6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

"Фильмда ул ҡайтанан терелде"
30.11.04


       Башҡортостанда төшөрөлә башлаған тулы метражлы нәфис фил ьм "Комбриг Мортазиндың энә һәм розалары" тип атала. Кинокар тинаның режиссеры һәм сценарий авторы, "Арлекин" хәйриә теат ры етәксеһе Рәйсә Устинованың проекты Бөтә Рәсәй "Социаль фо рум - 2004" конкурсында еңеүгә өлгәште.
       - Легендар полководец Муса Мортазин кеүек халыҡ геройының
       характеры формалашыуы тураһында фильм төшөрөү осраҡлы тыума ны, - тине Рәйсә Устинова "Башинформ" агентлығында үткән мат буғат конференцияһында. - Комбриг тураһында мин уның ҡыҙыШә үрә Мортазинала уҡыған ваҡытта бик күп ишеттем. Һоҡланғыс ҡа тын, ГИТИСты тамамлағас, 1972 йылға тиклем Башҡортостанда й әшәй - актерлыҡ дәрестәре бирә. Рәсәй һәм Башҡортостандың а тҡаҙанған халыҡ эшмәкәре, Станиславский һәм Сәләм премиялары
       лауреаты үҙе тураһында фильм төшөрөүгә лә лайыҡ.
       Уҡыуын тамамлағандан һуң да Рәйсә яратҡан уҡытыусыһы мен ән аралашыуын дауам итә. 2000 - се йылда Шәүрә Муса ҡыҙы тал антлы уҡыусыһына атаһы тураһында фильм төшөрөргә тәҡдим итә.
       - Башта мин ҡурҡа төштөм: бик аҙ белгән кешем тураһында м ин нисек фильм төшөрәйем - ти Устинова. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы , беҙ үҙ халҡыбыҙҙың үткәне, тарихта эҙ ҡалдырған щәхестәре менән бик ҡыҙыҡһынып бармайбыҙ шул. Дөрөҫ, Шәүрә Муса ҡыҙы а таһы хаҡында күп һөйләне, әммә был ул йылдарҙа булған тарихи
       ваҡиғаларҙың уртаһында булған сағыу шәхестең характерын ас ып биреү өсөн етерлек материал була алмай ине.
       Һәм Рәйсә башы - аяғы менән архивтарға сума. Был кеше ту раһында мәғлүмәттәр яҙылған хәрби көндәлектәр, Ҡыҙыл Армия а рхивтары, күп төрлө протокол һәм ҡарарҙарҙы өйрәнеп сығыу өс өн ике йыл китә. Шул уҡ ваҡытта ул тарихты өйрәнә һәм был ва ҡытта Мәскәүҙә йәшәгән Шәүрә Мортазина менән хатлашыуын да ө ҙмәй. Ниһайәт, Устинова үҙен фильм өҫтөндә эш башларға әҙер тип таба.
       Фильм егерменсе быуаттың тәүге йылдарында Рәсәйҙә барған
       ваҡиғалар тураһында. Муса Мортазин беренсе донъя һуғышын ту лыһынса үткән, башҡорт автономияһының башланғысында торған, Буденный, Котовский менән бергә Рәсәйҙе поляк агерссорҙарына н һаҡлаған кеше. 1921йылда бер тауыштан БашЦИК рәйесе итеп һ айлана, Әхмәтзәки Вәлидиҙән һуң Башҡортостандың хәрби комисс ары вазифаһын башҡара. Мортазин хәрби хеҙмәт менән бик яҡшы
       таныш була: хәрби академияларҙа бөгөн дә уның "Башҡортост ан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында" хеҙмәтен өйр әнәләр.
       - Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яугир, батыр хаҡындағы был фи льмда һуғыш күренештәре сәхнәләштерелмәй, - тип билдәләне Рә йсә Устинова. - Был тарихи - психологик драмала геройҙың хар актеры ҡатыны һәм балалары (Мортазиндың балалары алтау) менә н һөйләшеүҙәрҙә, һалдаттарға мөнәсәбәтендә асыҡлана.
       Картина 2003 йылдың 27 сентябрендә төшөрөлә башлай. Тап о шо көндә 1937 йылда Мортазинды башҡа "халыҡ дошмандары" иҫәб ендә атып үлтергәндәр.
       - Шулай килеп сыҡты: үҙенең һәләк булған көнөндә ул фильм да ҡайтанан терелде, - Рәйсә Устинова.
       Комбриг Мотазиндың ролен артист Хәмит Шәмсетдинов уйнай.
       Төп актерҙар составында 25 кеше - башлыса башҡорт театрҙар ы һәм филармония артистары.
       - Беҙҙә талантлылар бик күп булғанда ситтән кемделер саҡы рыуҙы кәрәк тип тапманыҡ", - тип аңлата Устинова.
       Фильм йөҙгә яҡын урында төшөрөләсәк: Муса Мортазиндың тыуғ ан ауылы - Учалы районының Көсөк ауылы, Өфөлә - Мәҙәниәт һа райында комбригтың кабинеты йыһазландырыласаҡ, Мәскәүҙә Ҡыҙы л майҙанда, Лефортовола һ. б.
       - Финанслау менән проблемалар килеп сыҡмаһа, фильмды төшө рөү өс ай тирәһе дауам итәсәк, - ти режиссер.
       - Муса Мортазинға 44 йыл йәшәргә насип була, - тип дауам итә ул. - Бала сағында, өләсәһенең Салауат Юлаев хаҡында һөй ләгәндәрен тыңлап, Муса үҙенә бар йәһәттән дә милли батырға оҡшарға һүҙ бирә. Һәм үҙ һүҙендә тора ла. Минең фильмым бере нсе сиратта йәш быуынға йүнәлтелгән, бөгөн уларға патриотизм
       тигән тойғо етеңкерәмәй, ә Муса Мортазин тураһында был той ғоноң тулыһынса кәүҙәләнеше тип әйтергә мөмкин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал