6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Конфликттар

Уйын дауам итә
03.12.04


       Эшҡыуар Рәмил Бигнов тирәһендә ойошҡан төркөм Башҡортос тан татарҙарының милли - мәҙәни автономияһын ойоштороусылар йыйынын үткәреү тураһында бик күптән һөйләй ине, ниһайәт был
       сара булып үтте. Өҫтәүенә Өфөлә йә Ҡазанда түгел, баш ҡала
       - Мәскәүҙә ойошторолдо ул. Йыйылышҡа Өфөнән бер нисә тиҫтә кеше барҙы, был һанды артырыу маҡсатынан уларға Ҡазан һәм Мәскәүҙән тағы бер нисә ҡушылды.
       Был сәфәрҙә ҡатнашыусыларға Өфөнән Мәскәүгә юл еңелдән б улманы. Юлға сыҡҡанда ҡотора башлаған буран арҡаһында улар Ҡ азанға төнләтеп кенә барып етә. Әммә барлыҡ татарҙарҙың Мәкк әһе үҙенең улдарын яҡшы ғына ҡаршы ала, һәр хәлдә уларға авт обуста йоҡларға тура килмәй.
       Шау - шыулы сараларын милли - автономсылар "Берҙәм Рәсәй"
       фирҡәһе йыйынына тап килтереп үткәрә. Ойоштороусылар "Космо с" ҡунаҡханаһы алдына лозунгтар менән пикеттар ҙа ҡуйып өлгө рә. Лозунгтарҙы уҡып, бер йыйындың икенсеһенән нимә талап ит кәнен аңларға була ине. Лозунгтарҙың береһе Сергей Кириенко ның татарҙарға ниндәйҙер бурысы тураһында хәбәр итһә, икенсе һе республика президентынан телдәрен һәм уға өҫтәп... нефть комплексын ҡайтарыуҙарын, ә уның үҙен партияның юғары етәкс е органдарынан сығарыуҙы талап итә. Билдәле булыуынса, "Берҙ әм Рәсәй" милли - автономсылар белдереүенә бер ниндәй ҙә иғт ибар бирмәне. Хәйер, юллаусылар үҙҙәре лә бушҡа көс түгеүҙәр ен аңламаҫлыҡ түгел ине. Бары тик йыйын барышын сағылдырыусы
       теге йәки был телеканалда күренеп ҡалыу өмөтө генә бар ине уларҙың. Әммә тәжрибәле телевидение хеҙмәткәрҙәре пикетты ур ап үтте һәм миллионлаған тамашасылар "азатлыҡ" өсөн көрәшеү селәре күрмәй ҡалды.
       Түбәнге Новгородта Кириенко шулай уҡ Рәмил Бигнов менән о срашыуҙан баш тартты, был һуңғыһы яҡлыларҙың асыуын килтерҙе , әлбиттә. "Йыйын"дың матбуғат хеҙмәте хатта Сергей Владилен ович ҡурҡты һәм берәй чиновникты ла түгел, ә ике автобус "ом он" ебәрҙе, тигән хәбәр таратты. Уның ҡарауы Түбәнге Новгоро д татарҙары башҡорт нәҫелдәштәренә күңелдәре ятыуын күрһәтте . Нисек инде Башҡортостанда татар телендә мәктәптәр, киң мәғ лүмәт саралары юҡ, тип нәфрәтләнде уларҙың береһе. Бына беҙ ҙә улар бар - һәм һанарға тотондо. Дөрөҫ, бының өсөн уға бер
       ҡул бармаҡтары ла артығы менән етте. Һәм шунда уҡ үҙ ярҙамы н тәҡдим итә башланы улар. Тик был ярҙамдың нимәнән ғибәрәт икәнлеген генә асыҡлап торманы. Йылы кейем менән консерва еб әрәләрме, Түбәнге Новгородҡа күсеп килергә тәҡдим итерҙәрме,
       был турала фаразларға ғына ҡала.
       Мәскәүҙә үткән "йыйын"дың да төҫһөҙ генә булыуын билдәләр гә кәрәк. Юл нужаһынан йонсоған делегаттарҙың ҡыҙыҡһыныуы ла , хәле лә самалы ине. Рәмил Бигнов үҙ офисында татар активис тарының йома йыйылыштарында һәм матбуғат конференцияларында күп тапҡыр яңғыраған хәбәрҙәрен ҡабатланы. Йәнәһ, татарҙарҙы үҙ теленән мәхрүм итәләр, вазифа бирмәйҙәр, башҡортлаштыр алар - ғөмүмән, төрлө яҡлап ҡыҫалар. Әммә Рәмил Бигновҡа ялҡ ынлы һүҙ һөйләр өсөн дәрт етмәгәне һиҙелә ине. Комсомолда, Д әүләт Думаһы депутаты булып эшләгәндә сағыу, үтеп инерлек ит еп һөйләргә өйрәнергә ине лә уға. Хәйер, үҙең ышанмағанды ке ше ышандырырлыҡ итеп һөйләп булмай инде ул. Өҫтәүенә залда у лтырыусылар ҙа үҙҙәренең рәсми юлбашсыларын тыңлауҙан артыҡ ҡыуаныс кисермәй ине буғай.
       Ә бына был фонда башҡорт милләтсеһе Айрат Дилмөхәмәтов кү пкә сағыуыраҡ күренде. Халыҡ алдында һөйләп шымарып бөткән е гет татар телмәрселәренән дә уҙҙырып ебәрҙе. Берләшергә һәм режимға ҡаршы көрәшергә - уның һүҙҙәренең мәғәнәһе бына ошоғ а ҡайтып ҡала. Бына кемдән татарҙарҙың ысын юлбашсыһы сығыр ине тип тә уйлап ҡуйылды. Өҫтәүенә ул хәҙер буш - Башҡорт ха лыҡ конгресы уны рәйес вазифаһынан бушатты. Бер генә нимә ҡа масаулай - башҡорттар һаҡсыһы булараҡ бигерәк күп күҙгә ташл анды шул ул.
       Йыйындың резолюцияһы тағы ла аңлайышһыҙыраҡ килеп сыҡты.
       Эйе, татарҙарҙың төбәк автономияһы ойошторолдо ( әлегә рәсм и рәүештә түгел), әммә татар милли хәрәкәтенең тарҡаулығын е ңеп булырмы, тигән һорауға ғына һорау табылманы. Әлеге ваҡыт та уны талантлы эшҡыуар тапҡан финанстар ғына нығытып тора. Бына һөйләшеүҙәр ҡуйырҙы ла инде - йә татарҙарҙың милли фрон ты, йә альтернатив халыҡ иҫәбен алыу, йә референдум, йә 18 о йошма союзы. Хәҙер килеп тағы ла перспективалыраҡ эш - Йәмәғ әтселек палатаһы йәки мәҙәни автономия булдырыу. Әммә һөҙөмт әһе - нуль. Өфөлә татарҙарҙың милли мәҙәни автономияһы булды рылыуға ике йыл була. Әммә береһе уның эшмәкәрлеге тураһында
       ишеткәне бармы Саралар юҡ, гәзиттәр юҡ, әүҙемлек юҡ. Ҡыҫҡа һы, түңәрәк мисәттән башҡа бер нимә лә юҡ. Ә уны ойошторғанд а ни тиклем матур һүҙҙәр әйтелгәйне! Әгәр Рәмил Имамәғзәм ул ын оппозиция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү туйҙырһа 1990 йыл дар башында эшҡыуар Өфө ҡала советы депутаты булараҡ, оппози ция рәттәрендә булғайны бит инде. Артабан ҡырҡа үҙгәрештәр б ашланды. Хосусилаштырыуға рөхсәт биреү, Дәүләт Думаһына һайл ауҙар хәрәкәтенең төбәк исемлегенә индереү, 1998 йылғы прези дент һайлауҙарында Мортаза Рәхимовтың һайлау штабы начальни гы итеп тәғәйенләү - бер һүҙ менән әйткәндә, ул ваҡытта "дон ъя түңәрәк" ине. Оппозиция хәрәкәтенең төп ойоштороусыһы бөг өн дә "паровоз"дан үҙ файҙаһына һикереп төшөп ҡалыу маҡсатын да "уйнауы" ихтимал.
       Йәшәй - йәшәй күрербеҙ әле. Уйын дауам итә.

Таһир Ризуанов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал