6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Екатерина Спиридонова. 17.12.2004 1 Марат Бәшәров башҡорт киноһына төшәсәк
17.12.04


       - Ғаилә, быуындар күсәгилешлеге, тыуған яҡ тойғоһон, үҙ т амырҙарыңды табыу - беҙҙең тарихтың төп идеяһы ошоға бәйле, - ти үҙенең яңы проекты, Айҙар Аҡманов сценарийы буйынса төш өрөләсәк "Ловец ветра" нәфис фильмы тураһында режиссер Айсыу аҡ Йомағолов.
       Был тулы метражлы картина "Башҡортостан" киностудияһында декабрь аҙағында төшөрөлә башлаясаҡ.
       Айсыуаҡ Йомағолов - ВГИК сығарылыусыһы һәм уның ижады яр айһы уҡ емешле. Әммә бөгөн һүҙ Айсыуаҡтың ҡаҙаныштарынан биг ерәк бөгөнгө ижади эҙләнеүҙәр, башлыса фильм төшөрөү тураһын да барҙы. Нәфис фильм төшөрөү идеяһы күптән барлыҡҡа килде , ти Айсыуаҡ, был эшкә ике йыл элек үк тотонорға тейеш булға ндар.
       - Башта проектты финанслау етерлек күләмдә булманы, бөгөн
       дә, инде төшөрөү көндәре билдәле булғас та, ҡатмарлыҡтар ет ерлек, - ти Айсыуаҡ Йомағолов. - Әйтәйек, Артур Хөсәйенов - беҙ төп ролгә эҙләп тапҡан малай. Ике йыл эсендә ул ярайһы у ҡ үҫкән, холҡо ла үҙгәргән. Шуҡ, үҙенә ҡаршы төшкәнде яратма ған "башкиҫәр"ҙән ул йомоҡ үҫмергә әйләнгән. Нимә эшләргә Я ңы кеше эҙләргәме Яҡшы һорау.
       Фильмды төшөрөүгә теүәл бер йыл бүленә, әммә декабрь айын дәғы төшөрөүҙәргә бик ҡыҫҡа ваҡыт билдәләнгән.
       Марат Бәшәровты фильмда төшөргә өгөтләү ауыр булманымы, т игән һорауға Айсыуаҡ:
       - Уға сценарий оҡшаны. Уҡып сыҡҡас, артист башҡорт кинема тографистары менән эшләп ҡарарға ризалыҡ белдерҙе, - тип яуа п бирҙе.
       Актер үҙенең тығыҙ эш графигынан ысҡынып, Өфөгә бары өс көнгә - 22, 23 һәм 24 декабргә генә киләсәк.
       Режиссер әйтеүенсә, башҡорт киностудияһы өсөн был федерал ь кимәлдәге тәүге һынау. Хәйер, хатта Рәсәй өсөн дә картина
       бюджеты ҙур түгел - бары 15 миллион һум. Был сумманың ете м иллионы Рәсәй Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль а гентлыҡ, дүрт миллионы - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни әт һәм милли сәйәсәт министрлығы тарафынан бүленә. Ә ҡалғаны н "ҡайҙандыр табырға кәрәк буласаҡ" - яңы кинолента авторҙар ы ярҙам күрһәтергә әҙер бағымсыларға бик рәхмәтле буласаҡ.
       "Ловец ветра" комедия жанрында булырға тейеш, хәйер, фи льмда драма өлгөләре лә етерлек: туғыҙ йәшлек Русландың нимә
       теләй шуныһы бар, әммә ата - әсә һөйөүе генә юҡ...

Проекттар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал