6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Президент шыршыһы мөғжизә бүләк итте
27.12.04


       Президент шыршыһында, тимәк йылдың иң мауыҡтырғыс сараһы нда булыу һәр уҡыусының хыялылыр, моғайын. Бөгөн иһә байтаҡ уҡыусыларҙың хыялы ысынбарлыҡҡа әйләнде һәм республиканың ҡа ла һәм райондарынан 1200 уҡыусы бала Өфө дәүләт циркында ойо шторолған Яңы йыл тамашаһында ҡатнашты.
       Һәр тарафта байрам кәйефе хөкөм һөрә. Тышта, йәшел матурҡ ай эргәһендә әтәс ҡысҡыра, балалар саналарҙа шыуа һәм шыршы тирәләй әйләнә, фойела цирк клоундары төрлө конкурстар, уйын дар үткәрә.
       39 - сы гимназияның 4 - се синыф уҡыусыһы Полина Мелкоедо ва Президент шыршыһында икенсе тапҡыр һәм быйылғыһы үткән й ылғы байрамға ҡарағанда күңеллерәк булыуын белдерә.
       - Мин инде бала түгел, төрлө уйындар уйнамайым, әммә байр ам миңә оҡшаны, - ти ул.
       Алексей Логинов, 93 - сө гимназияның 8 - се синыф уҡыусыһ ы, шыршы байрамына өсөнсө тапҡыр килгән һәм уларҙың йылдан йыл мауыҡтырғысыраҡ үткәрелеүен билдәләй.
       Быйыл балалар өсөн көтөлмәгән бүләк булып мөғжизәләр арен аһы торҙо. Ә тамаша, әкиәттәгеләй, цирк түбәһе аҫтында ап - аҡ күгәрсендәр осоуынан башланып китте.
       Бөгөн залда йыйылыусы балаларҙы Башҡортостан Президенты и семенән БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары - мәҙәниәт
       һәм милли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов ҡотланы.
       - Беҙҙең республикала республиканың ҡала һәм райондарынан
       саҡырылған балалар ҡатнашлығында Яңы йыл тамашаһы үткәреү м атур йолаға әүерелде. Беҙҙең өсөн һеҙҙең турала хәстәрлек кү реүҙән дә мөһимерәк мәсьәлә юҡ. Башҡортостанда һеҙ әхлаҡи яҡ тан һау булып үҫһен өсөн барыһы ла эшләнә. Асылған мәктәптәр
       иҫәбе буйынса беҙ Рәсәйҙә беренсе урында торабыҙ, йәш быуын
       - беҙҙең төп байлығыбыҙ. Әгәр һеҙ спорт менән шөғөлләнеп, с әнғәт менән ҡыҙыҡғһынып үҫһәгеҙ, республиканың ысын гражданд ары буласаҡһығыҙ.
       Башҡортостаныбыҙҙың символы Салауат Юлаев, уның образы ре спублика гербында ла һүрәтләнгән. Һеҙ ҙә азатлыҡ һәм халыҡ -
       ара дуҫлыҡ идеяһына тоғро булығыҙ.
       Киләһе йыл беҙҙең алда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 й ыллығын билдәләү тора. Һеҙ донъяны фашист илбаҫарҙарынан аза т иткән олатайҙарығыҙ менән ғорурланырға һәм инде бик аҙ ҡал ып барған ветерандар тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы.
       Бөгөнгө байрам көнөндә барығыҙҙы ла Башҡортостан Президен ты исеменән БР Конституцияһы Көнө һәм Яңы, 2005 йыл менән ҡа йнар ҡотлайым. Һеҙҙең өсөн ул яҡты һәм ҡыуаныслы булһын, бәх ет, именлек, уңыштар теләйем!
       Байрамды республика театры артистарының төрлө әкиәт герой ҙары образында сығыштары дауам итте.
       Президент шыршыһында иң иҫтә ҡалғаны, әлбиттә, Рәсәйҙең х алыҡ артисы, Монте - Карлола үткән халыҡ - ара конкурс лауре аты Николай Павленконың 12 юлбарыҫ һәм япон шпицтары менән " Монте - Карло алтыны" тип аталған программаһы булды.
       Ҡыш Бабай һәр саҡтағыса балаларҙы көттөрә биреп килде. Һә м байрамда ҡатнашыусы һәр балаға Салауат Юлаевтың тыуыуына 2 50 йыл тулыу уңайы менән сығарылған бай йөкмәткеле, матур ит еп биҙәлгән китап, йомшаҡ уйынсыҡ һәм күстәнәстәр бирҙе.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал