6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Яңы вертолет яңы тормошҡа илтһен
20.12.04


       ... Ҡышҡы аҡһыл күктә аҡ ҡоштай бәләкәй вертолет оса. Йә
       бер урында туҡталып ҡала ул, йә ҡапыл юғарыға күтәрелә. Алғ а, артҡа, ситкә, ҡаршы яҡҡа... Ҡайһы ваҡыт ерҙә яңғыраған ҡу л сабыуҙар аҫтында вертолет тауышы юғалып та ҡала. Күмерта у авиация етештереү предприятиеһында эшләүселәрҙең шатлығын аңларға була. Был бәләкәй аҡ мөғжизә - предприятиеның иҡтиса ди хәле яҡшыртыуға ҙур өмөт булып тора.
       Был тәжрибә вертолеты 8 йыл буйы эшләнде һәм 2001 йылда д онъя күрҙе. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырым маҡсатлы программ а булыуына ҡарамаҫтан бының өсөн федераль бюджеттан аҡса бүл енмәне. Вертолет республиканың финанс ярҙамы һөҙөмтәһендә ба рлыҡҡа килде. Һынауҙар әлеге көнгә тиклем барҙы. Ниһайәт, яң ы вертолет тәүге ҡулланылыусыға тапшырылды. Заманса борт ҡор амалдарына эйә булған вертолет милли һәм халыҡ - ара авиация
       нормаларына тап килә. Ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән КА - 26 вертолеттарын модернизациялау юлы менән эшләнгән. Вертолет и дара итеү ябайлығы, вибрацияларҙың түбән кимәле, ышаныслылыҡ , осошта хәүефһеҙлек кеүек сифаттарға эйә. Уны модернизациял ау поршенле двигателдәрҙе газ - турбиналыға алмаштырыуҙы, аэ родинамик яҡтан камилыраҡ яңы винттар ҡуйыуҙы, ҡорамалдарҙың
       яңы борт комплексын урынлаштырыуҙы һәм пилот, пассажирҙар ө сөн уңайлы шарттар булдырыуҙы үҙ эсенә алған КА - 226 вертол етының конструкцияһы һәм уны эшләү технологияһы заманса етеш тереү талаптарына яуап бирә.
       Аппарат конструкцияһының яңы модуллелеге вертолеттың яңы варианттарын тиҙ арала эшләү мөмкинлеген бирә. Төп модель ке шеләр һәм йөк ташыу өсөн тәғәйенләнә. Медицина һәм патруль в арианттары ла бар.
       Осоусы - һынаусылар Александр Смирнов һәм Александр Копей чик был яңы еңел машинаның барлыҡ мөмкинлектәрен күрһәтте. У ңайлы, маневрлы вертолет ҙур һорау менән файҙаланасаҡ. Әйткә ндәй, киләһе йыл ошондай ун вертолет етештерергә заказ бирел гән. Был өлгө менән Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте, Мәскә ү ҡалаһы хакимиәте, башҡа ойошма һәм ведомстволар ҡыҙыҡһына.
       Шулай уҡ предприятиела етештерелеүсе башҡа ун төрлө вертоле тҡа заказ бар.
       Республика Президенты яңы техниканы юғары баһаланы. Был,
       һис шикһеҙ, ҡала өсөн дә, республика өсөн дә ҙур ваҡиға, ти не ул һәм предприятиеға ҙур уңыштар теләне.

Ольга Горюнова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал