6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Төбәк башлыҡтарын һайлауҙың яңы тәртибе асыҡланды, сиратта - Дума
20.12.04


       Үткән йәкшәмбе ил президенты төбәк башлыҡтарын һайлауҙы ң яңы тәртибен булдырыу тураһында закон проектына ҡул ҡуйҙы.
       Хәҙер сиратта Рәсәй парламентының түбәнге палатаһы тора. Ун ың һайлау системаһын үҙгәртеүсе президент закон проекты Дәүл әт Думаһына индерелде. Киләһе һайлауҙарҙан - 2007 йылдан ал ып -Дума фирҡә исемлектәре буйынса ғына һайланасаҡ ( тауыш б иреүҙең пропорциональ системаһы). Закон проекты бөгөнгө биш процент урынына ете процентлыҡ барьер урынлаштыра, һайлау бл октары булдырыуҙы тыя һәм Думала булырға тейеш фирҡәләр һаны н дүрттән икегә тиклем ҡыҫҡарта.
       Эксперттар фекере буйынса, был әлегә тиклем тикшерелгән һ айлау системаһын үҙгәртеү варианттарының иң ҡатыһы. Ҡатылыҡ
       һайлау блоктарын һайлау барышынан ситләштереүҙә лә (быға "Б ерҙәм Рәсәй" ҙә ҡаршы төшкәйне), Дәүләт Думаһында мотлаҡ бул ған фирҡә вәкиллектәрен ҡыҫҡартыуҙа ла күренә.
       Дума һайлауҙарын үткәреү схемаһы хәҙер түбәндәгесә һүрәтл әнә. Беренсенән, һайлауҙар бары тик пропорциональ система бу йынса үткәреләсәк - 450 депутат мандаты тейешле рәүештә терк әлгән сәйәси партиялар исемлеге араһында ғына билдәләнәсәк. Быны ил буйынса һандары 50 меңдән дә кәм булмаған партиялар
       ғына эшләй аласағын да хәтергә төшөрөп китеүе артыҡ булмаҫ,
       моғайын. Был күп кенә "уйынсылар"ҙы сәйәсәт яланынан сығырғ а мәжбүр итәсәге аңлашыла. Шул уҡ ваҡытта һайлау блоктары бу лдырыу ҙа күҙ уңында тотолмай. Һәр фирҡә исемлегендә 450 дәғ үәсенән дә артыҡ булырға тейеш түгел, улар араһында партияға
       инмәгән граждандар ҙа булыуы ихтимал, әммә уларҙың һаны был
       исемлектең яртыһынан да күберәк булырға тейеш түгел.
       Партия исемлеге структураһына ҡарата талаптар үҙгәреүе кү ҙәтелә. Уның дөйөм федераль өлөшөндә өс кешенән дә артыҡ бул ырға тейеш түгел ( бөгөн 18). Исемлекте теркәү йә 200 мең ҡу лтамға йыйыу аша (бер төбәктән 10 мең ҡултамғанан да күберәк
       булырға тейеш түгел), йә 39 миллион һум һайлау залогы түләү
       аша тормошҡа ашырыла. Фирҡә өсөн һайлауҙарҙа бирелгән тауыш
       өс проценттан да кәм булған хәлдә, залог кире ҡайтарылмай. Думала үҙҙәренең фракцияларын булдырған партиялар һайлауҙарҙ а аяулы шарттарҙа ҡатнашасаҡ. Улар ҡултамға йыйыуҙан да, зал ог индереүҙән дә азат ителә. Финиш һыҙығына барып етеүсе кәм
       тигәндә ике партия бергә алғанда 60 проценттан да кәм тауыш
       йыйырға тейеш. Юғиһә Дума мандаттарын билдәләү барышына ба рьерға "яҡынлашҡан" тағы бер фирҡә индерелеүе ихтимал. Зако н проектында әйтелеүенсә, "федераль исемлек ете процент һәм унан да артыҡ тауыш йыймаһа, йәки барлыҡ федераль исемлектәр
       дөйөм алғанда 60 процент һәм унан да аҙыраҡ тауыш йыйған хә лдә, һайлауҙар ысынбарлыҡҡа тап килмәй". Дума мандаттары һан ын билдәләү алымы ла үҙгәртелә: улар айырым төбәктә йыйылған
       тауыштарға ярашлы рәүештә билдәләнәсәк.
       Һәм тағы ла: һайлау бюллетененән һуңғы йылдарҙа һайлау ба рышын ойоштороусыларҙы хәүефкә һалған "Барыһына ла ҡаршы" гр афаһы алынасаҡ.
       Сираттағы сәйәси яңылыҡҡа ҡарата матбуғатта күренгән комм ентарийҙарҙы ыңғай тип әйтеүе ҡыйын. "Меркатор" аналитика үҙәге етәксеһе Дмитрий Орешкиндың фекере лә уларҙың асылын с ағылдыра: "Һайлау закондарына индергән үҙгәрештәрҙән һуң Дәү ләт Думаһы һыңар аяҡлыға әйләнәсәк. Бер мандатлы округтар бу йынса һайлауҙарҙы тыйыу менән, һәр төбәктә партия вәкиле улт ырасаҡ, тип ышандырыуҙарына ҡарамаҫтан, ер һәм биләмә вәкилл ектәренең юҡлығы һиҙеләсәк". Ә фирҡәләрҙең минималь һанын ҡы ҫҡартыу, уның һүҙҙәре буйынса, сәйәси тормоштоң ябайланыуы, уның артҡа йүнәлеүе, парламент роленең дәүләт власть система һында түбәнәйеүен аңлата.

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал