6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ял

Оҙаҡ йәшәргә теләһәң - балыҡ тот!
08.12.04


       Ысын балыҡсы һыу ятҡылыҡтарының боҙ менән ҡапланып, ҡышҡ ы балыҡсылыҡ мәлен түҙемһеҙлек менән көтә тиһәм, яңылышмам дыр. Ғәҙәттә был ваҡыт ноябрь урталарына тура килә. Әммә бый ыл ноябрь айы ярайһы уҡ йылы булыу сәбәпле, балыҡсылар тәүге
       тапҡыр боҙ өҫтөнә айҙың һуңғы көндәрендә генә төшә алды.
       Балыҡсы өсөн иң мөһиме нимә тип уйлайһығыҙ Иң мөһиме - б алыҡ тотоу өсөн тәғәйенләнгән ем. Үҙең тамаҡ ялғарға оноторғ а мөмкин, әммә балыҡҡа емһеҙ барыу... Хәйер, был проблема ты уҙырмай, әлбиттә, баҙарға ин дә, йәнең теләгәнен һайлап ал.
       Әммә үткән шәмбе был йәһәттән уңышһыҙ булыд. Баҙарҙа илел әп ир - ат шул селәүҙе һата башлағандарын көтөп торабыҙ. Бе р нисә сәғәт көттөк, әммә һатыусыларҙа беҙ теләгән тауар бул май сыҡты. Силәбе өлкәһенән селәү тейәп килгән машина боҙол ған, тигән хәбәр сыҡты. Балыҡсылар павильондарҙы емерер сикк ә етте, әммә ни хәл итәһең, балыҡ тотоу урынына һуҡраныусы ҡ атын һәм ҡәйнә янына ҡайтырға тура килде...
       Икенсе көн иртә менән шул уҡ кешеләр тағы баҙарҙа йыйылды . Был юлы юл уңды - ике урында селәүсен менән һатыу итәләр ине. Хәҙер иһә юлға сығырға ла мөмкин. Өфө тирәләй һыу ятҡы лыҡтары етерлек. Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, ҡаланан 40 са ҡрым самаһы ситтәрәк ятҡан Ҡамышлы йылғаһын һайланыҡ. Бер ге нә нимә шикләндерә ине беҙҙе - боҙ бармы икән! Юл бына тигә н, ҡаршы килеүсе машиналар юҡ тип әйтерлек. Бөрөгә барған яң ы күпергә етмәйенсә Илмырҙа ауылы яғына боролдоҡ. Бында бер нисә күл бар. Эргәлә генә Ҡамышлы йылғаһы аға. Бәләкәй генә ул, Дим уның эргәһендә Амазонкалай күренә. Әммә мине диңгеҙ пираньялары бер ҙә ылыҡтырмай, ябай ғына йылғала шырт балыҡ менән алабуға тотоп ултырыуҙан да күңеллерәк нимә бар һуң
       Күпергә килеп еттек. Боҙ өҫтөндә эҙҙәр, эт йә бүренеке тү гел, үҙебеҙҙең балыҡсыларҙыҡы. Был ҡыуаныслы хәл. Тимәк, боҙ
       ышаныслы, төшөп ҡарарға була, тигәнде аңлата. Яҡында ғына ю л төҙөлөшө өсөн ҡырсын таш сығарыусы карьер барлығын хәтергә
       төшөрәбеҙ. Заманында бында ярайһы уҡ ҙур алабуғалар тоторға
       тура килгәйне. Бәлә карьерҙың тәрән булыуында - 10 - 12 мет р барҙыр, моғайын, өҫтәүенә асыҡ урын, көслө ел иҫһә сыҙап у лтырырлыҡ түгел. Тик бөгөн карьерҙа бер кем дә юҡ. Ҡайҙа кит еп бөткәндәр һуң Аптырап тирә - яҡҡа ҡарайбыҙ һәм күҙгә ба ҫыу буйлап атлаған балыҡсылар төркөмө салына. Ҡыҙыҡ, унда н индәй һыу ятҡылығы таптылар икән Тапалған һуҡмаҡ буйлап кил ометр ярым самаһы атлағас, тирә - яғын таллыҡ баҫып ҡалған иҫ киткес матур урынға барып сығабыҙ. Унлап балыҡсы урын бил әгән дә инде (ә беҙ беренсе булырбыҙ тип уйлағайныҡ). Боҙға баҫып яҡ - яғыбыҙға ҡаранабыҙ. Бәғзеләр байтаҡ балыҡ тотоп т а өлгөргән. Бер кемгә лә ҡамасауламаҫҡа тырышып, арыраҡ китә беҙ, урын бөтәһенә лә етә.
       Бырау гәлсәрҙәй таҙа боҙҙо тишеп инә. Урын әҙер булғас, с еләүҙе ҡармаҡҡа ултыртып һыуға төшөрәм. Бер нисә минуттан тә ҮҐ алабуға боҙ өҫтөнә төшөп тә ята. Иҫәп асылды! Тағын! Тағ ын! Ун минут эсендә бишләп алабуға эләктерҙем, һәм ҡапыл... балыҡ ҡабыуҙан туҡтаны. Урынымдан тороп башҡа балыҡсылар эрг әһенә барам. Ҡып - ҡыҙыл йөҙлө бер һаҡалтайҙы иҫәпкә алмаған да, береһенең дә ҡармағы һелкенмәй. Ә бының эргәһендә тауҙай
       балыҡ өйөмө. Уны күҙәтеп торғандан һуң, үҙ урыныма барып ул тырам. Шунда уҡ ҙур ғына балыҡ ҡаба... Бер нимәгә аптырайым,
       ниңә балыҡ тотҡанда ваҡыт һиҙелмәй үтә икән. Юҡҡа ғына был шөғөл менән үткән ваҡытты алла беҙҙең йәшкә иҫәпләмәй тип әй тмәйҙәрҙер. Тимәк, оҙаҡ йәшәргә теләйһегеҙ икән, балыҡ тотоғ оҙ!

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал