6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Кешеләр металл өсөн үлеүен дауам итә
15.12.04


       Төҫлө металл булһынмы ул, ҡарамы - сит кеше иҫәбенә бай ыу теләге менән яныусылар өсөн был алым һаман да иң уңайлыла рҙан һанала. Иң үтемле "тауар" - электр сымдары: быйыл ғына
       республикала 300 мең метрҙан ашыу электр сымы урланылған. Э лектр тогы һуғыуҙан үлеү осраҡтары күп булыуы ла енәйәтселәр ҙе туҡтатмай. Үҙ эшмәкәрлектәре менән улар ҙур иҡтисади зыян
       килтереп кенә ҡалмай, предприятие эштәренә ҡамасау яһай һәм
       техноген авария ҡурҡынысы тыуҙыра.
       Был енәйәтсел ҡул һуҙыуҙарҙы нисек итеп туҡтатырға БР Эс ке эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо
       көндәрҙә министрлыҡ башлығы Рафаил Диваев, иҡтисади үҫеш һә м сәнәғәт министры Валентин Власов, "Башнефть", "Баштрансгаз ", "Башкирэнерго" предприятиелары етәкселеге ҡатнашлығында ү ткән ведомство - ара кәңәшмәлә ошо проблема тураһында һүҙ ал ып барылды.
       Металдың был тиклем популяр булыуының сәбәбе нимәлә һуң Уны ҡабул итеү пункттарының күбеһе йәшерен эшләй, хужалары ғәҙәттә металдың ҡайҙан килеүе менән ҡыҙыҡһынмай, закон буйы нса тейеш булған документтар барлығын да тикшермәй. Тимәк бу рҙарҙың ҡулы бәйләнмәгән: сым алып киләһеңме, самолет ҡанаты мы - бер ниндәй һорауһыҙ ҡабул итәсәктәр.
       Төҫлө һәм ҡара металды һаҡлау, эшкәртеү һәм һатыу эшмәкәр леген БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығы лицензиялай. Бөгөн республика биләмәләрендә металл һыныҡтарын йыйыу һәм һ аҡлауға рөхсәте булған 79 предприятие һәм уның 127 филиалы э шләй. Ҡалғандырының - ә улар байтаҡ ҡына - тейешле лицензияһ ы юҡ. Быйыл 142 легаль булмаған металл ҡабул итеү пункты ябы лды, 200 тоннанан ашыу металл һыныҡтары тартып алынды.
       Металға булған ҡыҙыҡһыныуҙың кәмемәүенең икенсе сәбәбе - сәнәғәт ҡорамалдары, электр сымы линиялары һәм башҡаларҙың н асар һаҡланыуында, еңел юл менән аҡса эшләргә яратыусылар ош оноң менән файҙалана ла инде. Кәңәшмәлә яңы һаҡлау системала ры тураһында ла һүҙ алып барылды. Был һорау менән Рәсәй Эсек
       эштәр министрлығының "Охрана" ғилми - тикшеренеү үҙәгенең Н овосибирск филиалы хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Үҙәк директоыр А лександр Мамаев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы был йәһәттән уника ль яңылыҡтар менән таныштырҙы.
       ... Республикала быйыл теркәлгән төҫлө һәм ҡара металдар ға ҡул һуҙыу осраҡтары 1350 - нән ашыу. Металл урлау буйынс а 900 факт асыҡланған, 780 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал