6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Күҙаллауҙар

2006 йылға Рәсәйҙә Төп Законды яңыртасаҡтар
04.01.05


       12 декабрҙә һуңғы тапҡыр билдәләнгән РФ Коституцияһы кө нөнән һуң билдәле сәйәси белгес Глеб Павловский үҙәк гәзиттә рҙең береһенә биргән интервьюһында ҡыҙыҡлы фекер әйтте. Сәйә си технологтың һүҙҙәре буйынса, Рәсәйгә яңы Конституция кәрә к. Иғтибар итегеҙ, ниндәйҙер үҙгәртеү йә өҫтәмәләр индереү т үгел, ә тап яңы Конституция. Хәтерегеҙгә төшөрәм, халыҡ өсөн был дата ниндәйҙер байрам булараҡ түгел, ә тағы бер ял көнө итеп ҡабул ителә ине. Сәйәсмән һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар тураһы нда һүҙ бармай.
       Был һүҙҙәр бәлки һиҙелмәй ҙә үтеп китер ине, әммә Рәсәй П резиденты Конституция көнөндә власть илдең Төп Законын үҙгәр тергә йыйынмай, тип белдерҙе. "Ундай пландар юҡ", - тип һыҙы ҡ өҫтөнә алды президент.
       Павловский әфәнденең бындай фекере нимәнән ғибарәт һуң, у ның нигеҙе нимәлә
       Глеб Павловскийҙың хәбәрҙар кеше булыуынан башлайыҡ. Тимә к, был һүҙҙәр уның ябай фекер йөрөтөүҙәренә генә түгел, ә Кр емлгә яҡын торған кешеләрҙең идеяһына таянып әйтелгән. Был ғ ына ла түгел, әйтелгән һүҙҙәр Конституция көнө бөтөрөлөүе ме нән дә дәлилләнә, был үҙ сиратында властең конституцион үҙгә рештәргә әҙерләнеүе тураһында һөйләй. Был беренсенән. Икенс енән, Павловскийҙың 1993 йылғы Конституцияның бөгөнгө көн ы сынбарлығына тап килмәүе тураһындағы һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Дәүләт институттарының системаһы, һайлауҙар си стемаһы тамырынан үҙгәрә, яңы партия системаһы төҙөлә, төбәк тәрҙә закондар сығарыу йыйылышының роле үҙгәрештәр кисерә. Ө сөнсөнән, Кремлдә әлегә тиклем федераль модель билдәләнмәгән - йә был урындағы үҙаллы тормош өсөн мөмкинселектәрҙе киңәй теп, төбәктәр статусын тигеҙләү буласаҡ, йә федерация субъек ттарын эреләтеү һәм башҡалар. Дөрөҫ, бында Павловский әфәнде милли республикаларҙан Рәсәй Федерацияһының ябай субъекттар ын эшләү кәрәкмәй, тигән фекерҙә. Быны кешене шәхси сифаттар ынан мәхрүм итеп, уның үҙсәнлеген юҡҡа сығарыу менән сағышты рырға мөмкин булыр ине. Дүртенсенән, Рәсәй сәйәси технологта рының күҙ алдында "померанец ихтилалы" тора, уға ышаныслы за кон ҡалҡаны кәрәк.
       Бына ошолар барыһы бергә власте конституцион үҙгәрештәргә этәрергә тейеш тә инде. Һәм һанап үтелгән аргументтар менән килешмәү мөмкин түгел. Шуға күрә Владимир Путиндың Конститу цияның үҙгәрешһеҙ ҡаласағы тураһындағы һүҙҙәрен бәхәсһеҙ тип уйларға ярамай. Эйе, Рәсәй Президенты һүҙендә тора белә, әм мә уның журналистарға биргән яуаптарына ҡарағанда, ул - ҡаты прагматик. Шуға күрә бында түбәндәгесә фекер йөрөтөргә кәрә к: быйыл пландарҙа юҡ, ә киләһе йыл тураһында һүҙ булманы...
       Әммә хатта Кремлдә Конституцияны үҙгәртеү буйынса берҙәм ҡараш булғанда ла быны эшләү еңелдән булмаясаҡ. Эш түбәндә: документтың тәүге туғыҙ главаһын үҙгәртеү - ә уларҙа дәүләтт ең эш барышының тотороҡло принциптары сағыла - Конституцион йыйылыштың өҫтөнлөклө хоҡуғы. Ә был органды яҡын арала йыйыу мөмкин түгел, быға сәбәп булып саҡырылыштың тәртибен һәм пр инциптарын билдәләүсе закон булмауы тора. ӘЙткәндәй, һәр ете шһеҙлектең үҙенең исем - шәрифе бар. Бөгөнгө Коституция авто рҙарының быны күрәләтә күреп еткермәүе лә ихтимал. Ул саҡта инде һуңғы сик ҡала - дөйөм халыҡ референдумында Конституция ға үҙгәрештәр индереү өсөн граждандарҙың 50 проценттан күбер әге тауыш бирергә тейеш.

Сергей Зацепа.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал