6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Мин - Митрофанов!
01.09.03


       Һуңғы арала Башҡортостан Рәсәйҙең иң популяр төбәгенә әйләнде, шикелле. Юғары вазифалы федераль чиндар, Дәүләт Думаһы депутаттары республиканан ҡайтмай, ә ҡайһы берҙәре хатта башҡорт телен дә өйрәнә башланы. Бөгөн иһә республикаға бер ай элек Президент креслоһына д әғүә итеүен белдергән Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Митро фанов килеп төштө. Жириновскиҙың ыласындары менән шыйыҡ ҡ ына уратып алынған депутат самолеттан төшкәндән һуң тәбри кләү һүҙҙәрен башҡортса әйтеп тә маташты. Һуңынан ул ҡыҫҡ а ғына матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Уның һүҙҙәре буйынс а, республикала һайлауҙар ваҡыты етмәгән әле. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, сәйәси аҙымдар бөгөндән башланған. ЛДП Р республика президентлығын үҙенең кандидатын мотлаҡ ҡуяс аҡ һәм еңеү өсөн аҡса йәлләп тормаясаҡ! "Ә ни өсөн һеҙ Чукотканы йәки Чечняны түгел, тап Башҡор тостанды һайланығыҙ" тигән һорауға депутат йәшәреп торма й былай яуап бирҙе:
       - Чукоткаға икенсе кеше күҙ һалған бит. Роман Аркадьевич м енән беҙҙең аралар бик яҡшы. Ә ни өсөн Чечняға бармағанын дипломат өндәшмәне. Хәйер, ул былай ҙа яҡшы аңлашылып тора :"Дуҫыңдың кем икәнлеген ә йтһәң, һине дә кем икәнлегенде әйтәм" . ЛДПР-ҙың милли мәсьәләләр өлкәһендә иң алға китеүсе партия и кәнлеген ишеткәс, журналистар аптырашта ҡалды. Митрофанов шу лай уҡ үҙенең Башҡортостан Республикаһы Президенты креслоһын а башҡа дәғүә итеүселәр, республикала иҡтисади мәнфәғәтен ҡ айғыртыусылар менән тығыҙ бәйләнеш тотоуы тураһында ла әйтеп
       үтте. Һуңынан артығын ысҡындырыуын шәйләгәс, матбуғат конф еренцияһын тамамланы һәм үҙенең партиялаштары менән бикләнд е...

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал