6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Лилиә Сәхәбүтдинова. 03.12.2004 1 Йәш ғаилә бәхете
06.12.04


       Бәхетле ғаиләнең сере нимәлә Ошо һорауҙы асыҡлар өсөн М әжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын а юлландым. Тап бында "Йәш ғаилә - 2004" республика конкурсы нда ҡатнашҡан ун ике иң яҡшы парҙы тәбрикләү тантанаһы ойошт оролдо. Стәрлетамаҡтан Сәйфүтдиновтар, Көйөргәҙе районынан Р амазановтар, Бижбүләктән Муллағәлеевтар, Стәрлебаштан Айыуҡа совтар, Нефтекаманан Сәйфиғәлиевтар, Исәнбаевтар Салауаттан,
       Учалынан Джантаевтар, Өфөнән Корнеевтар, Андреевтар, Белаже втар һәм Хиләжевтар бер- бер артлы сәхнәгә күтәрелде.
       Республикала бындай конкурс етенсе тапҡыр уҙғарыла. Уны БР
       Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм "Башҡортостан" ДТРК- һы ойошторҙо.
       Тамашасылар алдында туй күлдәгендә сығыш яһарҙан алда йәшт әргә өс этап үтәргә ине. Ҡала һәм райондарҙа иң беренсе һай лап алыу туры, ә аҙаҡтан - Өфөлә йәштәр ғаилә визиткалары м енән фотоархив, видеосюжет һәм ғаилә тарихын һөйләне. Иң яҡш ы тип табылған моменттар йәштәрҙең гала- концертында күрһәте лде. "Визит карточкаһы" программаһына "Тәбиғәт менән бергә",
       "Мин үҫәм","Ғаилә йолалары һәм байрамдар" тип исемләнгән бә йге лә финал ярышында ойошторолдо.
       Данил Корнилов конкурс тәьҫораттары менән уртаҡлашып бына нимә тине: "Бындай конкурстар күберәк булһын ине. Уға әҙерлә нгән ваҡытта унан һуң да беҙ бер- беребеҙгә тағы ла яҡыныраҡ
       булдыҡ, бер теләгемде лә әйтәйем - райондан килгән ғаиләләр
       сығышы ҡала ғаиләләренең сығышы менән бер көндә булһа, беҙ бер- беребеҙ менән әңгәмәләшеп, дуҫлашып өлгөрөр инек".
       "Ошондай татыу ғаиләләрҙең лайыҡлы граждандар тәрбиәләүе м енән ғорурланабыҙ",- тине үҙенең ҡотлауында БР Хөкүмәте Прем ьер-министр урынбаҫары - мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры
       Хәләф Ишморатов. Аҙаҡ Хәләф Ишморатов конкурстың Гран- при наградаһына лайыҡ булған ғаиләне - Наҙгөл һәм Ишбулат Иҫәнба евтарҙы атап китте.
       Иҫәнбаевтар ғаиләһе конкурсҡа етди әҙерләнгән. Уларҙың алт ы йәшлек малайҙарын Инсафты өгөтләп торорға тура килмәгән. И нсафтың атаһы конкурста еңеү яулаған ғаиләгә компьютер бүләк
       итәсәктәр тигәс, малай тағы ла дәртләнеп китә.
       Конкурсҡа әҙерләнгән ваҡытта уҡ Наҙгөл менән Ишбулат үҙҙәр енең һәр сығышын бәләкәй генә бер спектакль итеп күҙаллаған.
       Улар Күгәрсен районында бер үк ауылда тыуып үҫкән, бер мәк тәптә уҡығандар. Аҙаҡ икеһе лә Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, Салауат башҡорт драма театрына эшкә ҡайталар. Ул арҙың бер үк һөнәргә ғашиҡ булыуы, икеһенең дә театрҙа эшләү е "Йәш ғаилә - 2004" конкурсында еңеп сығырға булышлыҡ итмәй
       ҡалмағандыр ул.
       "Ғаиләнең бәхете нимәлә",- тигән һорауға, улар бер тауышта н - ғаилә ныҡлығында - тиҙәр.

Конкурстар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал