6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Элемтә

"Мегафон": 2005 йылға 250 мең башҡорт абоненты
08.12.04


       Бөтә Рәсәй кәрәҙле элемтә операторы "Мегафон"дың шатланы р өсөн сәбәбе бар: беҙҙең республикала уның абоненттарының һ аны 250 меңдән ашты. Был шатлыҡлы хәбәрҙе компания етәкселег е иғтибарһыҙ ҡалдыра алманы, әлбиттә. Ошо көндәрҙә генә комп анияның Октябрь проспектында урынлашҡан тиҙ хеҙмәтләндереү о фисында 250 меңенсе абонентты ҡотлау тантанаһы үтте. Ул респ убликала билдәле кеше - Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәре, Мил ли йәштәр театры актеры һәм Көнсығыш иҡтисад һәм хоҡуҡ униве рситетының "ОSТ" халыҡ театрында художество етәксеһе вазифаһ ын башҡарыусы Марат Ҡорбанғәлиев булып сыҡты.
       - "Мегафон"ға тоташырға миңә йәш коллегаларым һәм студен ттар кәңәш итте. Һөҙөмтәлә мин бер ҙә үкенмәнем: тарифтар - отошло, элемтә республика райондарында ла һәйбәт тота, бы нан тыш компания үҙенең абоненттарын заманса хеҙмәтләндерә, - ти бәхетле "юбиляр".
       Эйе, 250 меңенсе абонент булыуы күңелле, әлбиттә. Иғтиба р, хөрмәт, бүләктәр. "Мегафон", ғөмүмән, үҙенең күп һанлы кл иенттары өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Был юлы ла комп анияның Башҡортостандағы бүлеге начальнигы Валерий Тураев Ма рат Ҡорбанғәлиевҡа "Почетлы абонент" сертификаты һәм 250 мин ут элемтә ваҡыты бүләк итте. Быға өҫтәп Марат Ҡорбанғәлиев ф отокамераһы булған Siemens кеҫә телефонына хужа булды.
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, "Мегафон" кәрәҙле элемтә опер аторы беҙҙең киңлектәрҙе 2002 йылдың яҙ айында яулай башлаға йны. Быйыл ғинуарҙа уның Башҡортостандағы абоненттары 82 мең гә етте. Статистикаға ышанһаң, бөгөн республикала һәр 16 - с ы кеше "Мегафон" абоненты булып тора. Әммә компания бының ме нән туҡтап ҡалырға йыйынмай, баш ҡалала ғына түгел, Ишембай,
       Салауат, Туймазы, Күмертау, Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай ҡалаларында ла үҙ селтәрен киңәйтеү өҫтөн дә эшләй.
       "Мегафон" үҙ абоненттарын байрам акциялары менән ҡыуанды рыуын дауам итә. Компанияның Башҡортостандағы коммерция бүле ге начальнигы Роман Чесскийҙың һүҙҙәре буйынса, 1 декабрҙән 31 ғинуарға тиклем "Мегафон"ға тоташыусылар 2005 секунд бушл ай шылтыратыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал