6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Лилиә Сәхәбүтдинова. 10.12.2004 1 Таңсулпан Бабичеваның яңы "Тиле йәшлеге"
10.12.04


       Үткәнеңә, йәшлегеңә әйләнеп ҡайтырға теләйһеңме Ул са ҡта Мәжит Ғафури исемендәге драма театрына, Ибраһим Абдуллин дың "Тиле йәщлек" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең прем ьераһына рәхим ит.
       "Тиле йәшлек" үҙ ваҡытында был театр сәхнәһендә уйлағайны
       инде, бөгөн ул ҡуйыусы режиссер - БР һәм РФ халыҡ артистка һы Таңсулпан Бабичеваның яңы интерпретацияһында яңынан әйлән еп ҡайтты. Режиссер сығанаҡҡа бик һаҡ ҡағыла, фольклор тулы һынса һаҡланған, һуғышҡа тиклемге дәүер костюмдарҙа, декорац ияла, йыр һәм көйҙәрҙә күренә. Төп ролдәрҙе башҡарыуҙы йәш а ктерҙарға - Өфө дәүләт сәнғәт академияһы сығарылыусыларына ы шанып тапшырылыуы ла ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра.
       - Прфессиональ сәхнәгә сығыусыларға һәр ваҡыт төп ролдәр эләгеп тормай, - ти Таңсулпан Даһи ҡыҙы. - Йышыраҡ уларға бе р нисә йыл буйы эпизодтарҙа ғына күренергә тура килә. Илнур Лоҡманов (Зөлҡәрнәй), Нияз Закиров (Хәниф) һәм Руслан Ғәлимо вҡа (Бытбылдыҡ) иһә төп ролдәрҙе башҡарыу ғына түгел, ошо уҡ
       ролдәрҙе бынан күп йылдар элек башҡарыусы Фидан Ғафаров, Әх әт Хөсәйенов һәм Муллаян Һөйәрғоловтар менән бер сәхнәлә уйн ау бәхете тейә. Таңсулпан Бабичеваның һүҙҙәре буйынса, "Тиле
       йәшлек" йәш актерҙарҙың диплом спектакле булараҡ ҡуйылған.
       - Беҙҙең үҙ уҡыу театрыбыҙ бар. Спектаклдәребеҙҙе лә ошон да уҡ күрһәтәбеҙ. Ә "Тиле йәшлек" менән төрлө ҡала һәм район дарҙа - Дәүләкән, Баймаҡ, Нефтекамала, Краснокама һәм Йылайы р райондарында булдыҡ. Тамашасылар менән осрашыу уларҙың асы ҡ тойғоларға, ябай сюжетлы спектаклдәргә һыуһағанын асыҡланы . Мөхәббәт, тоғролоҡ, күңел таҙалығы - был ҡарттар ҙа аңлаға н, йәштәрҙе лә йәлеп иткән тормош ҡиммәттәре.
       Таңсулпан Даһи ҡыҙының педагогик стажы 15 йылдан ашыу. Һә м һәр уҡытыусы кеүек үк ул уҡыусыларының уңыштарына шатлана.
       "Тиле йәшлек" уның дүртенсе спектакле.
       - Диплом спектаклдәре минең өсөн уҡыусы эштәре генә түг ел., күпкә мөһимерәк Студенттарҙың үҙенән дә күп нәмә тора, әлбиттә. Ә был курс ысынлап та бик көслө булды һәм уларҙың у н икеһе лә сәхнәлә үҙ урынын табыр тип уйлайым.
       - Үҙегеҙҙе тулыһынса режиссер эшенә бағышларға теләгегеҙ юҡмы
       - Мин был эшмәкәрлек менән кәрәге сыҡҡанда шөғөлләнәм. Үҙ
       спектаклдәремде мин студенттарым менән бергә "үҫтерәм". Был
       бик ауыр эш, әммә миңә ул оҡшай һәм мин уны ташларға йыйынм айым.
       - Ә сәхнә нисек һуң
       - Ҙур ролдәр юҡ әлегә. Әммә күңелдә бушлыҡ та юҡ. Ижади ҡ омарымды мин йәштәргә йүнәлтәм. Ролдәргә килгәндә, ҡабатлана һы килмәй. Ҡапма - ҡаршылыҡтары, хыялдары, идеалдары булған заман ҡатын - ҡыҙын кәүҙәләштерергә теләгем бар, әммә әлегә ундай пьеса юҡ.
       - Бөгөнгө Таңсулпан Бабичева кем ул
       - Мин барыһына ла өлгөрөргә тырышам. Йыш ҡына бер нисә әй бергә бер юлы тотонам, әммә һәр ваҡыт һөҙөмтә ыңғай булмай. Һәр ваҡыт ашығам, әммә аҙыраҡ туҡтап үҙемә, балаларға ваҡыт
       бүлергә теләгем бар.
       - Һеҙ теләгән пьеса әлегә тиклем булмағас, бәлки уны үҙег еҙгә яҙырғалыр
       - Шәп булыр ине, әлбиттә. Материал йыйыла. Әммә минең әле ге шөғөлөм башҡаға тотонорға мөмкинселек бирмәй.
       - Быйыл театрҙың юбилей миҙгеле, ошо йәһәттән теләктәреге ҙ барҙыр...
       - Театр - йәштәр эше, шуға күрә йәштәргә күберәк ышаныс б елдерһендәр, ә оло быуын йәшлек принциптарын һаҡлаһын ине.

Премьералар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал