6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылы: алға ҡуйған планды үтәнек
14.12.04


       Яңы йыл бына - бына килеп етәсәк, 2005 йылда алкоголикт ар, наркомандар һәм тәмәкеселәргә ҡаршы көрәшәсәкбеҙ, тиҙәр,
       ә әлегә үтеп барған йыл - Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылына йомғаҡ яһарға ваҡыт. БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселеге аҫтында үткән ойоштороу комитеты улты рышында һүҙ ошо турала барҙы.
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ,был йылды үткәреү планы 12 бү лектән тора һәм 97 сараны үҙ эсенә ала ине. Сараларҙы үткәре үҙең дөйөм хаҡы 5,97 миллиард һум тәшкил итте: 465 миллионы
       - федераль ҡаҙна бюджетынан, 952 миллион - республика һәм 4 ,55 миллиард - предприятиелар аҡсаһы.
       Башҡортостандың тәбиғәт ресурстары министрлығы башлығы Ал ьфред Фәүхетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, декабрь башына 97 сараның 96 - һы үтәлгән. Бынан тыш предприятиелар төп планға
       индерелмәгән йөҙҙән ашыу сараны тормошҡа ашырған.
       "Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурст ары (2004 - 2005 й.й.)" маҡсатлы программаһына ингән сарала рҙы бойомға ашырыу йәһәтенән дә күп эш башҡарылды. Үҙләштере лгән средстволар күләме 290,7 миллион һум тәшкил итте. "Экос истемз" һәм "Экогаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙең көсө
       менән автомобилдәрҙе газ яғыулығына күсереү буйынса яңы үҙә ктәр барлыҡҡа килде. Бының менән айырыуса Өфө, Октябрьский, Нефтекама, Дәүләкән, Туймазы, Стәрлетамаҡ һәм Учалыла маҡтан а алалар. Бөгөнгө көнгә меңдән ашыу машина газ менән эшләүгә
       күсерелде, өс газ менән заправкалау станцияһы эш башланы.
       Өфөлә Бөтә Рәсәй экологик журналистика Гильдияһы Ассамбле яһы уҙғарыуҙы һис шикһеҙ 2004 йылдың оло ҡаҙанышы тип әйтерг ә мөмкин. Уның сиктәрендә "Туҙ төргәк" Милли экология премия һын тапшырыу тантанаһы, Рәсәй һәм сит ил журналистарының ре спубликабыҙ буйлап матбуғат туры ойошторолдо. Башҡортостан П резиденты Мортаза Рәхимов "Экологизация производства" номина цияһында премияға лайыҡ булды.
       Тирә - яҡ мөхитте һаҡлауға Башҡортостан халҡы ла үҙ өлөшө н индерҙе. Республика буйынса ойошторолған өмәләрҙә 3,77 мил лион кеше ҡатнашты. Билдәле ваҡыт эсендә 209 мең тонна сүп -
       сар сығарылды, 891 мең ағас һәм 23 мең ҡыуаҡ ултыртылды.
       Ҡыҫҡаһы, ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышы Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылына планлаштырылған барлыҡ бурыстарҙың да үтәлеүен күрһәтте. Иң мөһиме - 2004 йылда башлағанды арта бан да дауам итеүҙән туҡтамаҫҡа ғына кәрәк.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал