6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Брайль системаһы буйынса юбилей
21.12.04


       Ошо көндәрҙә Өфө махсус ( коррекция) дөйөм белем биреү м әктәп - интернатының эшләй башлауына 75 йыл тулды. Директор
       Фәйзулла Абдрафиҡов әйтеүенсә, үткән быуат баштарында төбәк тә трахома ауырыуы һөҙөмтәһендә тотош ауылдары менән һуҡыр ҡалыу осраҡтары булған. Башҡорт хөкүмәте һуҡырҙарҙы эш менән
       тәьмин итеү һәм белем биреү проблемаһын хәл итергә мәжбүр б улған.
       Һәм 1929 йылда республика һуҡырҙар ойошмаһы инициативаһы
       буйынса күҙҙәре күрмәгән йә иһә насар күргән балалар өсөн
       БАССР - ҙың 10 йыллығы исемендәге өлкә мәктәбе асыла. Уның тәүге директоры - Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте ағзаһы, берен се группа инвалиды Мария Семенова бик ҡыйыу ҡатын - ҡыҙҙарҙа н була. Ул мәктәпте ойоштороуҙа бик әүҙем ҡатнаша. Ҙур булма ған белем биреү учреждениеһында башта балалар күп булмай. Шу лай булыуға ҡарамаҫтан, дәреслектәр, башҡа мөһим әҙәбиәт һәм
       Брайль системаһы буйынса уҡытыу өсөн белгестәр етешмәй. Әмм ә ниндәй генә ҡыйынлаҡтар булһа ла, мәктәп үҙенең эшен туҡта тмай, балалар тейешле белемгә эйә була.
       1932 йылда мәктәпте киңәйтеү маҡсатынан Бөрөгә күсерәләр.
       Уҡытыу процесы аҡрынлап яйға һалына: дәреслектәр, яҙыу кәрә к - яраҡтары һатып алына. Һуғыш йылдарында ла мәктәп үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатмай. 40 - сы йылдарҙа бында иҙән һәм кей ем таҙартыу өсөн щетка етештереү оҫтаханаһы ойошторола.
       Яйлап учреждениеның уҡытыусылар составы ла тулылана. Мәҫә лән, 1952 йылда Герцен исемендәге Ленинград педагогия инстит утын тамамлап йәш тифлопедагог Зөфәр Мәҡсүтов ҡайта. Төп дәр естәрҙән тыш мәктәп үҙ тәрбиәләнеүселәренә музыкаль белем дә
       бирә башлай, тынлы инструменттар оркестры булдырыла, яңы ба яндар һәм фортепиано һатып алына.
       1964 йылда мәктәп кире Өфөгә күсерелә. Дүрт йылдан бында Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең филиалы асыла, әйткәндәй, ул әле лә эшләй.
       1970 йылда һуҡырҙар өсөн мәктәпте тулы урта белем биреүсе
       мәктәп статусына күсереү тураһында һорау ҡуйыла. Яңы стат устағы мәктәптең тәүге сығарылыусылары - биш егет һәм алты ҡ ыҙ - 1972 йылда үҙаллы донъяға аяҡ баҫа.
       Бөгөн һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн мәктәп - инте рнат - республикала был йүнәлештә эшләүсе берҙән - бер учреж дение. Бында белем артынан республиканың барлыҡ мөйөштәренән
       киләләр. Балалар рәхәтләнеп уҡый, төрлө түңәрәктәрҙә, йөҙөү , еңел атлетика, шашка һәм шахмат, өҫтәл теннисы, дзюдо секц ияларында шөғөлләнә. Музыка мәктәбендә улар баян, фортепиан ола уйнарға өйрәнә, башҡорт фольклоры менән таныша.
       Интернатта икенсе йыл инде 10 - 11 синыф уҡыусылары өсөн профессиональ әҙерлек маҡсатында ике йыллыҡ кесе шәфҡәт тут аштары курстары эшләп килә. Бөгөн был һөнәргә 18 кеше өйрәнә . Иң яҡшы уҡыусылар Башҡорт медицина колледжына массаж факу льтетына уҡырға инәсәк.
       - Уҡыусыларҙы йәмғиәт өсөн файҙалы кешеләр итеп тәрбәиәлә үгә коллектив бөтә көсөн һала, - ти директор Фәйзулла Абдраф иҡов.
       Уның ғорурланып билдәләгән сығарылыусылары араһында таныл ған юристар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ойошма етәкселәре, педагог тар, массаж менән дауалаусылар, сәнғәт, мәҙәниәт, спорт өлкә һендә эшләүселәр бар. Мәҫәлән, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡ аҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР һәм РФ композиторҙар союзы ағзаһ ы Салауат Низаметдинов, билдәле юрист Тамара Лапонова, "Йыл уҡытыусыһы - 2003" Михаил Саханевич һәм башҡалар. 19 сығарыл ыусы халыҡ - ара класлы спорт мастеры һәм атҡаҙанған спорт м астеры исеменә лайыҡ булған. Паралимпия уйындарында 13 тапҡы р еңеүсе Рима Баталованың еңеүҙәренә мәктәп кенә түгел, бар республика шатлана. Быйыл 12 - се синыф уҡыусыһы Фәнүс Арыҫл анов Грецияла сығыш яһаны, 1990 йыл сығарылыусыһы Илдар Помы калов марафон уҙышы буйынса икенсе тапҡыр донъя чемпионы исе мен яуланы.
       Ғөмүмән, бөгөн, мәктәп тантаналы рәүештә үҙенең юбилей б илдәләгәндә, уның күп кенә тәрбиәләнеүселәре сәхнәгә сығып,
       тормошҡа ихтыярым ошонда нығынды, тип әйтә алыр ине.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал