6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Кушнарен... супершымсыһы
17.01.05


       2004 йылдың июль айында Башҡортостанға күп кенән мемуарҙ ар авторы Маркус Вольф килде. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан (1924 йылдың 14 ғинуарында тыуған), бик йылдам, энергияһы та шып тора, әйткәндәй, ул бик тә үҙенең атаһы - немец драматур гы, "Профессор Мамлок" пьесаһы авторы Вридрих Вольфҡа оҡшағ ан.
       Маркус Вольф 35 йыл буйына Германия Демократик Республика һы разведкаһын - донъяла иң һөҙөмтәле эшләүсе разведканы етә кләй. Көнбайыш Германияла ғына, башҡа илдәрҙе әйтеп тә тораһ ы түгел, уның дүрт мең (!) самаһы агенты була. Улар шул тикл ем уңышлы эшләй, ГДР етәкселәре Көнбайыш Германия разведкаһ ы килтергән хәбәрҙәр менән улар канцлер өҫтәленә ятмаҫ элек таныша торған булған. Агенттарҙың береһе хатта Вилли Бранд тың яҡын кешеләре араһына үтеп ингән, ә инде уның кем икәне асыҡланғандан һуң канцлер шунда уҡ үҙе теләп отставкаға китк ән...
       Көнбайыш Германия разведкаһы 20 йылға яҡын был кешенең фо тоһын ҡулға төшөрөргә маташа, әммә юҡҡа ғына. Супершымсы Ма ркус Вольфты бик аҙҙар ғына йөҙгә танып белә.
       Көнсығыш Германия раведчигының баш әйләндергес карьераһы ... Башҡортостан, дөрөҫөрәге, Кушнаренға килеп тоташа. Һуғыш йылдарында ( 1941 - 1943) Маркус Вольф Йәштәрҙең коммунисти к интернационалының (КИМ) башҡарма комитеты секретаре вазифа һын башҡара.
       Һеҙҙең алда ике фото. Уларҙың береһендә Маркус Вольф Кушн аренда Коминтернда уҡыған сағында һүрәтләнгән, икенсе фотола - Кушнаренда Коминтерн мәктәбе, унда төрлө милләт патриотта ры әҙерләп сығарылған.
       Мәктәптә белем алыусылар үҙ фамилияһы аҫтында уҡымаған. М аркус Вольфты ла бында Миша тип кенә йөрөткәндәр, һуңынан иһ ә ул Михаил Фридрихович булып киткән. Кушнаренда "Миша" өйл әнә, уның ҡатыны Эмма Вольф беҙҙең пединститут студенттарына яҙған хатында шулай уҡ Кушнаренда йәшәүен һәм белем алыуы н раҫлай.
       Маркус Вольф һәр ваҡыт Башҡортостанда Коминтерндың тарҡал ыуына тиклем эшләгән өлкән дуҫы, Германия Компартияһы етәксе һе Вильгелм Пиктың ярҙамын тойоп йәшәй. Артабан Мәскәүҙә тап шырыуҙары Германияға трансляцияланған радиостанцияла, икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң Берлин радиостанцияһы нда, һуңынан Мәскәүҙә Германия вәкиллегендә эшләй.
       1951 йылда Коминтерндың Кушнарен мәктәбендә сынығыу алған Маркус Вольфты Тыуған иленә саҡыралар, унда ул ГДР Дәүләт х әүефһеҙлеге министрлығында разведка идаралығын етәкләй.
       Разведканан 1987 йылда китә: Көнсығыш Германияла ул ваҡыт та сәйәсәт өлкәһендә шау - шыуҙар ҡыҙа башлай. Көнсығыш һәм Көнбайыш Германия ҡушылыуға бер ни тиклем ваҡыт ҡалғас ул үҙ енең Шпрее ярында ултырған йортон ҡалдырып Мәскәүгә оса. Арт абан 1991 йылдың август айы...
       - Мине һәр ваҡыт Кубаға саҡыралар ине, - ти Вольф интервь ларының береһендә. - Унда мин кәнәфиҙә Кариб диңгеҙенә ҡара п һоҡланып ултыра алыр инем, китаптар яҙыр өсөн ваҡытым да ҡ алыр ине.
       Әйткәндәй, китаптарға килгәндә. 1993 йылдан отставкаға сы ҡҡан генерал - лейтенант Маркус Вольф, билдәле разведчик Дан иэль Дефо кеүек үк, бер нисә китап яҙа. Уларҙа супершымсы Во льфтың байтаҡ ҡына серҙәре асыла. Мәҫәлән, уның агенттары "к әрәкле" урында эшләгән секретаршаларға "ҡулын һәм йөрәген" т әҡдим итә һәм шулай итеп "серле мәғлүмәт"кә юл аса торған бу лған.
       Әммә... Михаил Фридрихович Азатлыҡ утрауына бармай. Мәскә үҙән Австрияға сыға, артабан Германия сигенән үтә, бында ун ы иленә хыянат итеүҙә ғәйепләйҙәр. Маркус Вольфты ете йылға хөкөм итәләр, әммә һуңынан был хөкөм тормошҡа ашырылмай.
       Һәм билдәле разведчик, хәҙер инде танылған мемуарсы Башҡо ртостанға юл тота. Һағыныуы уны Коминтерн мәктәбе урынлашҡан Кушнаренға алып килеүе сәйер түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул би на бөгөн юҡ инде. Әммә крайҙы һаҡлау музейында һаҡланыусы к үп кенә экспонаттар разведчикты йәшлегенә алып ҡайтты.
       Маркус Вольф Өфөлә булған саҡта миңә уның меәнн һөйләшеү бәхете тейҙе. Ул миңә үҙенең автографы ҡуйылған һуңғы китабы н бүләк итте.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал