6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Мирас Дәүләтбаев ижады
06.12.04


       "Ысын күңелдән ижад иткән картина миллион яһалма картинал арҙан яҡшыраҡ",- тип һанай, Мирас Дәүләтбаев. Тормоштоң бер осорон икенсе осор алмаштыра, рәссам да сәскәләр гөлләмәһе т өҫөндә - ал, һары һәм аҡ төҫтәрен үҙ итеп, әйтерһең "бер тын
       эсендә" үҙенең картиналарын ижад итә. Шуныһы мөһим, Мирас Д әүләтбаев бер ваҡытта ла уларҙы ҡайтанан эшләмәй.
       Мирас үҙенең картиналарын өйөндә ижад итә, улар араһында у ның бесәйҙәре лә бар. Дөрөҫ, мин унда булған саҡта, рәссам б ар бесәйҙәрен дә ауылға оҙатҡан, ә үҙе менән тик берәүһен ге нә алып ҡалған. Әйтерһең дә был бесәй өйрәтелгән, өй хужаһы пластик бөкөнө иҙәнгә ырғытыуы була, ул йәшен тиҙлеге менән һикереп төшә лә ауыҙына бөкөнө алып хужаға бирә.
       Мирас Дәүләтбаевтың иң төп моделе - ҡатыны Фая. Ул рәссам ижадында көнсығыш ҡатын- ҡыҙҙарының гүзәллеген кәүҙәләндерә.
       Был образ һәр ваҡыт төрлөсә - ҡара күҙле һәм ҡара сәсле ҡат ын- ҡыҙ образына хас булған һыҙаттар, Мирастың бар картинала рында ла сағыла.
       Әйтерһең дә бер үк ваҡытта Мирас Дәүләтбаев Ғүмәр Хаямдың
       робағиҙары геройҙарына һәм Хужа Насретдинға оҡшаған. Рәссам дың табыныу әйбере - ҡатын-ҡыҙ һәм шарап.
       Бер ҡараһаң, Мирас ябай кеше тормошона яраҡлашмаған кеүек.
       Уның киң күңеле, яҡшылығы һәм йомартлығы башҡа сифаттарын ҡ аплай.
       Ижад иткән картиналарының бик аҙын ғына ул һата, ә күберәг ен таныштарына бүләк итә.
       "Үҙ ғүмеремдә күпме картина ижад иткәнмендер, белмәйем, ә бәлким, миллиондыр!",- ти рәссам. Үҙенең күргәҙмәһен булдыры у тураһында ла хыяллана Мирас Дәүләтбаев. Ҡасанда бер буласа ҡ күргәҙмәне ул "Ҡатын-ҡыҙ һәм рәссам" тип исемләйәсәк.
       Башҡортостандың Благовар районында тыуып үҫкән рәссам, 197 2 йылда Өфөнөң 1- се һанлы художество мәктәбен тамамлай. Ул республика һәм йәштәр күргәҙмәһендә, Мәскәүҙә уҙған "Һары- б ейә" төркөмө күргәҙмәһендә лә ҡатнаша.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал