәләнеүселәре район, ҡала һәм республика художест во күргәҙмәләрендә ҡатнашып призлы урындар яулай. Уларға уҡы тыусылары өлгө булып тора - ижади шәхес булараҡ, ул һәр ваҡы т яңы идеялар менән яна.
       Елена Михайловна оракал, темпера, акварель, гуашь менән э шләй, монотипия менән шөғөлләнә, ҡаурый менән төшөрә. Үҙене ң барлыҡ оҫталығын ул уҡыусыларына тапшырырға тырыша, иң яр атҡан һәм өмөтлө уҡыусыларының береһе - улы Дмитрий Кузьмин. Ул әле был мөхиттә тәүге аҙымдарын ғына яһай, ә әсәһе уға и лһам өҫтәй һәм ярҙам итә. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, "Урал" гале реяһында уларҙың Раштыуа темаһына арналған уртаҡ күргәҙмәһе асылды.
       - Дима Өфөлә 1982 йылда тыуҙы, 1 - се мәктәптә белем алды , артабан рәссам - дизайнер һөнәренә эйә булды, - тип һөйләй Елена Михайловна улы тураһында. - Уҡыу осоронда йыл һайын б алалар ижады күргәҙмәләрендә ҡатнашты. Бөгөн дә Дима һәр буш минутын яратҡан шөғөлө - сәнғәткә бағышлай. Грфика уның то рмошоноң бер өлөшөнә әүерелде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал