6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Граждандар йәмғиәте

Илде ксенофобиянан нисек дауаларға
24.11.04


       "Холокост" фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илебеҙҙә йәшә үсе халыҡтың 70 проценты ксенофобия сиренә дусар. 48 процен ты аҙ һанлы милләт халҡы "алдынғы" милләтең хоҡуҡтарынан мәх рүм булырға, 28 проценты һәр халыҡтың үҙенең йәшәү урыны бул ырға тейеш тип һанай. Быны скинхедтарҙың даими "таҙартыу"эш тәре ойоштороуы, сит ил студенттарын ҡыйырһытыу һәм хатта үл тереү осраҡтары дәлилләй.
       Ҡыҙғаныс, әммә факт: иҡтисадтың глобалләшеүе, дөйөм интег рация заманында беҙ бер - береңә ихтирамлы мөнәсәбәт урынына
       милләт - ара түҙемһеҙлеккә дусар булдыҡ. Бының сәбәптәре кү п төрлө. "Холокост" фонды президенты Алла Герберҙың һүҙҙәрен ә ҡарағанда, быға Советтар Союзының тарҡалыуынан һуң бөйөк ил ағзаһы булыу тойғоһон юғалтыу ҙа, күрә алмау тойғоһо барл ыҡҡа килтергән чечен һуғышы ла, реформалар ҙа сәбәп булыуы м өмкин.
       16 ноябрь көнө билдәләнгән Түземлек ( толерантность) көн өнә арналған "түңәрәк өҫтәлдә" мигрантарҙың хәле тураһында һ өйләшеү алып барылды.
       Йыл да Рәсәй халҡы 900 меңгә яҡын кешеһен юғалта. Әгәр ар табан да шулай барһа, 70 йылдан илдә йөҙ миллион самаһы ғына
       кеше ҡаласаҡ. Мигрантар ағымы, Рәсәй фәндәр академияһынан а лынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был юғалтыуҙы 8 - 10 процент ҡа ҡапларға булышлыҡ итә.
       1992 йылдан 2002 йылға тиклем Башҡортостанға 456 мең кеше
       күсеп килгән, улар бөгөн республика халҡының 11 процентын т әшкил итә. Быйыл, БР Эске эштәр министрлығының миграция эштә ре буйынса идаралыҡ начальнигы Батыр Хисмәтуллиндың һүҙҙәрен ә ҡарағанда, миграция балансы күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр
       кире яҡҡа әйләнгән: республикала йәшәүселәр оҙон аҡса артын ан ҡыуып, башҡа төбәк һәм сит илдәргә юл ала икән. Ошо уҡ сә бәптәр менән беҙгә лә киләләр. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғ илми үҙәгенең этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Айһылы у Юнысова билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа миграция характеры үҙ гәргән: мәжбүри килеүсе мигранттар аҡса эшләргә килеүселәр м енән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ.
       Иҡтисади мигранттар, ҡағиҙә булараҡ, бик әүҙем, бер ниндә й эштән дә ҡурҡып тормайҙар һәм үҙ бурыстарын яҡшы башҡарала р. Был үҙ сиратында урында йәшәүселәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Өфө ғилми үҙәгенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республи ка халҡының 57 проценты мигранттарҙы социаль тотороҡһоҙлоҡто ң сәбәбе итеп күрә. Урындағы халыҡ ситтән килеүселәрҙе эш ур ындарын биләүҙә, наҙанлыҡта һ. б. ғәйепләй. Әммә беҙҙең эмиг ранттар ҙа Пушкин йә Достоевский түгелдәр бит. Ғөмүмән - нас ар милләттәр булмай, насар кешеләр генә була.
       Башҡа милләттәргә ҡарата ихтирам тойғоһон балаларҙа йәштә н үк тәрбиәләргә кәрәк. Башҡортостанда бөгөн скинхед ойошмал ары юҡ. Ә Рәсәй буйынса 50 меңдән ашыу скинхед иҫәпләнә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал