6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

"Ҡояш аҫтындағы урын" өсөн бөгөн сират торалар
06.12.04


       "Кейәүгә сыға һалыр кәрәк, юҡһа ҡартайған көнөңдә бер йо том һыуға зар - интизар булып ултырырһың" тип йыш ҡына ҡабат лаусы дуҫ ҡыҙымдан көлә торғайным. Арттыраһың ти инем мин, к ейәүгә ҡартлығыңды хәстәрләп сыҡмайһың да инде. Әммә нисек к енә булмаһын, ҡартлыҡ тигәнең аҡрынлап яҡынлаша һәм үҙеңдең кем өсөндөр кәрәклегеңде һәм яратылыуыңды тойоу мөһимлеген аңлай башлайһың. Бер кем дә ҡартайған көнөндә сит ҡулдарға б арып эләгергә теләмәй. Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар өсөн ин тернатында миңә тап ошондайҙар менән осрашып һөйләшергә тура
       килде...
       Кемдер бында үҙе килгән, сөнки тыуған йортонда яңғыҙ торо п ҡалған, кемделер туғандары алып килгән, кемделер балалары ташлаған. Һуңғыларын хөкөм итергә хаҡыбыҙ юҡ, сөнки "ниңә һә м нисек" һорауҙарына яуаптарҙы белмәйбеҙ.
       - Мине береһе лә ташламаны, - ти 88 йәшлек Гөлзифа Шаһи ҡ ыҙы Сәйетбатталова. - Туғандарымдың күбеһе дауаханаларҙа ята : улым менән ҡатыны икеһе лә ауырый. Ә инде ейәнемдең үҙ ғаи ләһе, үҙ тормошо...
       Гөлзифа Шаһи ҡыҙы Шишмә районының Йәрми ауылында тыуып үҫ кән. Туғыҙ йәшендә белем алыу теләге менән Өфөгә килә. Мәктә пте тамамлағас финанс институтына уҡырға инә, һуңынан Дәүләт
       банкында эшләй. Хәрби летчикка кейәүгә сыға, ул Бөйөк Ватан
       һуғышында Ватаныбыҙҙы яҡлағанда балалар йортонда уҡытыусы б улып эшләй.
       - Эштән ҡурҡманым мин. Һуғыш ваҡытында Йәрми сельпоһы рәй есе булып та эшләргә тура килде. Халыҡты аҙыҡ - түлек менән тәьмин итергә кәрәк ине. Иллешәр килограмм он, шәкәр күтәреп
       ташыған саҡтар булды.
       Гөлзифа Шаһи ҡыҙының томош иптәшен 80 - се йылдарҙа Еңеү көнөн байрам итергә Ҡырымға саҡыралар һәм ғаилә шунда төплән еп ҡала.
       - Бында мин 2002 йылда әйләнеп ҡайттым. Бер йыл туғандар буйлап йөрөнөм, хәҙер интернатта йәшәйем. Үҙ йортом кеүек кү рәм, ҡәнәғәтмен: дүрт тапҡыр ашаталар, иғтибарлылар.
       Интернатта башлыса ике - дүрт кешелек бүлмәләрҙә көн күрә ләр. Бында йәшәүсе 110 кешенең 65 - е - инвалид. Уртаса йәш - 72. Интернат директоры Илдус Рахманҡоловтың һүҙҙәренә ҡара ғанда, тотош республика йәки ил менән сағыштырғанда бында ғү мер итеүселәр оҙағыраҡ йәшәй, сөнки медицина ярҙамы һәр ваҡы т әҙер тора.
       Әммә ҡарттар үҙҙәренең йортон нисек кенә маҡтамаһын, улар ҙың урыны был бүлмәләрҙә булырға тейеш түгел ине. Иң ҡурҡыны сы - интернатта йәшәргә теләп сиратта тороусылар йылдан - йы л арта бара. Торлағын дәүләткә тапшыра алғандарҙың ғына сира тһыҙ урынлашыу мөмкинселеге бар.
       - Бында йәшәүселәрҙе килеп алыусылар бик һирәк, - ти Илду с Рабис улы, - ғәҙәттә, туғандары ҡарттарҙы алып килеп урынл аштыра һәм онота. Тәртип боҙоусылар ҙа был йортта йәшәмәй, б ыйыл, мәҫәлән, берәүҙән бүлмәне бушатыуын һорарға мәжбүр бул дыҡ, эсергә ярата ине.
       Ҡарттар йорто республика ҡаҙнаһынан финанслана. Кейем - һ алым, баҡсаһында үҫтергән йәшелсә - емешен алып килеүсе изге
       күңеллеләр ҙә бар, әлбиттә. Әммә бында бар ерҙәге кеүек үк кешеләр көн күрә һәм матур йәшәргә теләй. Бер пациент әйтеүе нсә, мәҫәлән, ул бильярд уйнарға ярата, әммә бында өҫтәл уйы ндары етмәй. Кинотеатрға ла йыш ҡына баралар, бының өсөн "Га зель" автомобиле бар. Концерттар булып тора: аҙна һайын тип әйтерлек ҡарттар алдында уҡыусылар сығыш яһай. Кистәрен иһә өлкәндәр башлыса телевизор алдында үткәрәләр.
       Икенсе группа инвалидтары Владимир Дмитриевич Синчугов ме нән Надежда Алексеевна Артамасованың бөгөн ысын мәғәнәһендә туйҙары үтә. Был йортҡа улар быйыл килгән. Надежда Алексеевн а әйтеүенсә, Владимир Дмитриевич уны үлемдән ҡотҡарған.
       - Володя минең хәлемде тиҙ тойоп алды: мин яңғыҙлыҡтан ү леп бара инем. Һәр ваҡыт тик ятам, хатта уянғым да килмәй. Я ңғыҙлыҡ бик ҡурҡыныс икән ул. Володя минең яныма көн дә иртә н килә лә уята. Үҙе йөрөй алмауына ҡарамаҫтан, мине көн дә с аф һауаға сығара һәм һәр ваҡыт: " Һин бәхетле буласаҡһың, ил амаясаҡһың", - тип ҡабатлай ине.
       Владимир Дмтриевич ғүмерен Благовещенда үткәргән, ғаиләһе
       булмаған.
       - Йәш саҡта көнөнә 20 - шәр километр араны йүгереп үтә то рғайным да ул. Ҡартайғас, һаулыҡ бөттө, икмәккә лә сыға алма й ултырҙым. Апайыма рәхмәт, бында килетерп урынлаштырҙы. Хеҙ мәт терапияһы буйынса инструктор Татьяна Ивановна Васюкевичҡ а, Илдус Рабисовичҡа Надежда менән беҙҙең туйыбыҙға әҙерләне ргә ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм.
       Кәләш менән кейәүҙе теркәү Өфөнөң Октябрь районы ЗАГСында
       үткән.
       Киләһе йыл бында ҡарттар һәм инвалидтар өсөн өс ҡатлы тағ ы бер корпус төҙөргә планлаштырыла: тағы 125 кеше бында үҙен ә ҡарата иғтибар һәм хәстәрлек табасаҡ. Ә кемдер үҙенең яҙмы шын...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал