6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Инглиздәргә бүләктең олоһо - башҡорт эпосы
01.09.03


       Билдәле башҡорт сәсәне 1910 йылда Ырымбур өлкәһе Иҙри с ауылы һәм Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы ҡурайсыл ары Ғәбит һәм Хәмиттән иҫ киткес моңло, фәһемле ҡобайыр ише тә. Мәшһүр "Урал батыр" эпосының тарихы, бәлки, шулай башла налыр ҙа. Башҡорт дәүләт университеты профессоры, роман - герман фило логияһы кафедраһы мөдире Сәғит Ғәли улы Шафиҡов эпосты уҡ ып сығып, уның хозурлығына, мөһәбәтлегенә хайран ҡала һәм ун ы донья кимәленә сығарырға ҡарар итә.
       - Әммә шуныһы бар бит.-тип һөйләй профессор.- Телдең мату рлығын, уның һығылмалығын, һүҙҙәрҙең нескә мәғәнәһен, уларҙы ң башҡорт теленә генә хас асылын нисек итеп инглиз теленә к үсерергә Билдәле булыуынса, тәржемәселәр бындай осраҡта и ке төрлө алым ҡуллана. Уларҙың береһе -нәфис тәржемә , икенс еһе - рустар әйтмешләй, буквалистик. Һүҙмә-һүҙ күсерелгән ә ҫәрҙең, әлбиттә, ғорур рухы , илаһи моңо булмай. Һәм бындай
       тәржемә тик ғалимдар өсөн йәки фәнгә яҡын булғандарға ғына ҡыҙыҡлы булыуына иманым камил. Шуға күрә мин ин беренсе сира тта әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтлеген күрһәтергә тырыштым...
       Билдәле булыуынса, "Урал батыр" башҡорт эпосының иң ҙ ур әҫәре. Композиция йәһәтенән өс быуын батырҙары хаҡында бә йән итеүсе өс өлөштән тора. Тәүҙә бөтөн доньяны һыу баҫыу, и ң беренсе кешеләр Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, уларҙың ике улдарыны ң доньяға килеүе тураһында һөйләнелә. Сюжет үҫешендә ысынбар лыҡты архаик мифтан конкрет -тарихи тасуирлауға күсеү күҙәте лә. Урал менән Шүлгән тыуған йорттарын ташлап үлемһеҙлек эҙл әп китә. Юлда Урал батыр яуыз баҫҡынсы Ҡатил ханды һәм йылан дар батшаһы Ҡәһҡәһәнең батшалығын ҡыйрата, Ер аҫты һәм Һыу а ҫты батшаһы Әзрәҡәне үлтерә. Яуызлыҡ юлына баҫҡан туғаны Шүл гән менән алыша, тере һыу бөркөп, башҡорттар йәшәгән ергә үл емһеҙлек килтерә. Ғөмүмән, байтаҡ халыҡтарҙың эпик әҫәрҙәре ндә мәңгелек тема - Яҡшылыҡ менән Яуызлыҡ көрәше күтәреле п сыға. Ғөмүмән, әкиәттәр тормош тураһында уйланыу, фәлсәфә
       һатыу өсөн ҡоролған кеүек. Уларҙы күңеледе биреп тыңлаһаң, боронғоларҙың бер телдә һөйләшеүенә, бер үк ҡайғы -хәсрәттә р берләштереүенә инанаһың. Төрлө халыҡтарҙың әҫәрҙәрендә сюж ет линияһының, образдарҙың дөйөм булыуын нисек аңлатырға һуң  Сәғит Шафиков иҫәпләүенсә, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ, көн һәм
       төн, мөхәббәт һәм нәфрәт кеүек төшөнсәләр мәңгелек. Улар ба рлыҡ донья өсөн уртаҡ һәм тормош нигеҙен тап улар тәшкил ит ә. Бына ошоларҙың барыһында аңлатып бирерлек тәржемә оҙаҡ й ылдар, барлығы 12 йыл , ваҡыт талап итә. Ошо ваҡыт эсендә автор уға төрлө төҙәтмәләр индерә, тәрже мә камиллаша бара. Шуға ла уны тулыһынса инглиз телендә яңы нан яҙыла тиергә лә булалыр, моғайын. Сәғит Шафиҡовтың "ҡәлә ме аҫтында" эпос 4 редакция үтә. Әйткәндәй, эпосты рус теле нә телсенең аҙашы, яҙыусы Ғәзим Шафиҡов тәржемә итә.
       Оҫта тәржемәсе әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Ул эпостың яң ы баҫмаһын әҙерләй: унда һуңыраҡ "Урал батыр"ҙың дүртенсе a`?l`һында абайланған бәләкәй "етешһеҙлектәр" төҙәтеләсәк. Уның һуңғы экземплярын Сәғит Ғәли улы Бөйөк Британияның Милл и китапханаһына бүләк итә.

29.08.2003
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал