6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Юбилейҙар

"Вся Уфа" телекомпанияһы "Беҙҙең заман геройҙарын" тапты
24.11.04


       "Вся Уфа" телекомпанияһы үҙенең биш йыллыҡ юбилейына ҡал а халҡы өсөн ысын байрам ойошторҙо. Үҙенең "Беҙ яҡын" девизы на хыянат итмәйенсә, байрам матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн ул барыһын да эшләне. Кисә йәш йондоҙҙарыбыҙ Гөлсөм Бик булатова, Башҡорт опера һәм балет театры солисткаһы Светлан а Арғынбаева, "Джоконда" эстрада бейеүе театры сығыштары мен ән башланды һәм Жасминдың "Дольче вита" йыры менән тамамланд ы. Был билдәле йырсы тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, и кенсе көнөнә булһа ла "Вся Уфа" телетамашасылары алдына киле п баҫты.
       - Беҙ юбилейҙы барыһы өсөн дә файҙалы һәм мауыҡтырғыс ите п үткәрергә теләгән инек, - тип һөйләй телекомпания директор ы Ирина Моторина. - Ошо теләктән "Беҙҙең заман геройы" ҡала телевизион премия булдырыу идеяһы барлыҡҡа килде, уны хакими әт башлығы Павел Качкаев хуплап ҡаршы алды.
       Иң - иңдәрҙе һайлап алыу өсөн "Вся Уфа" журналистарына бы йыл күрһәтелгән сюжеттарҙы өр - яңынан ҡарап сығырға тура ки лә. "Йыл кешеһе", "Йыл меценаты", "Изге эш", "Спорт тормошо" , "Йыл матбуғат хеҙмәте", "Йыл төҙөлөшө", "Йыл эшҡыуары", "Т алантлы балалар" номинациялары булдырылды.
       Һөҙөмтәлә БР Мотоспорт федерацияһы президенты Игорь Оськи н, "Талантлы балалар" йәмәғәт фонды президенты Александр Дег тярев, БР Балалар фонды директоры Нина Федянина, "УралСиб" б анкының матбуғат хеҙмәте "беҙҙең заман геройҙары" булып тан ылды.
       Алты йәшлек Настя Десяткина ҡустыһы менән һеңлеһен янғынд ан алып сыҡҡан өсөн "Бәләкәй кешенең ололарса ҡылығы" махсус
       призы менән наградланды. Ҡыҙсыҡҡа БР граждандар оборонаһы һ әм ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Марат Мәһәҙиев сәскәләр гөлл әмәһе һәм ҙур ал төҫтәге айыу бүләк итте.
       "Йыл төҙөлөшө" номинацияһында Салауат Юлаев проспекты иң яҡшы төҙөлөш объекты тип танылды.
       "Полимер" предприятиеһының генераль директоры Ғәфүр Әлиба ев "Йыл эшҡыуары" тигән исемгә лайыҡ булды. "Йыл меценаттары " - "Шик" компанияһы етәкселәре Рәмил һәм Гөлнара Хәбибуллин дар үҙҙәренә бирелгән компьютерға сертификатты балалар йорто на бүләк итеп, үҙҙәренең исемен тағы бер тапҡыр раҫланы.
       "Йыл кешеһе" титулы лайыҡлы рәүештә кардиохирург, професс ор, Йөрәк - тамыр хирургияһы үҙәге директоры Владимир Плечев ҡа эләкте. Һуңғы йыл эсендә ул медицинала боролош яһаны тиер гә була - ул уйлап тапҡан яраны тегеү ептәренә бөгөн донъял а тиңдәр юҡ.
       - Беренсе каналда "Һуңғы герой" булғансы "Вся Уфа"ла бере нсе булыу яҡшыраҡ, - тине ул премияны алған ваҡытта.
       "Вся Уфа" эш башлаған ваҡытта, 1999 йылдың ноябрендә теле канал эфирға 15 минутҡа "Уфимское время" программаһы менән с ыға ине.
       - Ул ваҡытта беҙҙең өсөн көнөнә биш сюжет сығарыу оло бәх ет ине, - тип хәтерләй Ирина Моторина. - Хәҙер беҙ 15 яңылыҡ
       сюжетына өҫтәп ижади программалар ҙа сығарабыҙ: "Территория
       качества", "Дневник выставки", "Женская консультация", "Рец епты здоровья", "Культпросвет". ТВЦ каналында беҙҙең өс сәғә т эфир ваҡытыбыҙ бар.
       Башта беҙ ун кеше инек, хәҙер - 70. Телекомпанияның үҙәге
       - Гүзәл Ибраһимова - телекомпания директоры, Азамат Әлмөхәм әтов - үҫеш буйынса директор, Айнур Ибраһимов - баш режиссер , Лена Тарасова, Юля Останина, Ғәлиә Баязитова, Олег Ковзик,
       Айрат Мәннәнов.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал