6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Беҙгә ҙур кредит килә
24.11.04


       Бөтә донъя кредитҡа йәшәй. Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәр
       башҡалар өсөн инвестор булып тора, икенсе һүҙҙәр менән әйтк әндә, күршеләренә ярҙам итәләр. Бынан ике яҡ та ота. Кредито рҙар процент ала, ә заем алыусылар иҡтисад үҫеше өсөн средст воға эйә була.
       Хәйер, бының бер нескәлеге бар. Бурысты ғәҙәттә тикшерелг ән, ышаныслы, түләү һәләте булған илдәргә генә бирәләр. Көнд әлек тормошта ла теләһә кемгә аҡса бирмәйһең бит. Башҡортост ан күптән инде Рәсәйҙең тап шул ышаныслы һәм түләргә һәләтл е төбәге икәнлеген раҫланы.
       Ошо көндәрҙә тормош үҙе әле беҙҙең республикаға ҡарата ә йтелгән һүҙҙәрҙе тағы бер тапҡыр иҫбатланы. 22 ноябрҙә сәғә т 16. 30 - ҙа Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Хө күмәте һәм Мәскәү халыҡ банкы араһында Кредит килешеүенә ҡул
       ҡуйылды. Документ аҫтына ҡуйылған Башҡортостан Республикаһы
       Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм Мәскәү халыҡ банкы идара рәйесе Игорь Суворовтың ҡултамғалары тиҙҙә н Башҡортостан иҡтисадына 30 миллион доллар йәлеп итәсәк, бы л аҡсаны беҙ бер йылдан ҡайтарып бирергә тейешбеҙ.
       Был килешеүҙең льготалы шарттарына Башҡортостан менән Мәс кәү халыҡ банкы араһындағы партнерҙарса мөнәсәбәт тә сәбәп б улып торалыр. Был мөнәсәбәткә башланғыс 1998 йылда , банк ре спубликаға 45 миллион доллар кредит биргәндә һалынғайны. Ул йылда, әйтергә кәрәк, форс - мажор хәлдәр ( дефолт) ситуация ны ҡырҡа үҙгәртте. Долларға хаҡ ҡапыл күтәрелде һәм республи ка билдәләнгән ваҡытҡа кредитын түләп бөтөрә алмаҫлығы асыҡл анды. Әммә Мәскәү халыҡ банкы беҙҙең хәлде аңлап, бурысты 20 02 йылда түләп бөтөргә рөхсәт итте. Кем әйтмешләй, һәр минус тың бер плюсы була. Әйтелгән кредит һәм уға бәйле ҡатмарлыҡт ар банк һәм Башҡортостан араһында тығыҙ партнерлыҡ мөнәсәбәт тәре барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итте лә инде. Әйткәндәй, бөг өнгө кредит килешеүенә ҡул ҡуйыу ваҡытында ла хеҙмәттәшлекте ң дауам итәсәге тураһында һүҙҙәр яңғыраны.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал