6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Республикаға ике миллиард ярым аҡса кәрәк!
03.12.04


       Аҡса - бәлә, тиҙәр. Әммә ошо бәләнең мөмкин тиклем күбе рәк булыуын теләргә тура килә. Был ябай кешегә лә, оло бер т өбәккә лә ҡағыла. Әйтәйек, Башҡортостанға. Һуңғы йылдар эсен дә тәүге тапҡыр республикала дефицитлы бюджет барлыҡҡа килде . Икенсе йыл беҙгә ике миллиард ярым һум етмәйәсәк. Был Рәсә йҙә үткәрелгән бюджет - ара мөнәсәбәт реформаһының һөҙөмтәһе .
       Дефицит Рәсәйҙә һалым һәм бюджет закондарының үҙгәреүе ар ҡаһында барлыҡҡа килде. Республика ҡаҙнаһына ингән килемгә һ алымдың процент ставкаһы, файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалым с тавкалары кәмей, ә ставка үҙе тоннаһына (нефткә) 347 - нән 4 19 һумға һәм газдың 1000 кубометрына 107 - нән 135 һумға тик лем арта, урындағы бюджетҡа ингән рекламаға һалым бөтөрөлә, социаль һалым ставкаһы 35,6 проценттан 26 процентҡа тиклем к әмей. Шулай уҡ киләһе йылдан башлап ер аҫты тураһында геолог ик мәғлүмәт һәм һыуға һалым түләү 100 процент федераль ҡаҙн аға яҙыласаҡ.
       Һөҙөмтәлә, әгәр барыһы ла яҡшы барһа, киләһе йыл Башҡорто стан ҡаҙнаһына 32 миллиард 223 миллион һум инәсәк. Ул башлыс а килемгә һалым ( 27,5 процент), акциздар ( 11,5), мөлкәткә һалым ( 12,8), тәбиғәт ресурстары менән файҙаланыу өсөн түлә ү ( 1,5) һәм башҡалар иҫәбенә тулыландырыласаҡ.
       Киләһе йыл бюджетының сығымдары 34 миллиард 733 миллион һ ум кимәлендә билдәләнгән. Уның 27, 6 миллиарды ағымдағы сығы мдар һәм бары тик 7,12 миллиарды - капитал сығымдар.
       Аҡса ҡайҙа китәсәк Дөйөм дәүләт сығымдарына ( мәҫәлән, в ласть, һайлау эштәре, БР Президенты һәм Хөкүмәтенең резерв ф онды) һигеҙ миллиард һум самаһы аҡса тотоноласаҡ. Милли обор онаға, Үҙәктән айырмалы рәүештә, республика бюджетының өстән
       бер өлөшөн түгел, бары тик ете миллион һум йүнәлтәсәк, дөрө ҫ, милли хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә 2,22 мил лиард һум китәсәк. Кем әйтмешләй, тыныс йоҡларға теләһәң - т үлә. Милли иҡтисадҡа киләһе йыл 6,67 миллиард һум һалынасаҡ . Башлыса, ауыл хужалығына - 950 миллион һум, һыу ресурстары на бәйле сараларға - 82 миллиондан ашыу, транспортҡа - 3,5 м иллиард һум. Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ республика ҡаҙнаһына н 1,317 миллиард һум аласаҡ, тирә - яҡ мөхитте һаҡлауға килә һе йыл 190 миллион 829 мең һум йүнәлтеләсәк.
       Социаль өлкәгә килгәндә, ә был иһә республика сығымдарыны ң 85 проценты, мәғарифҡа 2,6 миллиард һумдан ашыу, мәҙәниәт,
       кинематография һәм киң мәғлүмәт сараларына 1,727 миллиард һ ум, һаулыҡ һаҡлау һәм спортҡа 5,792 миллиард һум тотоноласаҡ . Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, төбәк маҡсатлы программала ры, граждандарҙы яҡлау һәм башҡалар Башҡортостан ҡаҙнаһына 1 ,727 миллиард һумға төшәсәк, урындағы бюджеттарға субвенция һәм дотацияға, ҡала һәм район бюджеттарына биш миллиард һум китәсәк. Иң аҙаҡтан өмөт тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп ки тергә кәрәк. Киләһе йылға бюджетты әҙерләгәндә дефицитты фин анслауҙың потенциаль сығанаҡтары билдәләнде. Уны сит ил комм ерция банктары кредиты, дәүләт пакеттары, предприятие акциял ары һатыу һәм, әгәр барыһы ла барып сыҡһа, Үҙәктән дотация м енән тулыландырыу күҙаллана. Ольга Зацепина.

03.12.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал