6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Һалҡын көндә бер нисә йылы һүҙ
06.12.04


       Хоҙайым, алда шатлыҡ өсөн күпме сәбәп бар! Һеҙ иғтибар и ткәнегеҙ бармы, йыш ҡына беҙҙе төптө көтөлмәгән ваҡиға бәхет ле итә. Бөгөн минең өсөн тап ошондай көн.
       Беренсенән, ЙОМА! Юҡ, мин ялҡау түгел (һәр хәлдә шулай ти п уйлағы килә), әммә... мин шул тиклем яратам йома көндәрен!
       Эш бара, ә иң мөһиме... Мөһиме - алда ял көндәре! Нимә телә йһең, шуны эшләйһең, яҙылған буйынса йәшәргә түгел... Әкиәт!
       М - м - м... Бер аҙ бутаным, ахыры. Йома - ул, барыбер, и кенсе сиратта тора! Йома икәнлеге хәтеремә лә әле генә төштө . Ә бөгөн иртә менән мин башҡалар кеүек үк өшөй - өшөй эшкә килдем. Һәм ҡапыл Совет майҙанында "үҫкән" ҙур шыршыны күреп
       ҡалдым! Һәм күңелгә байрам хисе тулды, хатта йылынып та кит кәндәй булдым.
       Бына бит ул тормош ниндәй.... Инде бер нисә аҙна урамда ы сын ҡыш хөкөм һөрә, ә мин Яңы йыл тураһында иҫемә лә төшөрмә гәнмен. Юҡ, формаль рәүештә хәтерләнем, әлбиттә, хатта бүләк кә аҡса ла бүлеп ҡуйҙым, кемгә ниндәй бүләк алырға ла уйланы м ( туғандарым һәм дуҫтарым, аллаға шөкөр, етерлек!) Ә бына байрам яҡынлашҡанын һиҙмәгәнмен. Һәм бына быйыл тәүгә Яңы йы л шыршыһын күргәс, күңелемдә ниһайәт байрам көтөү тойғоһо у янды!
       Шунда уҡ Бала саҡ - Яңы йыл һәм Тыуған көндән дә яҡшыраҡ байрам булмаған ваҡыттар иҫкә төштө. Байрамды КӨТӨҮҙән дә кү ңеллерәк нимә юҡ был донъяла. Өй түрендә шыршы ултыра һәм тормош туҡтауһыҙ күңел асыу кеүек күренә башлай. Бынан тыш, хәтерләйем, декабрь айында төрлө "дефицит" тәмлекәстәр күрен ә башлай. Яңы йыл төнөндә иһә мин барлыҡ башҡа балалар кеүек
       үк башта Ҡыш бабайҙы ҡарауыллай, һуңынан барыбер түҙмәй тәм ле йоҡоға тала инем. Ә иртә менән инде Ҡыш бабай күстәнәстәр енән ауыҙ итәм һәм барлыҡ мөғжизәне йоҡлап ҡалыуыма ҡайғырам , әммә уның барлығын беләм һәм ышана инем!
       Гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәр итеүенсә, Яңы йыл шыршылары баш
       ҡалабыҙҙың бер нисә майҙанында үҙ урынын биләне лә инде - й әшел матурҡайҙарҙы Серго Орджоникижзе исемендәге майҙанда, " Аврора" кинотеатры алдында һәм башҡа майҙандарҙа күрергә бул а. Быйыл ҡыш иң бейек шыршы Совет майҙанында буласаҡ. Уның " буйы" - 27 метр! Тәүге булып (11 декабрҙә) үҙ уттарын "Башҡо ртостан" сауҙа үҙәге алдындағы шыршы яндырасаҡ. Ҡалғандары 2 5 декабргә "биҙәнергә" йыйына.

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал