6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Йәштәр

КВН символы баш ҡаланан китте...
22.12.04


       Скептиктарҙың күҙаллауҙарына ҡарамаҫтан республикала КВ Н уйынын юҡҡа сығарырға иртәрәк әле. Эйе, һуңғы уйын бик үк уңышлыларҙан булманы. Әммә "Юбилейный" Мәҙәниәт һарайында үт кән республика суперлигаһының һуңғы уйыны КВН яратыусыларҙы өмөтләндерҙе. Һәр хәлдә тамашасылар йәкшәмбе кисен бушҡа уҙғ арманы.
       Уйындың асышы тип Нефтекаманан килгән "Наши люди" команда һын әйтергә булыр ине. Тәүге сығыштарынан башлап улар үҙҙәре нең баш ҡала КВНсыларынан бер башҡа өҫтөнөрәк тороуын күрһәт те һәм аҙаҡҡа тиклем ошо кимәлдән төшмәне.
       Башҡорт КВНы ветерандары, үҙҙәре лә Өфөнән булыуына ҡарам аҫтан, жюри ҡарары менән ҡәнәғәт ҡалды. Төп приздың баш ҡала нан китеүе менән дә риза булдылар.
       Республика КВН лигаһы редакторы Денис Недопекин команда башҡарған эш ниһайәт үҙ емештәрен бирә башланы, тип һанай. " Наши люди" бер йыл эсендә һиҙелерлек үҫте, уларҙың Санкт - П етербургта сығыш яһауҙары ла ошо турала һөйләй.
       "Ашхана" ветеран - командаһы капитаны Денис Дьяченко ла и жади цех буйынса коллегаларының сығышы менән ҡәнәғәт булыуын
       белдерҙе.
       - Жюри дөрөҫ баһа бирҙе, - тине ул. - Мин нефтекамаларҙың
       еңеүе менән тулыһынса риза.
       Башҡорт дәүләт университетының "12" командаһы - башҡорт К ВНы чемпионы был юлы үҙенең юғары статусын раҫлай алманы. Ул
       икенсе урын яуланы.
       "Место встречи" тип аталған Башҡорт дәүләт университетыны ң йыйылма командаһы ла был юлы уңманы, ә бына апрель Юморина һында ул иң яҡшы ҡатын ҡыҙ һәм ир - ат роле өсөн ике призды ла эләктергәйне.
       - Беҙҙең дүрт команда ла үҙ- ара дуҫ йәшәй, - ти "Место в стречи" командаһы капитаны Алексей Огнев. - Мин нефтекамалар ҙың еңеүенә ихлас күңелдән ҡыуанам.
       "Огромный дождь 2" - Өфө дәүләт авиация техник университе ты командаһы әлегә "өмөтләндереүсе" рангында ҡала, ул һуңғы,
       дүртенсе, урында.
       Республика суперлигаһын ойоштороусы булып БР Йәштәр сәйәс әте буйынса дәүләт комитеты сығыш яһаны. Комитет рәйесе һәм жюри ағзаһы Рәмил Хисаметдинов өфөлөләргә уйын кимәлен күтәр ерәг кәрәк, тип һанай.
       - Ниндәй хәл булыуына ҡарамаҫтан, беҙ КВНға һәр ваҡыт ярҙ ам итергә әҙер, - тип вәғәҙә итте йәштәр ведомствоһы етәксеһ е.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал