6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Хәрби реформа башланмаҫ элек тамамланамы
08.12.04


       Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәр реформаһы башланмаҫ элек тамамла нды. 2003 йылдың май айында илдең юғары баш командующийы хәр би реформаны иң мөһим мәсьәләләр рәтенә индергән ине. Ярты й ыл да үтмәне, оборона министры ҡуйылған мәсьәлә башлыса үтәл еүе тураһында рапорт бирҙе.
       Был хәлдән һуң бер йылдан ашыу ваҡыт үтте, әммә террорсы лар алдында беҙ һаман да көсһөҙ, хеҙмәткә саҡырылыусылар хәр би комиссариатҡа милиция конвойы аҫтында оҙатыла, ә хәрби ч астәрҙә һәләк булыусылар һаны (Чечнялағы юғалтыуҙарҙы иҫәплә мәйенсә) һуңғы ун ай эсендә генә лә 950 - нән артыҡ булған. Ихтыярһыҙ, дөрөҫ йүнәлештә барабыҙмы һуң беҙ, тигән һорау ты уа.
       Армияны камиллаштырыу өсөн Рәсәйҙә нимә эшләнә һәм нимә э шләргә кәрәк "Башинформ" агентлығында үткән видео - матбуға т конференцияһында билдәле хәрби аналитик Александр Гольц үҙ енең ошо турала фекерҙәре менән уртаҡлашты.
       - Әлеге ваҡытта Хәрби Көстәрҙә барған хәлде хәрби реформа
       тип атап булмай, - тип һүҙ башланы Александр Гольц. - Бөгөн
       реформаторҙар мәшғүл булған Рәсәй Армияһы һанын ҡыҫҡартыу һ әм контракт нигеҙгә күсеү мәсьәләһе мотлаҡ хәл итеүҙе һорай,
       әлбиттә, әммә был иң мөһим һорау түгел.
       ...Советтар Союзы тарҡалыуҙан иң күп зыян күргәне, моғайы н, армия булғандыр. Илебеҙ нигеҙе һәм ғорурлығынан ул йәмғиә ттең баш ауырыуына әйләнде. Бөгөн саҡырылыусылар ғына түгел,
       офицерҙар ҙа хеҙмәт итергә теләмәй. Илдең элекке ҡеүәтен хә терләп, генералдар күпселек Ҡораллы Көстәрҙе реформалау төшө нсәһен совет армияһын тергеҙеү тип аңлай. Әммә уйлап ҡарағыҙ , ул система бөгөнгө Рәсәйҙә йәшәй аламы һуң
       Егерме беренсе быуатта Ҡораллы Көстәрҙе ирекле нигеҙҙә фо рмалаштырған илдәр генә йәшәй аласаҡ. Бөгөн барлыҡ көнбайыш Европа илдәре лә тип әйтерлек ошо принцип буйынса эшләй. Рәс әйҙә хәрби реформа һөҙөмтәһе булып профессиональ армия булды рыу торорға тейеш ине лә.
       Бөгөн беҙҙә тәүге контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр барл ыҡҡа килде лә инде. Әммә сит илдәрҙең хәрби белгестәре фекер енсә, бөгөнгө принцип менән барһаҡ, беҙ профессионал һалдат тар түгел, бәлки ялланып эшләүселәр үҫтерәсәкбеҙ. Һуңғылары
       өсөн иң мөһиме, билдәле, аҡса, түләһәләр - булды. Ә професс ионал иһә ниндәйҙер әхлаҡи принципҡа таянып эш итә. Ул нимә өсөн ҡулына ҡорал алғанын аныҡ аңларға тейеш. Шуға күрә, арм ияны контракт нигеҙгә күсерер алдынан офицер кадрҙарына беле м биреү системаһын ҡырҡа үҙгәртеү мотлаҡ.
       Америка Ҡушма Штаттарында, мәҫәлән, сержанттарҙың 90 проц енты юғары белемгә эйә. Беҙҙән айырмалы рәүештә, унда барлығ ы өс хәрби училище бар һәм уларҙа 90 процент ваҡыт гуманитар
       һәм тәбиғәт фәндәрен өйрәнеүгә бағышлана. Был дөйөм үҫеш өс өн генә эшләнә тип уйлаусылар хаталана: төп фәндәрҙе белгән jexe башҡаһын да тиҙ өйрәнә. Гуманитар белем - тарих, филосо фия - төрлө төшөнсәләрҙе аңларға һәм үҙеңдең тормоштағы урын ыңды билдәләргә ярҙам итә. Бынан тыш белемле кеше үҙен бер в аҡытта ла кәмһетергә рөхсәт итмәйәсәк. Иң мөһиме - ул үҙалл ы ҡарар ҡабул итә аласаҡ.
       Профессиональ сержанттар корпусы төҙөү - хәрби реформаның
       иң мөһим өлөштәренең береһе. Сержанттар казармала тәртип һа ҡларға, һалдаттарға хәрби рух, әхлаҡ төшөнсәләрен еткереүсе булырға тейеш. Сержанттарҙың быға көсө етмәгәнлеге арҡаһында
       был эш менән "ҡарттар" шөғөлләнә лә инде. Дөйөм алғанда, ар мия эсендә яңы мөнәсәбәттәр системаһы булдырырға кәрәк, шул саҡта ғына контракт, йәғни профессональ армия булдырыу тураһ ында һүҙ йөрөтөргә мөмкин, тип иҫәпләй хәрби аналитик.
       - Артабан беҙгә хәрби ойошманың архаик системаһынан баш т артырға кәрәк буласаҡ, - тип дауам итә Александр Гольц. Рәсә йҙә хәрби хеҙмәт төшөнсәһенең даирәһе бик киң. Беҙҙә, башҡа бер демократик илдә лә булмағанса, хәрби хеҙмәт күҙ уңында т отолған унлап министрлыҡ һәм ведомство бар. Бер яҡтан ҡараға нда, был ведомстволарҙың илдең хәүефһеҙлеген һаҡлауға ҡыҫылы шы бик самалы, әммә уларҙа армияға саҡырылыусыларҙың ҡолдарс а хеҙмәтен файҙаланырға мөмкин. Юл, тимер юл ғәскәрҙәре, һәр
       төрлө "спецстрой" һәм башҡалар. Икенсе төркөм - хоҡуҡ һаҡ лау органдары. Унда кеше приказға ҡаршы төшмәҫ өсөн погондар
       таға.
       Хәрби - сәнәғәт комплексы ла үҙгәртеүгә мохтаж. Беренсе с иратта уны оборона министрлығына буйһондорорға кәрәк: әйҙә у нда үҙҙәренең заказы өсөн яуап бирһендәр. Бөгөн иһә оборона министрлығы заказ бирә һәм уны үтәү буйынса бер ниндәй ҙә яу аплылыҡ тоймай. Был средствоны урынһыҙ файҙаланыуҙарға килт ерә. Һәм, ниһайәт, беҙгә Ҡораллы Көстәр өҫтөнән граждандар
       контроле булыуы кәрәк. Быны тормошҡа ашырыу өсөн Ҡораллы К өстәрҙең финанс сығымдарын контролдә тотоу мөһим. 2005 йылға
       хәрби бюджет 523 миллиард һум (сағыштырыу өсөн: 1999 йылда
       - 109 миллиард) тәшкил итәсәк. Был аҡсаның нимәгә тотонола сағын һеҙҙең менән беҙ белмәйбеҙ.
       Күренеүенсә, илде һаҡлауға ярайһы уҡ күп аҡса түгелә. Әм мә был аҡса хәрби техниканың эш һәләтен яҡшыртыу, хеҙмәткә с аҡырыуға тотоноласаҡ. Рәсәй Ҡораллы Көстәре һаны, ҡыҫҡартылғ ан хәлдә лә (Советтар Союзының һуңғы йылында өс миллион 700 мең һәм бөгөн - миллион ике йөҙ) иҡтисади мөмкинселеккә тап килмәй. Миҫал өсөн, Америкала бер миллин 400 мең хәрби. Шул уҡ ваҡытта уларҙың хәрби бюджеты беҙҙеке менән сағыштырғанда
       30 тапҡыр юғарыраҡ.
       - Бына хәрби реформа ошондай аҙымдарҙан яһалырға тейеш, - тип тамамланы Гольц. - Быны тормошҡа ашырыуға 10 - 15 йыл үтәсәге асыҡ. Әлегә, минең фекеремсә, беҙ ҡапма - ҡаршы яҡҡа
       йүеәлеш тотабыҙ.
       ... Рәсәйҙә йәшәүселәр армия институтын хөрмәт итә. Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәгенән алынған мәғлүмәттәргә ҡ арағанда, армия Президент һәм сиркәүҙән һуң тотороҡло өсөнсө
       урынды биләй. Әммә респонденттарҙың 75 проценты яҡындарының
       бөгөнгө армияла хеҙмәт итеүенә ҡырҡа ҡаршы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал