6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тәбиғәт

Тал бөгөлә, тал бөгөлә...
08.12.04


       Ейәнсура районының Күгәрсен ауылы эргәһендә, асфальт юл дан алыҫ түгел бер өйәңке ағасы үҫә. Был ағас үҙенең кеше һы йырлыҡ ҙур ҡыуышы арҡаһында райондың иҫтәлекле урындарының б ереһенә әйләнеп бара. Иң ҡыҙығы, был ҡыуыш ағасты күптән ҡор оторға тейеш һымаҡ, ә ул иһә һаман да үҫеүен дауам итә. Тәби ғәттең бер мөғжизәһе инде.
       Ғүмерем эсендә үҙҙәре менән булған аяныслы хәлдән һуң тер е ҡалырға бер ниндәй ҙә мөмкинселектәре булмаған талдарҙы к үп күрҙем. Әммә яҙ етеү менән улар тағы ла йәм - йәшел япраҡ тар менән ҡаплана. Әйтәйек, ниндәй ҙә булһа икенсе ағас йәше н атҡандан һуң яртылаш янып бөтә һәм аҡрынлап ҡорой. Ә инде талдың йәшәү теләгенә иҫең китерлек. Был сифат ағасты бойонд ороҡһоҙлоҡ өлгөһө итә. Тимәк уның менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн сәбәптәр ҙә бар.
       1847 йылда Тарас Шевченко Кирилл - Мефодий йәмғиәтендә ҡа тнашҡаны өсөн ҡулға алына һәм алыҫ Ырымбур корпусына билдәлә нә. Уның был хеҙмәт осоро һаман да тарихсылар тарафынан ныҡл ап өйрәнелмәгән. Әммә яҙыусының талдың йәшәү көсөнә иҫе ките п яҙған бер хаты һаҡланған: "Һеҙ минең нисек йәшәүем тураһын да яҙыуымды һорайһығыҙ, - тип яҙа Шевченко рәссам Н. Осиповҡ а. - Бына һеҙгә бер күренеш. 1850 йылда мине Орск нығытмаһын ан Новопетровскиға күсерҙеләр, октябрь айы ине. Гурьев урамы нда мин тал сыбығы табып алдым һәм гарнизондың баҡсаһында ун ы ергә тыҡтым. Был турала онотҡайным инде, яҙын баҡсасы тая ғың үҫә башланы, тип хәтеремә төшөрҙө. Мин уға һыу ҡоя башла ным. Хәҙер уның диаметры алты ая, бейеклеге өс сажиндай бар инде. Һыуҙы ла күп һиптем, әлбиттә, әммә хәҙер буш ваҡытым б улғанда мин фельдфебель рөхсәтенән күләгәлә ултырып ял итә а лам".
       Тарас Шевченко ултыртҡан талға инде быуат ярым! Әйткәндәй , Украинала тал ағасы иң хөрмәтле ағастарҙың береһе.
       Тал - үҫеү тиҙлеге буйынса ғына түгел, ғалимдар өсөн сер
       йомғағы булараҡ та беренсе урында тора. Йәшел талды ут алма й, уның һыуы шул тиклем күп. Йәйен бөҙрә тал төбөндә ултырыу ы мөмкин түгел, уның япраҡтарынан ысын мәғәнәһендә ямғыр яу а. Талдар үҫкән ерҙә бер ваҡытта ла күлдәр һаҙлыҡҡа әйләнмәй әсәк. Тәүлегенә өйәңкенең "эскән" һыуын иҫәпләһәң, иҫең ките рлек. Һәм тағы ла аңлашылып етмәй - ярҙа ни тиклем күп тал ү ҫмәһен, ул уратып алған һыу ятҡылығы бер ҡасан да ҡоромай. Т алдар булған һыу запасына ҡарап үҙҙәренең ихтыяжын көйләй бе лә. Нисекме Был турала фаразларға ғына ҡала.
       Күптән түгел интернеттың фәнгә арналған сайттарының береһ ендә тал - сит ил планетаһынан килтерелгән ағас тип уҡыным. Йәнәһе, ҡайҙалыр йыһан киңлегендә ул Ерҙәгенән дә ҡатыраҡ ша рттарҙа үҫә, уның йәшәү һәләте ошонан килә лә инде. Былай уй ларға нигеҙҙәр ҙә бар, әлбиттә, планетала талдан да ғәжәйебе рәк ағасты эҙләп табыуы мөмкин түгел, әммә беҙ уның сиктән т ыш һәләттәренә өйрәнеп бөткәнбеҙ һәм иғтибар ғына бирмәйбеҙ.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал