6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Осраҡлы танышыуҙар
30.11.04


       Был танышыуҙар һәр ваҡыт изге ниәттә башҡарыла тип әйте п булмай. Мәҫәлән, бер нисә йәш егет танышып алғас, юлбаҫарл ыҡ менән шөғөлләнергә була. Был айҙа БР Прокуратураһының даи ми эшләүсе тикшереү төркөмө сираттағы юлбаҫарҙы ҡулға алды.
       Быйылғы йылдың март айында Өфөнөң Транспорт урамында бер
       фатирға һөжүм яһалыу һөҙөмтәһендә ике бала әсәһе һәләк була . Фатирға йөҙҙәрен маска ҡаплаған өс кеше килеп ингәндә, хуж абикә ҡунаҡҡа килгән таныш ҡатын менән аш бүлмәһендә сәй эсе п ултыра. Баҫҡынсыларҙың береһе ҡатындарға пистолет тоҫҡап, "Ятырға! Был талау" - тип бойора. ҡунаҡ ҡатындан айырмалы рә үештә фатир хужабикәһе ҡаршылыҡ күрһәтә башлай. Йөҙөнә һуғы п ҡолатҡас, уның аяҡ - ҡулдарын иҙәнгә ҡуша ҡыҫып, башына та ҫтамал урап, әҙәм аҡтыҡтары хужабикәнең ҡаршылығын һындырырғ а маташа...Артабан фатирҙың аҫтын өҫкә әйләндереп, маска кей гән өсәү тиҙ арала юҡҡа сыға. Ошо ваҡытта ғына ҡунаҡ ҡатын х ужабикәнең быуып үлтерелгәнлеген аңлап ҡала.
       Кеше ҡайғыһында өс билдәһеҙ ярайһы уҡ табышҡа эйә була -
       10 мең доллар, 70 мең һум, алтын биҙәүестәр, "Самсунг" мони торы һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып ҡаса улар. Хужалар б улған аҡсаһын йәшермәһә лә (долларҙар шкафта быяла банка эсе ндә, гәзиткә төрөлгән һумдар кейем элгестәге халат кеҫәһендә
       була), тикшереүселәр был талау кемдеңдер әйтеүе буйынса баш ҡарылған, тигән ҡарарға килә. Калинин районы прокуратураһы ү лтереү һәм талау буйынса енәйәт эше аса һәм БР Прокуратураһ ының даими эшләүсе тикшереү төркөмөнә тапшыра.
       Йәй аҙағында Орджоникидзе районының эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бер ҡыҙ ҡулға алына. Тикшереү барышы нда ул Транспорт урамындағы үлтереү һәм талауҙа ҡатнашыусыла рҙың береһен белеүе - уның яҡын танышы Артур булыуын әйтеп һ ала. Был таныу енәйәтте асыуға тәүге еп булып тора ла инде. Дәлилдәр баҫымы аҫтында Артем үҙенең ғәйебен таный. Был ғына
       ла түгел, ҡыш буйына Өфөлә булған, быға тиклем асыҡланмаған
       юл баҫыуҙарҙың да үҙ ара бәйләнеше булыуы асыҡлана. Ә барыһ ы ла осраҡлы танышыуҙан башлана: ғинуар башында Артем 38 йәш лек Игорь һәм 36 йәшлек Андрей менән таныша. Был ваҡытта эле кке гаишник Артем эшһеҙ ултырған була һәм яңы дуҫтары "бер а ҙ аҡса эшләргә" тәҡдим иткәс, ҡаршылашмай. Андрей "наводка" менән шөғөлләнә - ҡорбан эҙләп таба, уны эҙәрлекләп, маршрут ын, өйҙә булған - булмаған сағын өйрәнә. Артем менән Игорь " эштең" икенсе өлөшөн башҡарырға тейеш була - ҡорбанды пневма тик пистолет менән ҡурҡытып, фатирҙа булған ҡиммәтле әйберҙә рҙе алып сығыу.
       Танышҡандан һуң бер нисә көн үткәс тә был өсәү 21 - се д ауахана районында йәшәүсе коммерсантҡа һөжүм яһай. Әммә бере нсе "һунар" табыш алып килмәй - ир кешегә Артем яҙа ата һәм улар тиҙ арала табанын ялтыратырға мәжбүр була. Ғинуар аҙағы нда яһалған аҙым тағы ла план буйынса килеп сыҡмай - "Йөрүҙә ­" сауҙа үҙәге районында йәшәгән эшҡыуар ҡаршылыҡ күрһәтә һә м бар күршеләрен уята. Юлбаҫарҙар уның кеҫәһендә булған 40 м ең һумды алып, тағы ҡасып ҡотола. Киләһе эпизодта яңы кеше -
       шулай уҡ осраҡлы таныш барлыҡҡа килә. Ул "Аҡбуҙат" ипподром ы эргәһендә урынлашҡан магазинға һөжүм яһап, кассанан 30 мең
       аҡса урлауҙа ҡатнаша. Был хәл февраль башына тура килә.
       Ныҡышмалы эҙләүҙәрҙән һуң енәйәт төркөмөнөң тағы бер ағза һы - 27 йәшлек Артур тотола. Ул төркөмдөң хәҙер инде биш кеш енән тороуын һөйләп бирә. Шулай итеп, бөгөнгө көнгә юлбаҫарҙ арҙың береһе ҡулға алынған, икеһе тотолған, тағы береһенә ик енсе киҫәтеү сараһы һайланған, ә төркөмдәң етәксеһе - Андрей
       Литвинов федераль эҙләүҙә тип иғлан ителгән. Сентябрь айынд а уларҙың икәүһе үлтереү һәм юлбаҫарлыҡ буйынса ғәйепле тип табылған. Хәҙерге ваҡытта тикшереү органдары был бишәүҙең ба шҡа енәйәттәрҙә ҡатнашлығы булыу - булмауын асыҡлай.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал