6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хаҡтар

Хаҡтар тағы ла артасаҡмы!
15.12.04


       Юғарыла ултырған ағайҙар яңы йылда барлыҡ ҡулланыусылар
       тауарҙарына ла хаҡтар элеккесә һаҡланасаҡ тип туҡтауһыҙ ҡаб атлаһа ла, был бары тик һүҙ булып ҡына ҡала бирә. Хаҡтар бер
       - береһенән ҡалышырға теләмәгәндәй, артыуын дауам итә.
       РФ Дәүләт статистика комитеты хәбәр итеүенсә, ноябрь айын да аҙыҡ - түлек тауарҙарына хаҡтар уртаса 1,5 процентҡа артҡ ан, йыл башынан алғанда 8,7 процентҡа. Башҡортостан Республи каһында был күрһәткес бер ни тиклем юғарыраҡ - 10,3 процент.
       Ниндәй аҙыҡ - түлеккә хаҡтар тиҙерәк арта Асыҡланыуынса,
       малсылыҡ тауарҙарына икән. Ағымдағы йылдың 11 айында Рәсәй баҙарында ит продукттарына хаҡ 17 процентҡа артты, үткән йыл
       иһә был һан 8,2 процент тәшкил иткән.
       Һөт һәм һөт продукттарына хаҡтар ҙа ҡырҡа артты: ноябрь а йында 3,5 процент( октябрҙә - 2,6 процент, сентябрҙә - 1,4, август айында - 0,6 процент).
       Йомортҡаға хаҡ та рекорд ҡуя: бер ай эсендә был продукт 1 2,9 процентҡа ҡиммәтләнде.
       Көтөлгәнсә, ноябрь айында йәшелсә - емештәрҙең хаҡы ла кү тәрелде - бер айҙа 2,2 процентҡа.
       Үҫемлек майына ноябрь айында хаҡ бер процентҡа артты.
       Аҙыҡ - түлеккә хаҡтар артыу декабрь айында ла дауам итер,
       моғайын. Йыл йомғаҡтары буйынса инфляция 11,8 - 12 процент тәшкил итеүе ихтимал, был хөкүмәт тарафынан планлаштырылған күрһәткестән ун процентҡа юғарыраҡ.
       Экономистар бының сәбәбен төрлөсә күрә. Эксперттарҙың бер
       өлөшө, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының инфляцияның ҡапыл кү тәрелеү сәбәбе Рәсәйҙән ситтә ята, тип әйтеүе менән ризалаша . Ҡайһы бер белгестәр, үткән йылдан башлап бөтә донъяла инфл яция үҫешен көтөүгә бәйле, ауыл хужалығы продукттарына хаҡ тенденцияһы үҙгәрҙе тип алдан уҡ әйтә килә ине. Бынан тыш не фть баҙарындағы үҙгәрештәр арҡаһында бензинға хаҡтар артты.
       Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар ғинуар
       - октябрь айҙарында ете процентҡа артты, үткән йылдың ошо у ҡ ваҡытында бары тик 2,8 процентҡа артҡан. Быйылғы йылдың ун
       айында бензинға хаҡ 30 процентҡа, үткән йылдың ошо уҡ ваҡыт ында - 15,9 процентҡа артҡан.
       Башҡа эксперттар фекеренсә, инфляция үҫеше сәбәптәренең б ереһе булып тышҡы иҡтисади конъюнктура, йәғни ил эсендә энер гия йөрөтөүселәргә хаҡтарҙың ҡырҡа артыуы тора.
       Хаҡтарҙың ҡырҡа артыуы яғыулыҡ сәнәғәте ( нефть һәм бенз ин) продукцияһының ҡиммәтләнеүе иҫәбенә барлыҡҡа килде. Әммә
       сеймал һәм яғыулыҡҡа хаҡтар артыу етештереүселәр ҡуйған хаҡ тарға ла йоғонто яһамай ҡалманы. Мәҫәлән, туғыҙ ай эсендә ул ар 23,3 процентҡа артты, ә йыл йомғаҡтары буйынса 26 процент ҡа артыуы ла ихтимал.
       Инфляция үҫешенең тышҡы баҙарҙарға бәйле булмаған, әммә и ң мөһим сәбәптәрҙең "ҡотолғоһоҙ яуызлыҡ" булараҡ ҡабул ителг әне - тәбиғи монополиялар тарифы үҫеүе: РАО "ЕЭС", "Газпром" , торлаҡ - коммуналь хужалыҡ секторы. Улар план буйынса арты п, үткән йыл билдәләнгән сиктәрҙән сыҡмаған хәлдә лә тарифта р артыуы инфляцияға сәбәп булып ҡалды.
       Тәбиғи монополиялар хеҙмәтләндереүенә хаҡтар артыуы аҡрын лап кәмеүенә ҡарамаҫтан, ул әҙер продукция хаҡтары динамикаһ ына йоғонто яһай. Йыл башынан тарифтар үҫеше башлыса 35 проц ент тәшкил итте. Әммә был процесс үҙен тулы кимәлдә күрһәтмә не әле. Мәҫәлән, етештереү тура тәбиғи монополиялар хеҙмәтлә ндереүенә бәйле булған аҙыҡ - түлек тауарҙарына ( ауыл хужал ығы тауарҙары түгел) хаҡтар быйылғы йыл башынан ун процентҡа
       артаҡан, үткән йылдың шул уҡ ваҡытында иһә - 13 процентҡа. Әммә эксперттар фекеренсә, "тарифтар" факторы киләсәктә шула й уҡ үҙе тураһында һиҙҙерә башлауы мөмкин.
       Хөкүмәттең инфляцияны кәметеү буйынса ниндәйҙер аҙым яһар ға урыны бар әле. Әйтәйек, әгәр ул декабрь башынан тәбиғи м онополиялар йәки торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе
       тарифтарын кәметеү кеүек аҙымға юл ҡуйһа, йыл йомғаҡтары б уйынса инфляция хөкүмәт күҙаллауҙарына тап килер ине. Әммә б ындай аҙымға хөкүмәт тә, монополиялар ҙа бармаясағы көн кеүе к асыҡ.
       Дөрөҫ, инфляция үҫешенең тышҡы факторҙар менән дә, тәбиғи
       монополияларҙың ҡеүәтен яңыртыу кәрәклеге менән дә аңлатып булмай торған сәбәптәре бар.
       Инфляцияның ҡапыл үҫеүенә башлыса банк кризисы сәбәп булд ы тигән фекер ҙә йәшәп килә. Һынылыш һөҙөмтәһендә халыҡтың б анк системаһына ышанысы кәмене. Йәғни халыҡ аҡсаһын тупламай , ә ҡулланыусылар баҙарына "сығара", был да үҙ сиратында хаҡ тар артыуына этәргес булып тора.
       Хәйер, үткән йылдарға әйләнеп ҡайтһаҡ, былтырғы йылдан ба шҡа, инфляция буйынса күҙаллау бер ваҡытта ла тормошҡа ашҡан ы булманы. Тимәк, ағымдағы йылда беҙ элекке "йола"ға әйләнеп
       ҡайттыҡ, тип әйтергә була.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал