6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Ҡыш Бабай "бүләктәре"
04.01.05


       Был матур йола бар халыҡта ла йәшәп килә буғай. Ысынлап та, яҡындарыңа яңы йыл бүләге тапшырыу һәм үҙеңә лә изге тел әктәр һәм бүләктәр ҡабул итеүҙән дә күңеллерәк нимә бар Дек абрь көндәре һәр кем күңелле мәшәҡәттәрҙә йәшәй. Яҡындарға, дуҫтарға нимә бүләк итергә, нисек ҡыуандырырға
       Дәүләт етәкселәренең мәшәҡәттәре беҙҙекенән күпкә артығыр аҡ, әлбиттә. Уларҙың яҡындары ни тиһәң дә 145 миллионға бары п баҫа бит. Өҫтәүенә улар ғәҙәтә бик етди һәм һәр төрлө көтө лмәгәнлекте яратмай. Барыһы ла алдан уйланған булырға тейеш. Шуға күрә бүләктәр ҙә алдан әҙерләнә. Беҙҙең дәүләттең, яҡш ы Ҡыш Бабайҙыҡы кеүек, бүләктәре муҡса тулы... Ә муҡса эсенд ә пакеттар. Төрлө закон һәм закон проекттары пакеттары. Улар ҙы беҙҙең "Ҡыш Бабайҙар" үҙҙәре лә аңлап бөтмәйҙер әле.
       Бүләктәр бик күп төрлө. Реклама ролигы йә проспект булһа, "... төрлө янсыҡҡа" тип тә өҫтәлер ине. Әммә был һүҙҙәрҙе о нотҡандар. Һәм дөрөҫ тә эшләгәндәр. Сөнки был тиклем хаҡ арт ыуын бер ниндәй ҙә янсыҡ күтәрә алмай. Мәҫәлән, Яңы йылға и кмәккә хаҡ 30 процентҡа артасаҡ, тип күҙаллана. Артабан иһә уның ике тапҡыр күтәрелеүен көтөргә ҡала.
       Был яңылыҡтың ыңғай яғы ла бар - хәҙер бер түтәрәм икмәкт е яңы йыл бүләге итеп алып барырға ла була. Уны шампань шара бы менән сағыштырырға мөмкиндер. Хәйер, спиртлы эсемлектәрг ә лә хаҡ арта. Күпмегә артасағы әлегә билдәле түгел, әммә я ңы йыл төнөндә артығын эсмәҫкә кәңәш бирелә - ҡиммәткә төшәс әк. Ҡабымлыҡҡа ла йәбешеп ятыу килешмәй, яңы йылда американд ар кеүек артыҡ һимеҙлектән йонсорға теләмәһәк, ауыҙҙы үлсәп асырға тура киләсәк.
       Етәкселәребеҙ аҡса тураһында ла онотмаған. Мәҫәлән, киләһ е йыл аҙағында бюджет өлкәһендә тир түгеүселәрҙең эш хаҡы 30 процент тирәһенә артасаҡ, ә минималь эш хаҡы 2005 йылдың се нтябрь айында 800 һумға етәсәк. Башлыҡтарыбыҙ киләсәк тураһы нда ла ҡайғырта - 2008 йылға минималь эш хаҡы йәшәйеш миниму мы менән тигеҙләнәсәк. Тик бына был минимумдың тәғәйен билдә ләнеше генә һаман асыҡ түгел. Был минимум кеше организмына ятҡан килеш кенә йәшәргә мөмкинселек бирергә тейешме, әллә ултырыпмы
       Ҡыҫҡаһы, аҡылыбыҙҙы, түҙемлегебеҙҙе, йәшәү теләген бергә йыйып, Яңы йылда бер - беребеҙгә иң яҡшы теләктәр һәм, әлби ттә, оло бәхет теләргә ҡала. Эйе, бәхет! Ҡыш Бабайҙарҙың бер ниндәй "бүләгенә" ҡарамайынса.

Шамил Гәрәев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал