6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Юлдыбай ҡасабаһының икенсе йәшлеге
30.11.04


       Бына тағы Һаҡмар йылғаһы буйында иркенләп урынлашҡан баш ҡорт ҡасабаһы Юлдыбайға юлым төштө. Күп быуаттар эсендә йылғ а Урал тауы тармаҡтарында тәрән үҙән йыуған. Магнитогорск - Ира трассаһы буйлап район үҙәге - Йылайыр ҡасабаһына юл тотҡ анда бер нисә минутҡа иң юғары нөктәгә эләгәһең - унан барлы ҡ Юлдыбай ус төбөндәге һымаҡ күренә. Был картина менән йыш ҡ ына һоҡланып үтәм, һуңғы арала Юлдыбайҙың тиҙ арала үҙгәреүе
       күҙгә салына. Үткән быуаттың 90 - сы йылдарында ошо уҡ урын дан төшөрөлгән фото менән сағышытрҙым да аптырап ҡалдым - ҡа сабаның өстән бер өлөшө тиерлек оло үҙгәрештәр кисергән. Яңы
       йорттар барлыҡҡа килеүе уны йәшәрткән дә кеүек. Урамдарға күптән инде асфальт түшәлгән. Ҙур, матур ихаталар артҡан. Тә биғи газ килгәндән һуң Юлдыбайҙы ауыл тип атауы ла килешмәгә н төҫлө, халыҡ һаны, төҙөлөш сифаттары буйынса уны инде ҡала
       тибындағы ҡасаба тип тә әйтергә мөмкиндер. Һәм бында йәшүсе
       халыҡты эш менән тәьмин итеүсе булып "Юлдыбай" совхозы тора .
       Хужалыҡ аяғында ярайһы уҡ ныҡ баҫып тора. Хәйер, проблема лар быға тиклем дә булды, улар әле лә бар. Башлыса мәсьәләлә р бындағы тупраҡтың уңдырышлылығы бик үк юғары булмауы, һалҡ ын тау климатына бәйле. Шуға күрә директор Буранбай Дилмөхәм әтов һәм баш бухгалтер Гөлдәр Ишкилдинаға һәр һумды иҫәптә тоторға мәжбүр итә. Һаҡсыллыҡ яңы техника, малсылыҡ үҫешенә кәрәкле аҡсаны табырға мөмкинселек бирә. Әйткәндәй, быйыл йә й Йылайыр районында ике күрше - "Юлдыбай" һәм "Яманһаҙ" совх оздары базаһында малсылыҡ буйынса республика семинары үтте. Был йылайырҙарҙың ошо тармаҡта өлгәшкән күрһәткестәренә дәли л булып тора. Тағы бер мөһим мәл - ураҡ - 2004 йомғаҡтары б уйынса республика кәңәшмәһендә юғары етештереү күрһәткестәре нә өлгәшкән өсөн "Юлдыбай" совхозына Башҡортостан Республика һы Президенты Мортаза Рәхимовтың Рәхмәт хаты тапшырылды.
       - Бөгөн беҙҙең совхозда 130 -ҙан ашыу кеше эшләй, - тип һөйләй Буранбай Дилмөхәмәтов. - Хужалыҡтың ике бүлегендә ун мең гектарҙан ашыу ер һәм ярайһы уҡ күп мал булыуын иҫәпкә алғанда, был күп түгел. Ауыл халҡына совхозда эшләүҙән файҙа
       бар. Алдынғыларҙы беҙ аҡса менән генә түгел, иген биреп тә дәртләндерәбеҙ. Совхоз ярҙамынан тыш бик аҙҙар ғына шәхси ху жалығында мал продуктлылығын арттырыуға өлгәшә. Бына ошондай
       ике яҡҡа ла отошло хеҙмәттәшлектә йәшәйбеҙ: совхоз нығына и кән, шәхси хужалыҡтар ҙа үҫә. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙә эшләргә те ләүселәргә юғары талапсанлыҡ менән ҡарайбыҙ. Башҡаса булмай.
       Баҙар мөнәсәбәттәре ауылға ла килеп етте.
       Баҙар мөнәсәбәттәре етештереүгә генә файҙа килтерә тип уй лау дөрөҫ түгел. Төҙөкләндереүҙе алайыҡ. Юлдыбайҙа өйрәнерле к урын етерлек. Юҡҡа ғына беҙгә быйыл йәй Баймаҡ муниципаль берәмектәре башлыҡтары составында делегация килмәне бит инде . Улар, ҡасабаның йөҙөн яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, халыҡтың йәшәйеш ен яҡшыртыу, мәҙәниәтте үҫтереүгә нисек өлгәшеү менән ҡыҙыҡһ ынып, Юлдыбай хакимиәте башлығы Шәмсетдин Дәүләтсуринға ысы н имтихан ойошторҙо. Юлдыбайҙар яҡшы эшләй ҙә, күңелле итеп ял итә лә белә. "Алтын тирмә - 2003" республика конкурсында Юлдыбай Мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры Башҡортостанда иң яҡш ыһы тип табылды һәм гран - приға лайыҡ булды. Ошо көндәрҙә г енә физкультура - һауыҡтырыу комплексының тышҡы биҙәлеш эштә рен тамамлайбыҙ.
       - Ҡасабала һуңғы тапҡыр биш йыл элек булыусыларға бөгөн уны таныуы ысынлап та ҡыйынға тура килә, - тип ризалаша беҙҙ ҙең менән "Юлдыбай ауыл Советы" муниципаль берәмек башлығы Ш әмсетдин Дәүләтсурин. - Планда уны тағы ла матурыраҡ итеү.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал