6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Мәңгелеккә яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы...
22.12.04


       Үлем һәр ваҡыт көтмәгәндә килә. Әммә Валерий Павлович Л есунов кеүек, бик күптәрҙең ихтирамын яулаған, эшһөйәр, энер гияһы ташып торған кешене юғалтыу икеләтә ауыр.
       Валерий Лесунов - БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, Өфө моторҙ ар эшләү берекмәһенең генераль директоры.
       Уның тыуған көнө, 12 ғинуарға тиклем күп тә ҡалмаған ине,
       әммә яҙмыш үҙенсә хәл итте: ул беҙҙең эргәнән 18 декабрҙә, 56 - сы йәшендә китеп барҙы.
       Валерий Павлович тураһында бик күп һүҙҙәр һөйләргә була, әммә иң мөһиме - ул ысын мәғәнәһендә Кеше ине.
       Ул 1949 йылда Башҡортостан Республикаһының Иглин районы У рман ҡасабаһында донъяға килә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1968 йылд а металда биҙәк яһаусы булып башлай, артабан көйләүсе (налад чик), инженер - технолог булып дауам итә. 1974 - 1975 йылдар ҙа Советтар армияһында хеҙмәт итә. 1975 йылдан башлап егерме
       йыл дауамында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе коллективында те хнолог, баш технолог урынбаҫары, баш технолог, баш инженер у рынбаҫары, баш инженер, предприятиеның техник директоры вази фаларын башҡара.
       1994 йылда Валерий Лесунов Башҡортостан Республикаһы Прем ьер - министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1998 йылдан алып ул - "Өфө моторҙар эшләү берекмәһе" асыҡ акционе рҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
       Валерий Павлович ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә вазифа
       башҡармаһын, ул үҙ эшенә һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ менән ҡара ны, коллегалары уның эш һөйөүсәнлеген, ойоштороусы һәләттәре н, компетентлығын һәм юғары профессионал булыуын юғары баһал аны. Республика һәм тотош ил сәнәғәте һәм иҡтисады үҫешенә ул күп көсөн һәм энергияһын бирҙе. Ул Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ т оп - менеджеры иҫәбендә ине. Быйыл Валерий Павлович "Иҡтиса д, стратегик идара итеү" номинацияһында "Йыл кешеһе - 2004" милли премия лауреаты булды.
       Валерий Павловичтың фиҙакәр хеҙмәте дәүләт наградалары ме нән дә билдәләнде: ул Почет ордены, "За доблестный труд. В о знаменование 100 - летия со дня рождения В. И. Ленина" миҙал ы, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наград ланды, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләү сеһе" тигән исемгә лайыҡ булды.
       Валерий Павлович Лесунов Башҡортостан Республикаһының бер енсе, икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай
       депутаты итеп һайланды.
       Ул изге күңеллелек, ябайлыҡ, кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбә т кеүек кешелек сифаттары менән айырылып торҙо.
       "БАШвестЪ" интернет - гәзите коллективы мәрхүмдең туғанда ры һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша. Валерий Павлови ч хаҡында яҡты иҫтәлек уны белгән һәр кемдең йөрәгендә мәңг е һаҡланасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал