6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Рәссам бәхете нимәлә
26.11.04


       Ун йылдан ашыу инде Иглин районы Искра ҡасабаһында картин алар галереяһы эшләп килә. Хәҙерге ваҡытта бында барлығы өс йөҙ картина урынлашҡан, меңдән артығы үҙ сиратын көтә. Галер ея БР Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Романов һәм ба шҡа изге кешеләр тырышлығында булдырылды.
       Анатолий Романов - буйға оҙон, мыҡты кәүҙәле рус баһадиры.
       Яғымлы ҡарашлы, асыҡ күңелле был кеше ҡасабала уҙған бар ки сәләрҙә лә пианино, гитара йәки мандолинала уйнап, халыҡты үҙенә йәлеп итә. Ә иң мөһиме, ул тәбиғәте менән - рәссам. Ка ртиналарының күп өлөшөн таныштарына ла, таныш булмағандарға
       ла бүләк итә, ә һатылған картиналар аҡсаһы галерея кәрәк- ярағына һәм сиркәү төҙөүгә китә.
       Рәссамға етмеш һигеҙ йәш тулыуға ҡарамаҫтан ул һаман да әү ҙем ижад итә.
       Художество студияһын тамамлағас, Романов оҙаҡ ҡына биҙәүс е рәссам булып эшләй. "Йәшел йылан" менән дуҫлашып алыуын д а йәшермәй ул. Өфө тимер юлы вокзалында Ольга Васильевна м енән танышыу рәссамдың тормош юлын ҡырҡа үҙгәртә. "Мине аңл аған һәм мәшәҡәттәремде уртаҡлаша белгән ҡатыным булмаһа, э ш проекттарымды тормошҡа ашыра алмаҫ инем", - ти Анатолий Ни китич.
       Романов күпмелер ваҡыт Иглин ауыл хужалығы училищеһында эш ләп ала һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо районда урынлашҡан Һамар - Өфө- Силәбе автоюлының юл ремонт- төҙөлөш идаралығында эшл әй. Егерме йыл элек төҙөлгән өй эсе хужаның картиналары һәм
       илдең төрлө оҫталары эше менән тула башлай. Тап шул ваҡыт г алерея төҙөү теләге тыуа ла инде. Анатолий Романовтың был б ашланғысын юл идаралығы, район хакимиәте һәм ҡаланың рус дра ма театры хуплап ҡаршы ала. Хәҙерге ваҡытта ауыл галереяһыны ң ҡала салондары менән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡтары юҡ, әммә Р омановтың ябай ғына галереяһында рәссам, музыкант һәм педа гогтар бик теләп йыйыла.
       Анатолий Романов бер үк ваҡытта картиналар йыйыусы, һаҡлау сы һәм экскурсовод та. Уға ҡайһы бер көндәрҙә өс- дүрт тапҡ ыр галерея тураһында бәйән итергә тура килә. Бында килгәндәр
       галереяла урынлашҡан картиналарҙы ҡарап ҡына ҡалмай, ә авто рҙары менән дә осрашыу мөмкинселегенә эйә.
       Сәнғәт белгесе, М. Нестеров исемендәге художество музейыны ң баш һаҡлаусыһы Валентина Сорокина рәссам тураһында " Анато лий Романов һоҡландырғыс рәссам, иҫ киткес һәләтле кеше. Ун ың һыҙат үҙенсәлеге - тәбиғилек", - тине. Хәҙерге ваҡытта Ан атолий Романов республиканың "Таң" рәссамдар халыҡ клубы ағз аһы ла булып тора.
       Анатолий Романовтың күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Уның тыр ышлығы менән Ауструм ауылында төҙөлгән сиркәү үҙенең изге эш ен башланы ла инде. Яңы сиркәүҙе төҙөүҙә төрлө предприятие,
       ойошмалар һәм Башҡортостанда йәшәүсе рус халҡы Соборы ярҙам итте. Хәҙерге ваҡытта сиркәүҙе рәссамдың үҙ ҡулы менән яһал ған утыҙ икона биҙәй.
       "Ғүмерем бушҡа уҙманы, күңелем һәм ҡулым әҫәрҙәре кешеләрг ә ҡала, шуның менән мин бәхетле",- ти Анатолий Романов.

Ксения Корнилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал